“Хоҙай беҙҙе тамашасынан айырмаһын...”05.10.2016
“Хоҙай беҙҙе  тамашасынан айырмаһын...” Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры — республикабыҙҙа бай тарихлы һәм традициялы, үҙ йөҙө, исеме булған милли үҙәктәрҙең береһе. Тиҙҙән ул күркәм байрамын — 85 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо ваҡыт арауығында ул Урал аръяғы райондарында ғына түгел, тотош Башҡортостанда, шулай уҡ сит өлкәләрҙә лә уңышлы сығыш яһап, меңдәрсә тамашасының һөйөүен яулап, киң танылыу тапты. Бөгөн дә ул үҙ тамашасыһын яңынан-яңы әҫәрҙәре менән ҡыуандыра, уларға рухи аҙыҡ өләшә. Сибай театрының үҙенә генә хас халыҡсанлығы һәм үҙ ижадына тоғро артистары бар. Театрҙың художество етәксеһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, режиссер Дамир ҒӘЛИМОВ менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.


— Дамир Мәжит улы, юбилей мәшә­ҡәттәренең иң ҡыҙған мәле: яңы премьера, юбилей алды гастролдәре, тан­та­налар, ҡунаҡтар, артистар, алҡыш­тар һәм балҡыштар... Кәйефтәр нисек?
— Хәтәр шәп! 85 йәш кеше тормошонда иң абруйлы һәм хөрмәтле дата булһа, театр өсөн ул мәңгелектең бер мәле генә. Әммә ошо йылдар эсендә күпме роль тыуған, күпме образ уйналған, нисәмә быуын артистары үҙ ҡанаттарын нығытҡан, оло сәнғәт донъяһына юл ярған. Күпме йәш драматург үҙенең тәүге әҫәрен сәхнәләштергән, күпме яңы йыр яҙылған, күпме тамашасы театрға, сәнғәткә ғашиҡ булған... Аныҡ ҡына әйтеү мөмкин дә түгел.
Сибай театры Башҡорт дәүләт академия драма театрынан ҡала республикала икенсе профессиональ башҡорт театры һанала. Бында Башҡортостанда ғына түгел, хатта унан ситтә лә ҙур танылыу яулаған шәхестәр үҫеп сыҡҡан. Режиссерҙар, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре Елизавета Сыртланова, Ғәмбәрә Мансурова, талантлы рәссамдар, БАССР-ҙың халыҡ артистары Ғәлиә Имашева, Мөхәммәт Арыҫланов, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Мәғәфүр Хисмәтуллин, Башҡорт­остандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Ишмулла Дилмөхәмәтов, Ғата Сөләймәнов, Арыҫлан Мөбәрәковтарҙың да яҙмышы Сибай театрына тығыҙ бәйләнгән. 1991 йылда Сибай башҡорт дәүләт драма театрына тәүге художество етәксеһенең — СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков исеме бирелә.
Ысынлап та, коллектив өсөн яуаплы осор: артистар труппалар менән юбилей гастролдәренә сыға, Ғүмәр Ғәйүмдең “Мираҫ” әҫәре менән яңы ижади миҙгел асылды, шулай уҡ дәртләнеп өр-яңы премьераға әҙерләнәбеҙ.
— Сер булмаһа, тамашасы ниндәй әҫәрҙе ҡараясаҡ?
— Театрҙың юбилей тантанаһы 28 октябргә тәғәйенләнгән. Унда төрлө яҡтарҙан абруйлы ҡунаҡтар көтөлә, шулай уҡ бында төрлө йылдарҙа эшләп киткән артистар ҙа килер, тигән өмөттәбеҙ. Ошо уңайҙан яҙыусы Лира Яҡшыбаеваның “Мөжәүир хәҙрәт” тигән әҫәре буйынса “Әүлиә” драмаһын тамашасы хөкөмөнә сығарасаҡбыҙ.
— Театрҙың репертуарына күҙ һалғанда, милли драматургия нисектер ситләтелгән кеүек. Күберәк бүтән милләт әҙиптәренең әҫәрҙәре ҡуйыла...
— Иң ауыртҡан еребеҙ был. Сәхнәгә ҡуйыр өсөн яңы әҫәрҙәр юҡ. Беҙҙең театр Наил Ғәйетбаев, Тамара Ғәниева, Таңсулпан Ғарипова, Рәлиф Кинйәбаевтарҙың драмаларын тәүгеләрҙән булып сәхнәгә сығарҙы, уларға драма яҙыуға этәргес бирҙе. Йәштәрҙән Салауат Әбүзәровтың әҫәрҙәре һөйөндөрөп алды, әле Мөҙәрис Бағаев тигән бик үҙенсәлекле драматург үҫеп килә. Һәйбәт әҫәрҙәр бар ул, әммә уларҙы сәхнәгә ҡуйыу мөмкин түгел.
Сибай театрының төп тамашасыһы — ауыл ерендә йәшәгән халыҡ. Шунлыҡтан беҙгә ауыл тормошон яҡтыртҡан, уларҙың проблемаларын сағылдырған, көндәлек темаларҙы күтәргән әҫәрҙәр кәрәк. Икенсенән, театрыбыҙ үҙенең халыҡсан булыуы менән күптәргә яҡшы таныш, күп кенә әҫәрҙәр “ағас” тел менән яҙылып, һутлы һәм аҫыл телебеҙҙе бөтөнләй юҡҡа сығарып та ҡуйғылай.
