Ҡайтам әле тыуған яҡҡа...16.09.2016
Ҡайтам әле тыуған яҡҡа... Һағынып ҡайтыр ерең, көтөп торған кешеләрең булыуы, шул ерҙәрҙән уҙыуы һәм яҡындарың менән күрешеү – үҙе бер бәхет. Ә тыуған тупһаңда һауа ла, һыу ҙа, ағастар, тауҙар, урмандар, йылға-шишмәләр ҙә икенсе төрлө һымаҡ, нисектер күңелгә яҡын да, ҡәҙерле лә. Ошо осрашыуҙарҙан һуң үҙеңә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ көс, дәрт алаһың.


Күптән түгел Иштуған, Һыртлан ауылдарынан, Һи­рәт һәм Берёзовский утарҙа­рынан сыҡҡан яҡташ­тарҙы, ошо ерҙә йәшәгән кешеләр­ҙе берләштергән оло байрам үтте. Ауылдаштарҙы тәүҙә район хаки­миәте башлығы Рөстәм Шәмсетди­нов исеменән район Советы секретары Лилиә Һөйәрғолова ҡотланы. Иштуған ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илһам Үмәрғәлин иһә ауыл байрамын үткәреүҙә бер генә кешенең дә ситтә ҡалмауын билдәләне. Ул клуб, китапха­на, ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәр­ҙәренә һәм барлыҡ ҡунаҡтарға рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, артабан да шулай берәгәйле булып ҡалырға өндәне.
Биләмә ветерандары советы рәйесе Сынбулат Байрамғолов ауылдың әүҙем ветерандары тураһында һөйләп үтте, башҡарылған һәм башҡарылаһы эштәр тураһында бәйән итте.
Беҙҙең райондан 11 кеше “Советтар Союзы Геройы” тигән юғары исемгә лайыҡ. Шуларҙың береһе – Садиҡ Сайранов. Байрамға яугир ейәндәренең килеүе, Иршат Сайрановтың сәхнәгә сығып олатаһы хаҡында ҙур ғорурлыҡ менән һөйләүе, яратҡан йыры “Ҡайтығыҙ, торналар”ҙы башҡарыуы сараға айырым бер йәм өҫтәне.
Байрамдан биләмәнең иң оло кеше­ләре лә ситтә ҡалманы. Улар араһынан Фатима Латипова (94 йәш) менән Нәсимә Әлмөхәмәтова (88 йәш) уның түрендә булды, иҫтәлекле бүләктәр алды. Сарала шулай уҡ башҡа күп ауылдаштар ҙа, йәштәргә үрнәк булған ғаи­ләләр ҙә телгә алынды.
Педагогия ветераны Софья Байрамғолова иһә үҙенең сығышында үткәндәргә әйләнеп ҡайтып, эш башлаған ваҡытында, 40-45 йыл элек, мәктәптә 400-гә яҡын бала уҡығанын иҫкә алып үтте. Ә шағирә, “Мәләүез таңдары” әҙәби берекмәһе етәксеһе Мәрйәм Күсмәева тыуған яҡ тураһында шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт­кәре Флүрә Үҙәнбаеваның, Ривал Мөхәмәтшиндың, Динис Арыҫлановтың, Динар Халиҡовтың йырҙары, “Көн­гәк” бейеү ансамбленең сығы­шы байрамды биҙәне. Һырт­лан һәм Иштуған клубының үҙешмәкәр артистары ла йөрәктәрҙе елкендереп хискә күмде.
Ҡунаҡтар иһә ҡайтырға ашыҡманы, күптән күрешмәгән ауылдаштар, дуҫтар, класташтар, туғандар йылы һөйләшеүҙе сәй табынында дауам итте. Тирмә тирәһендәге ҙур ҡаҙандарҙа аш, былау беште. Балалар өсөн аттракциондар эшләне. “Башҡортостан” милли паркы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән уйындар ҙа тамашасыны ҡыҙыҡтырҙы. Күптәр үҙ көсөн спорт ярыштарында һынаны. Кисен иһә йәштәр өсөн дискотека ойошторолдо.







Вернуться назад