Бер йөрәген меңгә бүлде...21.09.2016
Бер йөрәген  меңгә бүлде... Танылған шағир Радик Хәкимйән 1941 йылда Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында тыуа. Минең кеүек Әй һыуын эсеп, Әй һауаһын һулап, Әй буйының туғай-ҡырҙарында кинәнеп тәгәрәй. Иң тәүләп шунда тәпәй баҫып, бейек көмбәҙҙәргә баға. Атаһы, Закирйән ағай, 1941 йылда, Фруза менән Радикты әсәһенә ҡалдырып, һуғышҡа китә. Көнбайыш, Калинин фронтында артиллерист була, Мәскәүҙе обороналауҙа ҡатнаша.
1943 йылдағы ҡаты бәрелештәрҙең береһендә батырҙарса һәләк була.



Тормош нисек кенә ҡырыҫ бул­маһын, Радик белем алырға тырыша. Үрге Ҡыйғы урта мәктәбен тамамлағас, Златоуста техник училищела уҡый, хәрби заводта эшләй. 1961—1964 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә, Байконурҙа тәүге совет космонавтарын йыһанға осороуҙа ҡатнаша. Армиянан ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
Бер телемде бишкә бүлдек
Беҙ, һуғыш балалары,
Йөрәктә мәңге һаҡланыр
Уңалмаҫ яралары, —
тип яҙҙы һуңынан шағир.
Күренекле тәнҡитсе Рафаэль Аҙнағолов, үҙенең тиҫтерҙәш ижадсылар яҙмышы тураһында уйланып, былай тип белдерә: “Уның артынан этеүсе лә, алдан тартыусы ла булмай, үҙ биографияһын үҙе яҙа, үҙ яҙмышын үҙе ҡора. Тәбиғәт биргән зиһене һәм аҡылы, ҙур тырышлығы, маҡсатҡа ынтылышы уға ҡайҙа ла уңышҡа өлгәшеү мөмкинлеген бирә. Шуға күрә лә күпселек шиғырҙарында лирика ғына түгел, тәрән фәлсәфә лә бар. Шағирҙың төплө һәм тәрән фекерләүенә тормош тәжрибәһе лә ҡушылғас, ялҡынлы, яҡты шиғырҙар ҙа тыуалыр”.
Аҡ ҡайындар һары күлдәк кейгән,
Ҡыҙыл яулыҡ болғай уҫаҡтар,
Миләштәргә ут ҡабынғанмы ни —
Дөрләп яна, гүйә, усаҡтар.
Был имәндәр мәғрур ирҙәрме ни —
Ғорур баҫып тора тын ғына,
Ҡаңғылдашып, ана, ҡоштар китә —
Йөрәктәрҙә ҡала моң ғына.
Япраҡтарҙы ҡыштыр-ҡыштыр итеп,
Еләҫ елдәр йөрөй сәс тарап,
Ғүмер үтә, күптәр килә-китә...
Үткәндәргә торам мин ҡарап.
Ғүмер буйы тормош һәм ижад арбаһына егелде Радик Хәкимйән. Ул бигерәк тә башҡорт шиғриәтендә үҙен лирик йырҙар тексы оҫтаһы итеп танытты. Шул яғы менән шағирҙы беҙҙең заман йырсыһы тип атарға мөмкин булыр ине. Хәҙерге яңы осорҙа ул байтаҡ кассета ла сығарҙы. Бөгөн ул — 13 шиғри китап авторы. “Таңдарыма еләм”, “Шишмә моңдары”, “Йырлы ғүмер”, “Усағымдың осҡондары”, “Ғүмер ағыштары”, “Ҡоштар киткәндә”, “Йылдарым тәлгәштәре”, “Көҙгө урман”, “Ғүмер көлтәһе” һәм башҡа бик күп йыйынтыҡтарын әҙәбиәт һөйөүселәр йылы ҡабул итте. Радик Хәкимйән тыуған яғын, Әй буйҙарын маҡтап йырлай. “Ауылдаштарыма”, “Ҡыйғылар — ҡыйыуҙар”, “Ауылыма ҡайтам” шиғырҙарында тәбиғәт күренештәре менән бергә яҡташтарының таныш йөҙҙәрен дә сырамытҡандай итәһең. Әлбиттә, бындай әҫәрҙәрҙә пафослы һүҙҙәрҙән ҡотолоу ҡыйын, шулай ҙа улар ихластан әйтелгән тип ышанабыҙ.
Радик Хәкимйән йәш саҡта бик күп яуаплы вазифаларҙа эшләне. Өфө заводтарының профком рәйесе, партком секретары булды. Өфө ҡалаһы партия-совет аппаратында тир түкте. Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында бүлек мөдире, производство берекмәһендә генераль директор урынбаҫары... Һәр урында ла ул кешеләргә ихлас, иғтибарлы, йомшаҡ һүҙле ине, уларға ҡулынан килгәнсә ярҙам итте. Бында ла шәхестең булмышы, асылы сағыл­ды. Был сифаттар бөтәһе бергә уның, шағирҙың, булмышын, характерын һынландыра ине. Уға “Башҡорт­остан­дың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелгән, байтаҡ Почет грамоталары тапшырылған.
Ошо көндәрҙә танылған шағир Радик Хәкимйәнгә 75 йәш тула. Мең йәшә, ҡәләмдәшем, халҡыңа киләсәктә лә шулай игелекле, лайыҡлы ул бул, мул ижад емештәре теләйбеҙ!

Ринат КАМАЛ,
яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт
премияһы лауреаты.



Вернуться назад