Театр — милли телде һаҡлаусы мәҙәни үҙәктәрҙең береһе. Уның төп тәғәйенләнеше – халыҡҡа хеҙмәт итеү, быуаттар һәм быуындар бәйләнешен өҙмәй, ата-баба­ларыбыҙҙың рухи байлығын түкмәй-сәсмәй тамашасыға алып барып еткереү. Үҙебеҙҙең яҙыусыларҙың ебәргән әҫәрҙәрен уҡый барып, сәхнәгә йүнле бер әйбер ҙә сығарып булмаҫын аңлағас, аптырағандан тотонаһың сит драматургтарҙың “портфелен” аҡтарырға.
— Белеүебеҙсә, байтаҡ йылдар Тал­ҡаҫ буйында йәш драматургтар семинары ойошторолдо. Республика те­атр­ҙары өсөн уның әһәмиәте, дөрө­ҫөрәге, файҙаһы булдымы? Яңы драматургтар табылдымы? Әҫәрҙәрен театр­ҙар ҡуйҙымы?
— Ысынлап та, драматург Наил Ғәйетбайҙың инициативаһы менән бер нисә йыл рәттән Талҡаҫ күле буйында йәш драматургтар семинары ойошторолдо. Бында Мәскәүҙән, Өфө ҡалаһынан театр белгестәре, тәнҡитселәр менән бер рәттән, респуб­ликаның төрлө театрынан режиссерҙар ҡатнашты. Ҡайһы берҙә матур драма әҫәренә юлыға торғайныҡ, улар төрлө театрҙарҙа ҡуйылды. Иң мөһиме — һөҙөмтә булды. Әле лә бар ундай йыйындар, тик улар Өфөлә үтә. Әммә семинарҙарҙың хәҙергеһе милли драматургияны үҫтереүгә ниндәйҙер өлөш индерә, тип әйтә алмайым. Нисәмә йыл үтеүенә ҡарамаҫтан, унда тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙе республиканың бер генә театры ла сәхнәләштермәне.
— Илдә барған ҡулайлаштырыу күренеше театрҙы ла урап үтмәне. Был үҙегеҙгә аҡса эшләүҙә лә, премьера ҡуйыу өсөн әҫәр һайлағанда аҙыраҡ ролдәре булған спектаклгә туҡталы­уығыҙҙа ла күренә. Сибай театрының киләсәге бармы?
— Ауыр һорау. Яуапты бер аҙ ситлә­теберәк башлар инем. Элек-электән мәҙәни усаҡтар бер генә илдә лә табыш килтереү урыны булмаған. Ул тамаша­сыларҙа матурлыҡ, мәҙәнилек тәрбиәләй. Хатта Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ла театр яугирҙәрҙе батырлыҡҡа өндәгән, уларҙың рухтарын нығытҡан, күңелдәренә еңеү өмөтө биргән.
Бөгөн хәл күпкә киҫкенләште. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең, шул иҫәптән артис­тарҙың эш хаҡы һаман булһа иң түбәне булып ҡала килә. Гастролдәргә йөрөп, үҙебеҙгә театр ҡаҙнаһын тулыландырыу талап ителә. Һаман булһа иҫке көй, тауыш, яҡтыртыу өсөн көйләү аппараттары менән эш итәбеҙ. Шуныһы көйөндөрә: элек ауылдарҙа халыҡ эркелеп спектакль ҡарарға йөрөһә, бөгөн улар битараф: кемеһенең аҡсаһы юҡ, икенсеһенең — ваҡыты, тигәндәй.
Ауылдарҙа мәктәп, клубтарҙың ябылыуы ла беҙҙең өсөн яҡшыға түгел, ҡайһы бер урында тамаша ҡуйыр өсөн бина юҡ. Әгәр элегерәк артистар ай буйы гастролдә йөрөһә, әле улар автобус менән яҡын райондарҙа, көн һайын кис ҡайтып йөрөп, сәхнәлә уйнарға мәжбүр. Сөнки йоҡлау, ашатыу өсөн сығым байтаҡ китә. Үҙ көнөбөҙҙө үҙебеҙгә күрергә тура килә. Ауылдарға йөрөмәй ҙә булмай, беҙ Сибайҙа ғына уйнай ҙа алмайбыҙ. Әле әйтеүебеҙсә, күпселек тамашасыбыҙ ауыл ерендә йәшәй.
Театрға килгәндә, һис шикһеҙ, уның киләсәге бар. Башҡортостандың ниндәй генә тарафтарында булһаҡ та, Сибай театрын “Үҙебеҙҙең театрыбыҙ килде!” тип ҡар­шылайҙар икән, тимәк, беҙ тамашасыларға кәрәкбеҙ.
— Ә бөгөн Сибай сәхнәһендә нисә актер уйнай?
— Бөтәһе 27 актер бар, шуларҙың иң олоһо Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмилә Хоҙайғолова булһа, иң йәше — яңы ғына театрҙа эш башлаған Регина Ишбулатова.
— Дамир Мәжит улы, Сибай театры үҙенең күркәм 85 йыллығын билдәләй, ә үҙегеҙҙең ошо театрҙың художество етәксеһе булып эшләгәнегеҙгә 30 йыл тула. Өс тиҫтә йыл етәкселек итеү еңелдән түгелдер бит?
— Күңелең ҡушҡан һәм яратҡан эшең барында ижад итеүе лә, йәшәүе лә еңел. Һәр көн театрға дәртләнеп киләм, шатланып ҡайтам. Иң мөһиме — сәхнәгә ҡуйырлыҡ яңы әҫәрҙәр тыуһын, милли драматургия сәскә атһын, йөҙөп эшләгән актерҙар булһын. Беҙҙең өсөн иң ҙур баһа – халыҡ һөйөүе, Хоҙай беҙҙе яратҡан һәм алҡышлаған шул тамашасыларҙан айырмаһын!

К. ИШБУЛДИНА әңгәмәләште.




Вернуться назад