Йәшәйем әле ауылда
Йәшәйем һаман ауылда
Көндөҙ бушамай эштән.
Йөҙөм яҡты. Көнсөлдәрҙәй
Янып-көймәйем эстән.
Ауылда мин йорт төҙөйөм,
Тик ләззәт алып эштән.
Әле генә ҡыш ине бит,
Бөгөн сейәләр бешкән.
Аяҡ аҫтым – мәрмәр, йәшмә,
Йондоҙҙар яуа күктән.
Халҡымдың эшһөйәрлеге
Минең күңелгә күскән.
Йәшәргә яҙһын ауылда,
Ҡот, илһам алып эштән.
…Пар ҡанатлы итә мине
Шиғриәтем-фәрештәм.
Кеше ғәмәлдәре
Һәр кешенең була ғәмәлдәре,
Насарҙары була, яҡшылары.
Бизмән менән ғәмәл үлсәгәндә,
Кеше ниәттәре асыла бары.
Берәү ҡылһа әгәр изге ғәмәл
Һауаланыу һәм сәм теләгенән,
Ниәттәре, тимәк, саф түгелдер,
Сыҡмағандыр уның йөрәгенән.
Тик эскерһеҙ, изге ниәт кенә
Лайыҡ була, беләм, сауаптарға.
…Саф күңелдән изге ғәмәл ҡылып
Атла, Кешем, яңы быуаттарға.
Кеше күңеле
Бер ҡараһаң, фәрештә һин,
Ҡай саҡтарҙа шайтандай.
Эстән ҡара күмер кеүек,
Тыштан – ялтыр, алтындай.
Үҙгәреп тора күңелең –
Нәҡ һауа торошондай.
Йылан булып һөйрәләһең,
Осаһың ыласындай.
Былбыл булып һайрайһың йә
Олойһоң ас бүреләй.
Ғәрлегеңдән, оятыңдан
Янғаның бар тереләй.
Үҙгәрмәй тик тау-ҡаялар,
Күңел тора үҙгәреп.
Һәр бер ҡайғы-ҡыуанысты
Үҙе аша үткәреп.
Үҙгәреп тора телмәрең
Нәҡ һауа торошондай.
…Башҡорт балы кеүек татлы,
Әсе аш боросондай.
Йәшә!
Тормош һынай, бәреп-һуға,
Өмөт бирһә, алдатмай.
Ике ғәмәл кешеләрҙе
Йәшәртә һәм ҡартайтмай.
Беҙ кешеләр төрлө-төрлө,
Кем табип, кем көтөүсе.
Яҡшы һүҙ менән күркәм эш
Күңелде йәшәртеүсе.
Бер кемде итмәй иманлы
Дәрәжә йәки урын.
Кеше беленә кешегә
Һуҙғанда ярҙам ҡулын.
Тормош йөгө ауыр, беләм,
Һәр кем уны тарталмай.
…Изге ғәмәлдәрҙе ҡылып,
Йәшә, кешем, ҡартаймай.
Кеше шатлыҡтары
Тормош нимә? Тоҙ, шәкәрме?
Киләм әле йомаҡ сисеп.
Ҡыштың ҡара һыуығында
Теҙ-быуындан көрттәр кисеп.
Бал-шәкәрҙәй татлы тормош,
Әсе ҡайсаҡ тоҙ-боростай.
Ярай әле сыҙамлымын,
Сыныҡҡанмын мин ҡоростай.
Көн торошон үҙгәрткәндәй
Кеше үҙгәртә булмышын.
Изге ғәмәлдәре менән
Биҙәй, йәмләй үҙ тормошон.
Кеше ныҡлы тимер кеүек,
Сыныҡҡан кеше ҡоростай.
…Уның кескәй шатлыҡтары
Ҙурайһындар Эльбрустай.
Рельстан төшкән вагон
Һин – тепловоз, йәш һәм дәртле,
Һинең иң матур сағың.
Ә мин инде – таушалған бер
Рельстан төшкән вагон.
Беҙҙең состав туҡтап ҡалған,
Беләм, минең арҡала.
Ни алға булмай елдереп,
Китеп булмай артҡа ла.
Ташлап китеп булмай мине,
Ысҡындырып составтан.
Беҙҙең яҙмыштар, күрәһең,
Бер-береһенә тоташҡан.
Һин – тепловоз, көслө, дәртле,
Һинең иң матур сағың.
Ә мин инде – таушалған бер
Рельстан төшкән вагон.