Шиғырҙары ҡайтты иленә04.10.2016
Шиғырҙары ҡайтты иленә Яңыраҡ ҡулыма уйламаған ерҙән үҙнәшер ысулы менән баҫылған ғәйәт ҡыҙыҡлы бер шиғри йыйынтыҡ килеп керҙе. “Таң йондоҙо – Сумарым” тип атала ул. Минең өсөн айырыуса ҡәҙерле был йыйынтыҡ һәм уның авторы тураһында ентекләберәк һөйләп бирергә булдым.


Унан ҡалған ҡомартҡы

Стәрлетамаҡ районы Яңы Абдрахман (Түбәнге Сумар) ауылының моңло, хисле, уйсан бер егете Әхәт Абдулла улы Ғәйфуллинды (1930 – 2005) 1958 йылда яҙмыш елдәре уйламаған ерҙән таш ҡала – Ташкент тарафтарына юлыҡтыра. Шул китеүҙән уға йәндәй күргән, төндә төш­тәренә кергән тыуған ауылын, өҙөлөп яратҡан Өршәк буйҙарын ҡабат бер генә тапҡыр ҙа ҡайтып күрергә насип булмай. Хәҙер бына алыҫ йылдар, урау юлдар аша, унан ҡалған бер ҡомартҡы булып, тыуған яғына шиғырҙары әйләнеп ҡайтты. Әхәт ағайҙан ҡалған был мираҫ әлеге көндә Ташкентта ғүмер иткән бер туған һеңлеһе Фәриҙә Ғәйфуллинала һаҡланған һәм, уның һорауы буйынса, Л. Аҙнағолова, Р. Ғәлиева, М. Аҙнағолова, ошо ҡулъяҙ­маны бергә туплап, “Таң йондоҙо – Сумарым” тигән бик матур исем ҡуйып, айырым китап итеп донъяға сығарған. (Шиғырҙарҙы Әхәт Ғәйфуллин ике телдә – башҡортса һәм урыҫса – яҙған).
Әхәт ағайҙы мин малай саҡта бер аҙ ғына күреп, белеп йөрөнөм. Тәбәнәк кенә буйлы, ҡара сәсле, һорғолт күҙле, мөләйем йөҙлө, тыйнаҡ, итәғәтле бер ағай ине ул. Бына йәнле бер картина: ул ваҡыттағы беҙҙең ауылға күрше элекке “Әлшәй” совхозының Красноармейский бүлексәһе баҫыуында трактор рулендә Әхәт ағайҙың ер һөрөп йөрөгәне һаман булһа күҙ алдымда. Әле хәҙер ауылдаш ағайымдың йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәре осһоҙ-ҡырыйһыҙ ваҡыт даръялары аша минең дә йөрәгемә килеп ҡағылды. Яҙғандарын ҡат-ҡат уҡыйым да, ысын шағир булаһы кешене, уның үҙ һүҙ­ҙәре менән әйткәндә, “аҙғын яҙмыш” алыҫ ерҙә аҙаштырып ҡалдырған икән дәбаһа, тип үкенес тойғоһо кисерәм. Шиғырҙары­нан күрене­үенсә, быны аңлау уның үҙе өсөн дә еңел булмаған.
Йыйынтыҡты баҫмаға әҙерләүселәрҙең Әхәт Ғәйфуллин шиғырҙарына ҡарата: “Улар, әлбиттә, шиғриәт ҡанундарынан, поэтик нормаларҙан алыҫ... Шулай ҙа ғә­зиз төйәгенән айырылыу һағышынан зар-интизар булып ҡәләмгә тотонған кешенең яҙмалары донъя күрергә хаҡлылыр, моғайын. Тормошоноң ауыр минуттарында бала саҡ, йәшлек хәтирәләре менән күңелен йыуатып, йәшәргә көс алған, мөлдөрәмә тулы тойғоларын аҡ ҡағыҙға төшөргән Әхәт Абдулла улы Ғәйфуллин­дың әйтәһе һүҙҙәре туғандары, ауылдаштары, яҡташтарының күңеленә барып етер тигән ышаныстабыҙ”, – тип яҙалар. Был фекерҙәргә мин дә тулыһынса ҡушылам.
Алда Әхәт ағайҙы аҙ-маҙ ғына күреп белеүем тураһында әйтеп үткәйнем. Әммә уның һәм уларҙың ҙур ғаиләһенең сит ерҙәге тормошо, яҙмыштары тураһында бер ни ҙә белмәй инем. (Ҡасандыр бер туғандай кеүек дуҫ, татыу йәшәгән бер ауыл кешеләренең шулай ғүмерлеккә айырылыуына нисек үкенмәҫһең. Юҡ, һис юғы бер-беребеҙҙе онотмайыҡ, йышыраҡ иҫкә алып, мөмкинлек булғанда хәбәрлә­шеп, хәл белешеп торайыҡ, ҡәҙерле ауылдаштарым минең! Ауылы берҙең – ҡәүеме бер тип юҡҡа ғына әйтмәгән боронғолар).
Ә бит һәр ижад кешеһе – үҙе бер серле донъя, үҙе бер микрокосмос. Әгәр ҙә “Таң йондоҙо – Сумарым” тигән йыйынтыҡ өсөн Әхәт ағайҙың һеңлеһе Фәриҙә Ғәй­фуллина баш һүҙ яҙмаған булһа, мин авторҙың эске донъяһын барыбер аңлай алмаған булыр инем. Шуға күрә, шиғырҙар тураһындағы һүҙҙе аҙаҡҡараҡ ҡалдырып, уҡыусылар иғтибарына, аҙ ғына ҡыҫҡар­тыуҙар менән, китапҡа баш һүҙ итеп бирелгән мәҡәләне тәҡдим итергә булдым.
“Солтан булып йәшәүгә ни етә...”

