Башҡорт йолаһының тәрән тамырҙары21.09.2016
Башҡорт йолаһының  тәрән тамырҙары Башҡорт йолаһы – халыҡтың бик борондан быуындан быуынға тапшырыла килгән йәшәү ҡағиҙәһе. Беҙ уны һәр төрлө тормош күренешенә бәйле, ваҡиғаларҙы үҙ тәртибендә алып бара торған тантана-ғәҙәт тип ҡабул итеп өйрәнгәнбеҙ. Тик ул ғына түгел, өҫтәүенә йола күпкә ҡатмарлыраҡ, тәрән фәлсәфәле, күп тәғәйенле бер система, башҡортто башҡорт иткән ҡаҙаныш та икән… Бындай фекергә ғалимә, йәмәғәт эшмәкәре, фольклорсы Розалия Солтангәрәеваның яңы китабын уҡығандан һуң килергә мөмкин. Ул “Йола – система и нормы жизневедения башкир” (“Китап”, 2016 йыл) тип атала. Был хеҙмәттә башҡорт йолаһының ҡиммәтле хазина икәне асыҡлана.


“Йола” һүҙенең сығышын бик боронғо дәүергә бәйләй ғалимә. Ф. Латипов уға тиклем үк (беҙҙең эраға тиклем III мең йыл элек) билдәле кипр-миной яҙмалары ырылған “Батшаға йәки Аллаға хат” тигән балсыҡтан түңәрәк платиналарҙы уҡый. Унда ил башына йәки һәммә кешегә донъяла камил йәшәү ҡағиҙәләре күрһәтелгән. Түңәрәктең һәр ваҡыт ҡабатлана торған үҙ күсәре һәм рәүеше бар. Ә диск боронғо төркиҙә “юла” (zulac) – “юла” тип билдәләй Ф.Р. Латипов. Р. Солтангәрәева фекеренсә, боронғо аң буйынса предмет исеме үҙ йөкмәткеһенә бәйләп бирелә.
Шулай итеп, “йола” һүҙе һәр ваҡыт ҡабатлана торған ҡағиҙәләр йөкмәткеһен үҙ эсенә ала (Р. Солтангәрәева, 2015 йыл, 4-се бит). Улай ғына түгел, “йола” һүҙенең универсаль булмышы төрлө халыҡтар телендә бер үк яңғырай һәм шулай уҡ тормош ҡағиҙәләрен белдергән атама булып сыға: алтайҙа – jula, сыуашта – йола-йерке, фин-уғырҙа – jiola, индогермандарҙа – йоль. Киң мәғәнәлә йола “ҡанун” һүҙен алмаштыра. Әйткәндәй, шуны боҙоп, ҡабырсыҡтан ҡан эскәне өсөн дә 12 йәшлек Шүлгәндең яҙмышы яманлыҡҡа борола. “Урал батыр” эпосында уҡ ундай кешенең тәртипкә ҡаршы килеүе, тормошҡа хыянат итеүе һүрәтләнә.
Автор ҙа йоланы йәшәү ҡануны булараҡ сағылдыра, башҡорт донъяла барлыҡҡа килгәне бирле уның тормош конституцияһы булыуын аса, бик күп төрлө функцияһын дәлилләй. Йәғни тормош ни тиклем күп яҡлы – уны дөрөҫ алып барыр өсөн йолаһы ла кәрәк. Төрлө сәнғәт, көнкүреш, һаулыҡ һаҡлау, мал ҡарау, йорт төҙөү, кешенең кеше, тәбиғәт менән аралашыу ҡағиҙәләре (байрамдар, йыйындар һ.б.), әҙәм ғүмерен билдәләү (туй, сөннәт, үлем, туй һ.б.) саралары – барыһын да камиллаштыра тип белдерә. Мәҫәлән, башҡорт сәнғәте бына ниндәй ҡәтғи йола буйынса үҫешкән: әгәр ҡурайсының моңо ел ыңғайы 10 саҡрымға ишетелһә, тәртип буйынса ул икенсе баҫҡыс һынауға (йәғни турға) дәғүә итә ала. Ә йырсының тауышы ел ыңғайы 5 саҡрымға ишетелеүе зарур. Шунда ғына өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелә ала. Ошондай һынауҙар үтһә генә, йәғни йола талаптарын үтәһә генә, ул “ырыу ҡурайсыһы”, “дан йырсы” исемдәрен ала (Р. Солтангәрәева, 2015 йыл, 17-се бит).
Ҡурҡҡан, арыған, оҙаҡ ваҡыт ныҡ бошоноуҙан кешенең ҡото китә (“оса”, “юғала”). Уны ҡайтарыу өсөн, мәҫәлән, үҙенә генә ярашлы йола шарттары бар. Бының өсөн доға әйтеп, таңда алынған һыу, ҡурғаш (балауыҙ), тик шаршамбы көн һалынған йомортҡа кәрәк. Дауалау көнө шаршамбы йәки шәмбе булырға тейеш. Бына күпме тәртип кәрәк дауалауҙа!
Кеше менән кеше аралашыуының йолаһы ла үҙенсәлекле. “Оло кешенең юлын ҡыйма”, “Асыулының көнө – өсәү, артығы – сир”, “Күрше менән көрәшмә”, “Оло кеше йәш менән булышыр – иманы китер”, “Кейәү бабайы (ҡыҙҙың атаһы) менән мунса инеү ярамай”, “Еҙнә менән балдыҙ таҫтамалға бергә һөртөнмәҫ”, “Кейәү бүләген бирмәй ҡайны менән күрешмәҫ”. Бына ошондай тыйыу-әйтемдәрҙә бик ҡыҫҡа рәүештә тәртип, итәғәт ҡанундары, йәғни йола рәүештәре һаҡланған.
