3 — 8 октябрҙә Әбйәлил районында йәш һәм башлап яҙыусы драматургтар семинары була. Ошо уңайҙан семинарҙың етәксеһе, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, драматург Наил ҒӘЙЕТБАЙ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
— Наил Әсҡәт улы, был семинар ниндәй маҡсат менән ойошторола?
— Белеүегеҙсә, былтырғы йыл Әҙәбиәт йылы әләме аҫтында үтте һәм республика буйлап “Әҙәби нағыш” марафоны уҙғарылды, 53 районда, 20 ҡалала 1500-ҙән ашыу йәш яҙыусының өс меңгә яҡын ҡулъяҙмаһын тикшерҙек, уларға анализ яһаныҡ. Әммә шул сама ҡулъяҙма араһында икәүһе генә пьеса ине. Был бит ҡот осҡос һан! Ошо беҙҙе һиҫкәнергә, ни ҙә булһа эшләргә мәжбүр итте.
— Яҙыусылар араһында ла драматургтар аҙ шикелле...
— Юҡ дәрәжәһендә. Сәхнәгә әҫәрҙәре ҡуйылғандары ике-өс кенә. Һуңғы осор өлкән быуын драматургтары – Мостай Кәрим, Ибраһим Абдуллин, Нәжиб Асанбай, Флорид Бүләков, Ғәзим Шафиҡов, Рафаэль Сафин, Хәкимйән Зариповтар яҡты донъянан китте, ә яңы исемдәр күренмәй, театрҙарҙың афишалары тәржемә ителгән әҫәрҙәр менән тулды. Ошоларҙы уйлап ойошторолдо ла инде семинар.
— Ә ниңә Өфөлә ойошторолмай был сара?
— Баш ҡалала республиканың драматургтар семинарын үткәрәләр. Уны икенсе төрлө форматта Мәҙәниәт министрлығы ойоштора, йылына бер нисә тапҡыр ике-өс көнгә йыйылып, пьесалар тикшерәләр. Был да ҡыҙыҡлы. Төрлө йүнәлештә эшләргә кәрәк.
Минең фекеремсә, драматургтарҙы бер-ике аҙнаға йыйып һөйләшеү зарур. Шулай эшләү һөҙөмтәлерәк була. Талҡаҫ күле янындағы семинар икешәр аҙна бара ине һәм унан күп кенә драматургтар үҫеп сыҡҡайны. Беҙҙең сара Өфө семинарынан айырыла, шуға, ҡабатлау булмаһын өсөн, баш ҡаланан ситтә үткәрергә булдыҡ.
— Ни өсөн Әбйәлил районын һайланығыҙ?
— Драматургияның хәле хаҡында бер тапҡыр Әбйәлил районының башлығы Рим Һатыбал улы Сыңғыҙов менән һөйләшеп торғайныҡ, семинар үткәрергә кәрәклеген әйткәйнем. Ул ихлас күңелдән ярҙам итергә булды һәм үҙ районына саҡырҙы, шуның өсөн уға ҙур рәхмәт!
— Кемдәр ҡатнаша семинарҙа?
— Нигеҙҙә, йәш яҙыусылар. Әммә үҙҙәрен шағир, прозаик итеп танытҡан билдәле әҙиптәрҙе лә саҡырҙыҡ. Уларҙа һәләт бар, әммә драматургияның ҡанундарын белеп еткермәйҙәр. Шуны аңлатасаҡбыҙ. Урал аръяғы яҙыусылары Иҙрис Ноғоманов, Фәнүзә Биктимерова, Зөһрә Кашапова, Радик Өмөтҡужин һәм башҡалар ҙа киләсәк.
— Семинарҙың етәкселәре кемдәр?
— Пьесаларҙы тәжрибәле театр әһелдәре тикшерә, анализ яһай. Улар – Өфө “Нур” театры режиссеры Илдар Вәлиев, Сибайҙың “Сулпан” балалар театры режиссеры Сәлих Әфләтунов, драматург Сәрүәр Сурина һәм мин. Шул уҡ ваҡытта семинарҙа ҡатнашыусы һәр кем пьеса хаҡында үҙ фекерен, кәңәштәрен әйтәсәк.
— Пьесалар тикшереүҙән башҡа саралар ҡаралғанмы?
— Семинар етәкселәре драматургия серҙәре хаҡында лекция уҡыясаҡ. Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Рим Һатыбал улы менән осрашыу була. Ул семинарҙы асыу тантанаһына ла киләсәк. Татарстан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Данил Сәлихов та ҡатнашып һүҙ әйтәсәк. Ул беҙгә тәжрибә уртаҡлашырға килә. Был семинарҙы ойоштороуға “Ҡуңыр буға” әҙәби ойошмаһының етәксеһе, шағир Мәүлит Ямалетдинов күп көс һалды. Уға ла һүҙ бирәбеҙ. Шулай уҡ райондың тыуған яҡты өйрәнеү музейына, Әлмөхәмәт ауылындағы әҙәби музейға барыу ҡаралған, мәктәптә уҡыусылар менән дә осрашырға тейешбеҙ.
— Башлап пьеса яҙыусыларҙың әҫәрҙәрендә етешһеҙ яҡтары күптер. Уларҙы ҡаты тәнҡитләп, ҡанаттарын һындырмаҫһығыҙмы, драма әҫәре яҙыу теләген һүндермәҫһегеҙме?
— Был тәнҡит симпозиумы түгел, ә семинар, йәғни кәңәш биреү, фекер алышыу йыйыны. Дөйөм йыйылышта, нигеҙҙә, пьесаның яҡшы яҡтарын күрһәтеп, етешһеҙлектәре хаҡында тәрәнгә инмәйенсә, башлап пьеса яҙыусының күңелен төшөрмәй генә кәңәштәр бирергә уйлайбыҙ. Ә инде шәхси һөйләшеүҙә, йәш драматург менән күҙгә-күҙ әңгәмә ҡорғанда етешһеҙлектәр хаҡында әйтеп, пьесаны төҙәтеү, яҡшыртыу юлдарын күрһәтергә, уны бергәләп сәхнәгә күтәрелер хәлгә еткерергә тырышасаҡбыҙ.
Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.