Бына ул “Ҡалды ғәзиз илебеҙ...” тигән мәҡәлә:
“Беҙ йәмле Өршәк буйындағы Сумар (Яңы Абдрахман) ауылында атайым Абдулла менән әсәйем Хәтирә ғаиләһендә ете бала үҫтек. Иң өлкәне – Әсмә, унан Закирә, Әхәт, Сажиҙә, Фәниә, Фәриҙә һәм Каррам. Өршәк һыуын эсеп, киң яландарын буйлап, балалыҡтың иң гүзәл эҙҙәрен шунда ҡалдырып, үҫеп буй еткерҙек. Атайыбыҙ (1891 – 1971) Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хеҙмәт армияһында яраланып, инвалид булып ҡайтты. Ауылда колхоз рәйесе булып эшләне. Ул бик сабыр, тыныс, ғәҙел кеше ине. Беҙ ҙә, атай-әсәйебеҙҙән өлгө алып, тырышып эшлә­нек, һәр беребеҙ ғаилә ҡороп, күңелебеҙгә ятҡан һөнәрҙәргә эйә булдыҡ.
Әйтәһе һүҙем – Әхәт абзыйым хаҡында. 1930 йылда тыуған абзыйымдың балалыҡ һәм үҫмер сағы ҡәһәрле һуғыш йылдарына тура килде. Сумар ауылындағы мәктәптә 4 класс тамамлағас, Мораҙым ете йыллыҡ мәктәбенә юллана. Әммә, колхозда эшләр­гә кеше булмағанлыҡтан, уны кире ҡайта­ра­лар. Ир-егеттәр – фронтта, ауылда ҡатын-ҡыҙ һәм балалар ғына ҡала. Шул үҫмер балалар йәй көндәре үгеҙ менән ер һөрөп, көтөү көтөп, ҡышын фермала эшләп, ваҡ туғандарын үҫтерергә ярҙам итте.
Һуғыштан һуң абзыйымды тракторсылар курсына уҡырға ебәрҙеләр. Артабан армияға киткәнсе һабанда булды, ер һөрҙө. 1952 – 1956 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хәрби бурысын үтәне. Хеҙмәтенең тәүге йылында уҡ хәрби мәктәптә уҡый һәм уны авиамеханик итеп тәғәйенләйҙәр. Дүрт йылдан, Ватан алдындағы бурысын үтәгәс, ауылға ҡайтты, институтҡа инеү теләге менән янды. Әммә, урта белеме булмағанлыҡтан, хыялы тормошҡа ашманы. Сараһыҙҙан яңынан комбайнға ултырҙы, “Әлшәй” игенселек совхозында комбайнсы-механик булып тир түкте, иртә таңдан ҡара кискә тиклем ер эшенә сумды.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Башҡортостандан бик күптәр Ташкент яғына юлланды. Шуларҙың береһенә эйәреп, беҙҙең Закирә апайыбыҙ ҙа китте. Бер аҙҙан, 1958 йылда, Закирә апайымдың хәлен белергә тип, әсәйем менән Әхәт абзыйым Ташкентҡа барырға булды. Хәл белергә генә тип юлға сыҡҡан әсәйебеҙ ҡаты ауырып китә. Вафаты алдынан ул Әхәткә: “Туғандарыңды, һәм атайыңды бында күсереп алып кил”, – тип васыят әйтә. Бына, шулай итеп, барыбыҙ ҙа тиерлек Ташкентҡа юлландыҡ һәм, үҙ илебеҙҙән айырылып, ошонда төпләндек.
