Әйҙә, алмашайыҡ21.03.2012
Өфөлә ижадҡа, сәнғәткә һәм яҡшылыҡҡа арналған ике түләүһеҙ бүләктәр йәрминкәһе булды. Уларҙы “ЭКА” йәмәғәт ойошмаһы үткәрҙе.
Түләүһеҙ йәрминкәнең эш принцибы ябай: унда ҡатнашыусылар яҡшы һәм ҡыҙыҡлы әйбер килтерә, ә алмашҡа үҙенә оҡшаған башҡа нәмә ала.
— Экологик йәһәттән ҡарағанда, бындай йәрминкәләр яңы әйбер һатып алыуға яуаплы ҡараш тыуҙырырға ярҙам итә. Беҙ күпкә әҙерәк тауар һатып ала һәм файҙалана аласаҡбыҙ. Шуныһын да онотмайыҡ: берәүҙең файҙаланмаған нәмәһе башҡа кешегә кәрәк булыуы ихтимал. Түләүһеҙ алмашыу яңы әйбер етештереү һәм һатып алыуҙы кәметә, иҫкергәндәренә ҡулланылыш таба, — ти “ЭКА” ойошмаһының Башҡортостандағы етәксеһе Гүзәл Латипова.
Йәрминкә барышында ҡубыҙҙа уйнау, өҫтәл уйындары, ҡурсаҡ эшләү, файҙаланылған полиэтилен пакеттарҙан ҡумта яһау, парлы бейеүҙәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
Ә. ЭТҠОЛОВА.


Вернуться назад