Күптән түгел “Урал” халыҡ сәнғәте галереяһында “йылы” ғына рәсемдәрҙән торған күргәҙмә асылды. Төп урынды портреттар биләй. Авторҙары – Наилә Шәрипова менән Әлфиә Бикбулатова. Икеһе лә
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының графика һәм һынлы сәнғәт факультетын тамамлаған. Ҡылҡәләм оҫталарын беренсе һәм мәртәбәле күргәҙмәләре асылыу уңайынан ҡотларға тип университеттың деканы, рәссам Тәлғәт Мәсәлимов менән профессор, рәссам Әмир Мәжитов та килде. Ҡунаҡтар элекке студенттарына үҙҙәренең ғорурланыуҙарын һәм һоҡланыуҙарын еткерһә, шәкерттәре иһә остаздарына рәхмәт әйтеүҙе урынлы тапты.
Матурлыҡта бер нәмә лә артыҡ һәм бер нәмә лә кәм булмаҫҡа тейеш тигән һымаҡ, бында барыһы ла ихлас һәм урынлы. Эш көнөнән һуң йонсоған күңел ысын мәғәнәһендә ял итә.
Наилә Ғүмәр ҡыҙы сәнғәт донъяһында Нелли булараҡ танылған. Хәйер, ижады менән билдәлелек яулаһа ла, үҙен уҡытыусылыҡтан башҡа күҙ алдына килтерә алмай ул. Ни тиһәң дә, университетты тамамлағандан һуң яҙмышын мәғариф менән бәйләгән шәхестең бөтә хеҙмәт юлы ошо өлкәлә үтә. Башта Балалар һынлы сәнғәт студияһында уҡытһа, һуңыраҡ дөйөм мәктәптә махсус фәндәр буйынса белем бирә башлай. Бөгөн – Өфөнөң технология һәм дизайн колледжы уҡытыусыһы. Төп эшенән башҡа Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург вуздарында архитектура, дизайн йүнәлеше буйынса репетиторлыҡ эшен дә алып бара. Ә рәсемдәренең йүнәлешенә килгәндә иһә, тәғәйен генә стилгә ҡалыплашмай, төрлө алымдарҙы ла ҡыйыу ҡуллана.
– Картиналарым – һынлы сәнғәттә белем биреүҙең нигеҙе һаналған академик рәсемдәр алымы, тип тә атар инем. Үҙебеҙҙең студенттарыбыҙ килгән, уларға ижадыбыҙҙы күреү, берҙән, ҡыҙыҡ булһа, икенсенән, тәрбиәүи йәһәттән өлгө булып тора, – ти ул.
Әйткәндәй, күргәҙмәгә ҡуйылған ҡурсаҡтар ҙа ҡыҙыҡһыныу уята. Милли кейемдәге был ҡупшыҡайҙар – Әлфиә Камил ҡыҙының ижад емештәре.
– Ҡурсаҡтар өсөн образды берәй әкиәттән алам, ҡайһы берҙә тормоштан да “күсерергә” тура килә. Ә инде “Был донъяла нимә эшләй беләһегеҙ?” тип һораһағыҙ, бар белгәнем рәсем төшөрөү ҙә ҡурсаҡтар яһау, – тине ул.
Һынлы сәнғәт – ул аң ҡалыбының иң нескә ҡылдарын тирбәткән сихри донъя. Күргәҙмә залында урын алған картиналар ҙа кешеләрҙе арбаны, иҫтәрендә мәңге уйылып ҡалырлыҡ мәғәнә өҫтәне... Кешелеккә матурлыҡ өлгөһө таратыусы, һынлы сәнғәт өлкәһендә быуын-быуын яңы шәхестәргә белем биреүсе ябай уҡытыусыларға – Наилә Ғүмәр ҡыҙы менән Әлфиә Камил ҡыҙына рәхмәт. Заман геройҙары өсөн рәхмәт!