Бик аҡыллы, ғәҙел, сабыр, эшһөйәр, ғаиләһен яратыусы кеше булды Әхәт абзыйым. Кешеләр менән дуҫлашып, татыу йәшәүҙе хуп күрҙе, урынын белеп, уйлап ҡына һөйләр ине. Тырышып уҡып, киске мәктәптә урта белем алды һәм Ташкент дәүләт университетына уҡырға инде. Ләкин тормош ауырлығы, ғаилә мәшәҡәте уға уҡып бөтөргә форсат бирмәне – 4-се курс­та уҡыуын ҡалдырырға тура килде... Тормош иптәше Сания менән ике бала үҫтерҙеләр. Ҡыҙҙары Илмира – врач, Ташкентта йәшәй. Улдары Венер Мәскәү университетын тамамланы, һөнәре буйынса инженер-энергетик, яҙмышын Рәсәйҙең баш ҡалаһы менән бәйләне.
Әхәт абзыйымдың тормошондағы иң ҙур фажиғә аяғын юғалтыу булды. Заводта эшләгәндә станок төшөп, бер аяғы йәнселгән. Шул хәлде бик ауыр кисерҙе, һыҙланды, ныҡ ҡайғырҙы. Тыуған илен, ауылды, уның кешеләрен бик һағынһа ла, аяғы булмауға уңайһыҙланып, төштә­ренә инеп йөҙәткән Сумарына ҡабат бер ҡасан да ҡайта алманы. Апайыбыҙҙың хәлен белергә тип кенә киткән саҡта Ватаны менән мәңгелеккә хушлашыуын белһә, ике аяғының береһен дә баҫмаҫ ине ул яҡтарға.
1977 йылда, пенсияға сыҡҡас, умарта­сылыҡ эшенә тотондо. Умарталарын Ташкенттан ситкә, таулы, дала-яланлы яҡтарға алып сығыр ине. Тап шул ваҡытта шиғыр юлдарын ҡағыҙға төшөрә башланы. Тәпәй баҫҡан тыуған ерен, Өршәк һыуҙарын, йәшлеген, ҡылғанлы далаларын иҫкә алып, һөйөклө Башҡортостанын һағынып йәшәне. Үҙәк өҙөрлөк һағыштарға нисек түҙгәндер йөрәге... Беҙ бит, сит ил кешеләре булып, айырылып ҡалдыҡ. Тамырҙарыбыҙ бер булһа ла, ят бауырға әйләндек. Ә уның бик тә ғәзиз үҙ илендә ғүмер кисергеһе килә ине. Үҙ илендә белем алһа, ҙур кеше булыр ине, сөнки тәбиғәттән бик зирәк, аҡыллы булды. Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул, тиһәләр ҙә, үҙ илеңдә солтан булып йәшәүгә ни етә!
Хәҙер йәштәр күпләп сит илгә китә, улар ҙа беҙҙең һымаҡ олоғайғас, үҙ илдә­рен бик һағынып, зар илап ултырмаһалар ярай ҙа.
Эх, шул саҡта ауылыбыҙҙа саҡ ҡына тормош шарттары, уҡыу, эш урыны бул­ғанда, беҙ былай һибелмәҫ инек бит. Сумарҙан беҙҙең ғаилә генә түгел, бөтөн ауыл халҡы төрлөһө төрлө яҡҡа таралды. Күпме ҡыйратылған яҙмыштар, тормошҡа ашмаған хыялдар... Аллаһы Тәғәлә кеше­ләргә ләззәттә, шатлыҡта ғына йәшәргә бирмәгән, уға тормош һынауҙарын, ҡатмарлы юлдарҙы ла үтергә ҡушҡандыр, күрәһең.
Ташкентта үзбәктәр араһында йәшәп, уларҙың телен өйрәнеп бөттөк, шулай ҙа туған телебеҙҙе ташламаныҡ, үҙ-ара һәр ваҡыт башҡортса һөйләштек. Мөмкинлек булғанда “Ағиҙел” журналын да алдырып уҡып барҙыҡ.
Башҡортостанды, тыуған ауылыбыҙҙы, уның ҡырҙарын, хатта әремен дә һағынып, шиғырҙар ижад итте Әхәт абзыйым. Ҡәҙерле кешебеҙҙең яҡты иҫтәлеге хаҡына уларҙы китап итеп баҫтырыуҙы изге бурысым тип һананым.

