Ырымбур өлкәһендә Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуған ауылында булып, уның тураһында шаҡ ҡатырғыс иҫтәлектәр ишетеп ҡайттым. Ул халыҡтың ауыҙ-тел ижадының баһаһын шул тиклем ныҡ аңлаған, гел үҙ аҡсаһына сәфәрҙә йөрөгән. Һөйләүҙәренсә, бер мәл байлығы бөтөп киткән дә, берҙән-бер һыйырын һатып, шул аҡсаға сығып киткән.
Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙән “Урал батыр” эпосын яҙып алғас, сәсәндәргә үҙе атланып килгән атын бүләк итеп, йәйәү ҡайтып китә.
***
Аллаһы Тәғәлә тап иткән хәләлеңдең етешһеҙлектәренең яҡшы яҡтары ла бар икән ул.
Бер ауылда ире эшкә бик һәлкәү, ҡатыны иһә өлгөр ғаиләне белә инем. Өйҙәрендә лә булырға тура килде. Йорт-ҡура – урман хужалығыныҡы, баракка нисек күскәндәр, шулай. Хужаның ҡулы теймәгәне һиҙелеп тора. Дөрөҫ, ағай бик нескә күңелле, хайуандарға йәлләп ҡарай, бесәйҙе лә “берс” тимәҫ кеше инде. Йыр-моңға ла маһир икән.
Тәү күргәндә хужабикә апай баҙҙан килеп сыҡты. Дөрөҫөрәге, башта аҫтан иҙән таҡтаһына нимәлер һалынған туҫтаҡ сығып ултырҙы, унан бәрәңге һалынған тас ҡунаҡланы, шунан ғына апайҙың башы күренде. Ул спортсылар таһыллығы менән кәүҙәһен күтәреп, аяҡтарын өҫкә тартып алды! Бындай “подтяжканы” күреп, күҙ маңлайға менде.
Аҙаҡ асыҡланыуынса, бында баҫҡыс тигәнең бары һарай башына менгән ерҙә генә бар икән. Уныһы ла бесән ятҡан ҡыйыҡ аҫтына барып етмәй, апайға йәнә “подтяжка” эшләргә тура килә.
Ул ваҡыттан күп һыуҙар аҡты. Яңыраҡ улар хаҡында хәбәр килеп етте. Ағай инде донъянан киткән, әммә 90 йәшенә ыңғайлаған теге апай һаман теремек, кәүҙәһе лә ҡыҙҙарҙыҡы кеүек һомғол... Баҙ аҫтынан да һаман баҫҡысһыҙ сыға икән.
Хәрәкәттә бәрәкәт шул.
Динебеҙҙең “Хәләлегеҙҙә берәй насар нәмә күрһәгеҙ, тыныс ҡарағыҙ, бәлки, шул насарлыҡ тип уйлаған нәмәлә һинең өсөн бер яҡшылыҡ барҙыр” тип өйрәтеүе хаҡ икән...
***
Ҡул етмәй торған ҡағыҙҙарым араһынан бөгөн яҡташым, арҙаҡлы композитор Заһир ағай Исмәғилевтең 85 йәшен туйлағанда районыбыҙға ҡайтҡан сағында, юл ыңғай ғына яҙған шиғырым килеп сыҡты. Сермән ауылы мәҙәниәт йортонда мин дә ҡотлау һүҙе әйтергә тейеш инем, экспромт итеп бер ҡағыҙ киҫәгенә яҙылғайны ул:
85 йәш йәшме ни ул –
Һикереп атҡа менмәле,
Таш ҡапҡалар ябыҡ булһа,
Өҙә тибеп инмәле.
85 тә йәшме ни ул
Һеҙҙең кеүек егеткә!
Күңелегеҙ йәш, мохтаж түгел
Беҙҙең өндәү-өгөткә.
Елкендерер йөрәктәрҙе
Һеҙҙең өр-яңы йырҙар,
Аҡһаҡаллылыҡ аҡылы
Беҙҙең күңелде нурлар.
85 тә йәшме ни ул
Исмәғилев кеүеккә –
Өҙә баҫып, йырлап торған
Һай уҙаман егеткә!
***
Дүрт йәшлек ейәнем менән баҡсала сәскә ултыртып йөрөйбөҙ. Уны ләпәк һырып бара, ҡулы менән һелтәнде-һелтәнде лә:
– Өләсәй, ә һиңә ниңә теймәйҙәр ул? – тип һораны.
– Мин бит ҡарт, тәмһеҙмендер, – тип көлдөм.
– Срогы сыҡҡан, ашарға ярамай, тип уйлайҙарҙыр инде, эйе бит?
Рубриканы
Гүзәл СИТДИҠОВА алып бара.