Йыйын, байрамдарҙың да бик ҡыҙыҡлы яҡтарын аса ғалимә. Беҙ бығаса һабантуйҙы ер һөрөү ҡоралына бәйләп, яҙ байрамы тип аңлаған күренеште иһә бик боронғо мифтарға ҡайтарып ҡала сәсәниә. Ер йәшәреүе, тәбиғәт терелеүе уның ваҡытлы үлем-йоҡонан уяныуы тип һаналған, ти ул. Китә торған ҡыш, һыуыҡ мәл менән көрәшеү, уны ҡыуыу һәм яңы мәлдең тантана итеүен уйын-ярыштарҙа күрһәтеү беҙҙең эраға тиклем V-VI быуаттарҙа башланған. Был йәһәттән Розалия Солтангәрәева тәбиғәттә гармония барлыҡҡа килеүен символлаштырған Изгене (“Урал-батыр” эпосы), Ер-һыуҙы һаҡлаусы-яҡлаусы мәргән көрәшсе, уҡсы, батырҙы (“Аҡбуҙат” эпосы) телгә алып, “һыбай-яугир”, “һәүбән” тигән һүҙҙәрҙе үҙ эсенә алған һабантуй хәрби күнекмәләр идеологияларынан туҡылып, сәсеүселек дәүеренән күпкә алда тамырланған мифтың беҙҙең эрала яңыса йәшәүе булып сыға, тип белдерә.
Автор раҫлауынса, байрам-йолала ат сабыштарының, көрәш, уҡ атыш, таш ташлау ярыштарының меңдәрсә йыл, беҙҙең дәүергә тиклем тотороҡло һаҡла­ныуы ана шул һа­бантуй, йыйын­дар­ҙың башында ер-һыуҙы һаҡлау маҡ­саты тороуы менән бәйле. Был күрһәткес тик мифологик үҙаң дәүерен кисергән бо­ронғо тамырлы халыҡҡа хас, ти Розалия Солтангәрәева (13-сө бит).
Башҡорт халҡының үҙ тормош-көнкүрешен аныҡ бер тәртиптә алып барыуы, йоланың кеше булмышын сикләмәүе, киреһенсә, яҡшылыҡ ҡылыу иркенлеге биргән бик аҡыллы модель, ҡанун булыуын асыҡлай сәсәниә. Был йәһәттән төрлө йолаларҙы һүрәтләй ул. Унда тәбиғәт байрамдары, мөхәббәт, йорт һаҡлау, тормошта үҙеңде үҙең дөрөҫ тотоу, туйҙар, төш юрау, теләк әйтеү һәм башҡа барыһы ла бер мәшһүр система рәүешендә күҙ алдына баҫа.
Автор был китабында ырыу ғүмеренә, һаулығына ҡағылышлы йола өлгөләрен дә килтерә. Мәҫәлән, нәҫелдә сирле балалар күбәйһә йәки ырыу-ғаилә һаулығын нығытыу көнүҙәк була ҡалһа, иң өлкәне ҡорбан салдырып ҙур табын йыя. Бәләкәй балаларҙың кесеһе лә унда урын алырға тейеш. Аш ашап бөткәс иһә, өлкән ҡартатай ошо йоланы атҡара: тәрилкәһендә ҡалған бер йотом ашты ала ла өҫтәл аша бәләкәй баланың ауыҙына ҡаптыра. Үҙе былай ти:
– Ғүмеремде бирәм!
– Һаулығымды бирәм!
– Шатлыҡтарымды бирәм!
Шулай итеп, ашын ашаған, йәшен йәшәгән оло ҡарт ырыу иҫәнлеген, ғүмер ҡотон, һау-сәләмәт быуындар килеүен уйлап-хәстәрләп, тәғәмен ейәненә (бүләһенә) тапшыра. Иман һәм киләсәк хаҡында уйлаған оло йөрәкле шәхес позицияһы был. Ошонан һуң ырыу кө­сәйә, балалар сәлә­мәтләнә, сөнки йола – иң яҡшы, ыңғай тор­мошсан кә­йеф, рухи көс, энергетиканы ҡе­үәтләү, ыша­ныс арттырыу өсөн аныҡ бер модель.
“Йола – махсус бер ваҡиға йәки тантанаға бәйле түгел, ә ул үҙе хәл-ваҡиғаны тыуҙыра һәм ил алдында рәсмиләштерә торған мәктәп” тиелә китапта. Йоланың ошондай мәғәнәһе, халыҡтың милли ҡануны дәрәжәһендә булыуы әлегәсә был ҡәҙәре асылмағандыр, моғайын. Розалия Солтангәрәева иһә үҙенең хеҙмәтендә һәр күренеште төптән ҡарай.
Үҙебеҙ булып ҡалырға, милли асылыбыҙҙы аңларға һәм һаҡларға, бигерәк тә һанлы техника заманында кеше булып ҡалырға ярҙамы тейер был китаптың. Йола бит йола үтәү өсөн ҡулланма түгел, ә рух, йөрәк таҙалығы һәм аҡыл менән һуғарылған махсус акт булып күҙаллана. Кеше һәм кешелекле булып ҡалыу гаранты ла, милләттең тотҡаһы ла ул.


Вернуться назад