Фәриҙә Абдулла ҡыҙы Ғәйфуллина.
Ташкент. 2014 йыл”.

Йырланмаған йырҙар, яҙылмаған һүҙҙәр

Әхәт Ғәйфуллин шиғырҙары... Ҡыуан елдәргә ҡурылып, тумалһа ла, асылып өлгөрмәгән ялан сәскәләрен хәтерләтә улар миңә. Әммә ни тиклем ихласлыҡ, сафлыҡ, асыҡлыҡ бөркөлөп тора бында! Шаҡтай оҙон ғүмер юлында ниҙәр күрһә, ни кисерһә, ниндәй ауыр һынауҙарға, һыҙланыуҙарға дусар булһа, барыһын да шиғыр юлдары аша әйтеп бирергә ынтыла автор. Бөтөнөһөнән бигерәк тыуған ер, тыуған ауылды һағыныу хистәре, бала һәм үҫмер саҡтың, йәшлектең яҡты хәтирәләре менән һуғарылған уның ижады. Бына минең өсөн дә бик ҡәҙерле, әйтерһең, миңә төбәп яҙылғандай “Үҫмер малай” тигән шиғыр:
Үҫмер малай ашарға ла ҡайтмай –
Ҡулдарынан тимерсенең күҙен алмай.
Иҫеңдәме шулар? Балыҡ аулай
Өршәк йылғаһында үҫмер малай.
Тимерлектә ике көс бар ине,
Шулар ҡыҙыҡтырыр ине һине –
Тимерсенең ике оҫта ҡулы
Һәм усаҡтың ҡыҙыу уты.
Ауыл осондағы яңғыҙ өйөң,
Урам аша тимер-томор, ҡалай.
Тимерлектә үткән йылың, көнөң
Иҫеңдәме һинең, үҫмер малай?

