Кем – Креон, ә кем – Антигона?04.10.2016
Кем – Креон, ә кем – Антигона? М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 97-се яңы ижад миҙгеле асылыу айҡанлы журналистар өсөн матбуғат конференцияһы булды. Хәбәрселәрҙе театр актерҙарының Бүрәт Республикаһында үткән “Алтан Сэргэ” халыҡ-ара милли театрҙар фестивалендә ҡатнашыуы һәм октябрҙә сәхнәгә сығасаҡ “Антигона” спектакленең премьераһы ҡыҙыҡһындырҙы.

Бүрәт иленән ижади төркөм буш ҡул менән ҡайтмаған: “Иң яҡшы актер ансамбле” һәм “Заманса милли прозаға мөрәжәғәт иткәне һәм сәхнәлә яңы алымдар эҙләгәне өсөн” махсус премияларына лайыҡ булған. Ижади форумға “Хыялға ҡаршы” (авторҙары – А. Бай­мөхәмә­тов, А. Ишбулдина) спектаклен тәҡдим иткән режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев был фестивал­дә ҡатнашыуҙы ойошторғаны өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығына, театр етәкселегенә һәм бағыусылар “УМПО” компанияһына, ”Газпром трансгаз Уфа” предприятиеһына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Ә бына француз драматургы Жан Ануйҙың “Антигона” спектакле 97-се миҙгелдең беренсе премьераһы буласаҡ. Әйткәндәй, сәхнәгә ҡуйыу­сы режиссеры – Ғ. Камал исемендәге Татар дәү­ләт театрының баш режиссеры Ф. Бикчәнтәев.
– Был эш тағы ла бер тапҡыр Башҡорт­остан менән Татарстан араһындағы оҙайлы дуҫлыҡты нығытыр. Был дуҫлыҡ һүҙҙә йәки ҡағыҙҙа ғына ҡайтып ҡалмай, ә ысын эштәр менән нығына. Ошо хеҙмәттәшлек беҙҙе байыта, яңы үрҙәргә ынтылыу өсөн көс бирә, – тине башҡорт театрының художество етәксеһе Олег Ханов.
Әҫәр милли сәхнәлә беренсе тапҡыр ҡуйыла: уны башҡортсаға Факил Мырҙаҡаев тәржемәләһә, сценография өҫтөндә театрҙың баш рәссамы Альберт Нестеров эшләй.
Креон ролен Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов, Антигонаны Лилиә Ғәлина башҡарасаҡ. Актриса билдәләп үтеүенсә, был роль өҫтөндә эшләү уны “эске һынылыш”ҡа алып килгән, уға әлегәсә кисерелмәгән тойғолар менән эш итеүе тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ булған. Спектаклдә шулай уҡ бик күп йәш актер­ҙарҙың ҡатнашыуы көтөлә.
Сарала киләсәккә пландар менән дә уртаҡлашып, театр етәксеһе О. Ханов был ижад миҙгелендә бик күп сағыу, үҙенсәлекле, матур әҫәрҙәр ҡуйыласағы хаҡында ла әйтте. Шулар араһында балалар өсөн “Диңгеҙ. Утрау. Хазина” пираттар мажараһы ла, Флорид Бүләковтың пьесаһы ла, И. Йомағо­лов­тың “Нәркәс” спектаклен яңыса сәхнәләш­тереү ҙә, Гүзәл Яхинаның “Зөләйха күҙҙәрен аса” романы буйынса спектакль дә бар.



Вернуться назад