Эйе, иҫтә, минең дә иҫтә ауыл осондағы ул яңғыҙ өй, урам аша уға ҡаршы беҙҙең колхоз тимерлеге, тимерсенең оҫта ҡулдары. Мин дә, ғәжәпләнеп, мауығып, бик йыш бара торғайным унда. Үҫмер йәшем еткәс, мин дә шул уҡ һуҡмаҡтар буйлап үткәнмен икән...
Һуғыш йылдарында һәм һуғыштан һуңғы осорҙа Әхәт ағай кеүек үҫмерҙәр, үгеҙ егеп, ер һөрҙөләр, ураҡ урҙылар, трактор руленә ултырҙылар, заводтарҙа станоктар янына баҫтылар. Урыҫ телендә яҙылған “Военных лет подросток” тигән шиғырҙа нәҡ бына шул быуын вәкилдәренең сағыу портреты күҙ алдына килеп баҫа:
Через годы вижу как сейчас –
Огромное поле под пахоту.
Снует там с утра до вечера
Юноша в крестьянской рубахе.
Парень и трактор в одной упряжке,
Сладок же запах ранней весны!
Глушить бы мотор ему у дорожки –
На перекрестке своей судьбы.

Надо бы ему учиться...
На кого же положиться,
Ныне надо ему трудиться,
Иначе как прокормиться?
Плечи узки, мал ростом,
Лицом худой, но – за рулем.
Тот самый некрасовский
Мужичок с ноготок.

Ҡәһәрле һуғыш йылдарындағы ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә күтәргән, үҙ йөрәге аша үткәргән шағир яу яландарында ҡандарын түгеп, илде һаҡлап һәләк булған ауылдаштарын – “ыласын егеттәрҙе” һағынып иҫкә ала. “Арып ҡайтҡан атҡайыма / Бирер инем бесән иркәләп, / Ватан ирҙәренә, ауылдаштарыма / Бағышланым доға, иртәләп”, – тип иң мөҡәддәс ниәттәре менән уртаҡлаша.
Йыйынтыҡҡа ингән шиғырҙар, нигеҙҙә, 1993–2003 йылдар арауығында яҙылған. Ах, йәшерәк сағында алған булһа икән ҡулына ҡаурый ҡәләмде! Был хаҡта ул үҙе лә: “Йырланмаған йырҙар, яҙылмаған һүҙҙәр / Ник килделәр миңә бик һуңлап?”; /“Ҡояш байығанда ғына һиҙҙем/ Күкрәгемдә йырҙар барлығын”, – тип үкенә, әлбиттә. Әммә яҙмыш юлын турайтып йә төҙәтеп булһа икән дә бит. Юҡ шул. Улай ғына ла түгел, кешенең киләсәге, күрәсәге илаһи көс тарафынан алдан билдәләнгән булыуына ла ышанмаһаң да, ышанырһың.
Әхәт Ғәйфуллиндың үҙ яҙмышын, үҙ шәхсиәтен үтәнән-үтә күреп, һис кенә лә арттырмай ҙа, кәметмәй ҙә тигәндәй, оло аҡыл эйәләре һымаҡ тасуирлап биреү йәһәтенән “Пушкин предсказал” тигән шиғыры айырыуса иғтибарҙы йәлеп итә. Һис һүҙһеҙ үҙенсәлекле алым – уның кем булырын һәм ниндәй булырын күптән үк бөйөк Пушкин әйткән икән дә баһа! Һәм нимәһе ғәжәп: был шиғырҙы яһалма, уйҙырма тип әйтергә бер ҙә тел бармай. Бер ҡараһаң, ябай ғына кеүек, әммә бик тәбиғи ҡабул ителә, хатта ышандырған һымаҡ та ул. Бер юлын да ҡыҫҡартмайын­са күсереп алырға ла булыр ине был шиғырҙы, әммә оҙонға китә. Шулай ҙа бер өҙөк килтереп үтәйем. Бына башҡорт илендәге Сумар тигән бер ауылдың Әхәт исемле хыялбай балаһы тураһында йөҙ йыл элек үк Пушкин нимә тип алдан уҡ әйтеп ҡуйған, йәнәһе:
Не дожидаясь конца пути к закату,
Пушкин предсказал из Сумара Ахату:
“Пройдет лет сто или около ста,
После меня ты родишься
Из иного совсем теста.
В поздней старости неплохие
Будешь писать ты стихи.
Догадки мои сухие,
Мир живет стихией.
Не пиши ты про Онегина,
Тоже и про Татьяну,
Найди своего гения –
Какую-нибудь свою Санию.
Родившись Урала ты близь,
Проживешь за Тянь-Шанем жизнь...”
Авторҙың үҙе, булмышы, донъяға ҡарашы хаҡында ғәжәп бер теүәллек, тапҡырлыҡ менән әйтеп бирә белеүе күңелгә үтеп инә. Төплө, тәрән тормош аҡылы, тормош тәжрибәһе һалынған бындағы шиғри юлдарға. Бына тигән автопортрет тип атарға була был шиғырҙы. Ә инде авторҙың һөйгәненә (“Встретил принцессу”), һөйөклө балаларына (“Аистина-дочь”, “Нет такого сына у моего соседа”) арналған лирик шиғырҙары был күркәм портретҡа, дөрөҫөрәге, шағир шәхесенә өр-яңы, ысын мәғәнәһендә гүзәл һыҙаттар өҫтәп ебәрә.

“Башҡорттоң үҙ иле бар”

Ауылдашым Әхәт ағайҙың иҫ китәрлек ихтыяр көсө, ауыр һынауҙарға ҡарамаҫтан, яҙмышына зарланмауы, төшөнкөлөккә бирелмәүе, Хоҙай биргән ғүмерҙең, яҡты донъябыҙҙың ҡәҙерен белеп йәшәргә ынтылыуы һоҡландыра. Бына “Күңел уты” (“Огонь души”) тигән ҡыҫҡа ғына шиғыр:

Если будет твой путь
Трудным и шершавым чуть,
Никого ты не брани,
Остановись, оглянись,
огонь сердца сохрани.
Будет радость, будет печаль,
В конце пути найдешь причал.
Будь благодарным судьбе,
Жизни радость и души честь
сохрани при себе.


1997 йылдың 17 сентябрендә яҙылған был юлдар. Йә, зәғифлектән яфаланып йәшәгән алтмыш ете йәшлек шағир яҙған тип кем уйлаһын! Бына ниндәй була кешенең эске көсө, рух ныҡлығы, рухи сәләмәтлеге! Аяҡ-ҡулдары, бөтөн тән ағзалары имен-аман булып та, үҙ яҙмышын үҙ ҡулына ала белмәгәндәр өсөн һабаҡ булырлыҡ шағир һүҙе.
Әхәт ағайҙың тәпәй баҫҡан тыуған ере, Өршәк буйҙарын, йәшлеген, ҡылғанлы далаларын, Башҡортостанды һағынып йәшәгәнлеге тураһында һеңлеһе Фәриҙәнең “Үҙәк өҙөрлөк һағыштарға нисек түҙгәндер йөрәге” тигән һүҙҙәрен тыныс ҡына уҡып булмай. Тыуған ауылыбыҙҙан бик үк йыраҡта ғүмер итмәһәм дә, миңә лә бит үтә лә ныҡ таныш ул һағыныу хистәре, минең дә бит “Өршәгем” тип атала матбуғатта донъя күргән тәүге шиғырым.
Бигерәк көслө шул ул башҡортта ер-һыуҙарыбыҙҙы, Уралыбыҙҙы, ялан-ҡырҙарыбыҙҙы яратыу, һөйөү тойғоһо. Был изге тойғо Әхәт Ғәйфуллин өсөн бөтмәҫ-төкәнмәҫ уй-хистәр, яҡты иҫтәлектәр, хыял һәм илһам сығанағына әйләнә. “Минең ауылым”, “Мөкәт буйы”, “Төш”, “Хыял”, “Иҫкә төшә”, “Болон гөлдәре”, “Сәлимә һәм өс егет”, “Күрше ҡыҙы”, “Родничок журчал, солнце сияло...”, “Моя песня – о моей деревне” кеүек шиғырҙарында – өнөндә лә, төшөндә лә – шул уҡ тыуған ауыл картиналары. Был изге төйәк – шағир өсөн Ер шарында берҙән-бер, хатта уның үҙәге һәм биҙәге. Эйе, бына ниндәй ул беҙҙең тыуған ауыл:

Сумар ауылы тигеҙлектә,
Урал тауҙан һулдараҡ.
Уны йәмләп, эргәһендә
Өршәгем аға һалмаҡ.

Сумар ауылы – мин яратҡан
Таң йондоҙо киҫәге,
Ҡояш тирәләй әйләнгән
Ер шарының үҙәге,
Ер шарының биҙәге.
(“Минең ауылым”).
Йәки бына “Следы, следы мои...” тип башланған шиғыр:
Следы, следы мои везде и всюду,
По следам детским я иду.
Где исток, где порог отчий,
Где ласка матери очей.

Ауыр фажиғәгә тарып, иҫтән яҙып хирург өҫтәлендә ятҡан килеш саҡ аңы асылғанда ла иң-иң беренсе шул уҡ алыҫ-алыҫта ҡалған тыуған ауыл күренештәре, бала саҡ һуҡмаҡтары күҙ алдына килә уның:

Вдруг что-то посветлело,
Мягко падаю и вверх, и вниз.
Будто в глазах как-то потеплело,
И слышу колдуньи далекий смех.

Перед взором картина иная:
Родная деревня. Здесь – речки нить.
Родной дом в самом краю,
Берет здесь начало Млечный путь.

И вот тропинка меж речкой и домом,
И следы те, что я искал.
И слезы уж в горле комом,
Ведь нашел я начало, что искал.
(“Наркоз”).

Тыуған ерҙе һағыныу тойғоһо, атай йортонан айырылыу ғазаптары менән бергә, кемгәлер кәрәк булған “киләсәге юҡ” тигән һылтау менән башҡорт ауылын юҡҡа сығарыу, тип йәне өҙгөләнә шағирҙың. “Ялған булған икән ғүмеремдең ситтә үткән һәр бер минуты” тигән һүҙҙәрҙән уның үҙ еренә ҡарата ниндәй ҡайнар һөйөү хистәре менән янып йәшәгәнлеге күренеп тора. Илгә ҡайта алмаһа ла, ғүмеренең илдә үткән һәр көнөн, һәр миҙгелен, иң ҡиммәтле хазина кеүек күреп, йөрәк түрендә һаҡлай ул. Шиғырҙарында ла шуға күрә башҡортлоҡ рухы, Башҡортостаныбыҙ менән ғорурла­ныу тойғоһо бөркөлөп тора. “Булһаң ҡунаҡ, бул һин тыйнаҡ, / Булма һин ҡара йөнлө Муйнаҡ”, – тип кинәйәләп өндәшә ул ҡайһы бер эскерле әҙәмдәргә һәм фекерен ошондай тапҡыр һүҙҙәр менән төшөндөрөп тә ҡуя:

Йондоҙҙарҙың күге бар,
Балыҡтың да күле бар.
Ҡоштарҙың Ҡош юлы бар,
Башҡорттоң үҙ иле бар.

Шулай итеп, алыҫ йылдар, урау юлдар аша осраштым мин ҡәҙерле ауылдашым, халҡыбыҙҙың ҡайнар йөрәк­ле патриоты Әхәт Ғәйфуллиндың шиғыр­ҙары менән. Оҙаҡ йылдар сит яҡта йәшәп, 2005 йылда 75 йәшендә Ташкент ҡала­һын­да баҡый­лыҡҡа күсә шағир йәнле ауыл­дашым. (Ошо урында, ҡайтыр юлдар таба алмайынса, ситтә тороп ҡалған ысын башҡорт рухлы милләттәштәребеҙгә һағыныу хистәренә түҙер өсөн Хоҙай ярҙам бирһен, тип әйткем килә). Шиғриәт донъяһында ниндәй ҙә булһа урынға дәғүә итмәһә лә, тыуған ер-һыуҙарыбыҙға, тыу­ған ауылдарыбыҙға, изге башҡорт иленә ихлас һөйөү һүҙе булып күңелдәргә үтеп инә “Таң йондоҙо – Сумарым” тигән исем аҫтында бер йыйынтыҡ итеп тупланған был шиғырҙар.




Вернуться назад