“Татлы телдең төбө шәрбәт…”14.09.2016
Яҡшы китапты туҙан баҫмай.
Ғәбит Садиҡов.
Туған тел
Туған телем – ер-һыуымдың һыны,
Яҡты донъям, һауам, һулышым.
Сал быуаттар, йөҙәр быуын аша
Тыумышымдан килгән булмышым.
Назар Нәжми.
***
Инәм теле – иман телем,
Әгәр һине һағынмаһам,
Көн дә һиңә табынмаһам,
Телдәремдән яҙыр инем.
Мостай Кәрим.
***
Туған тел – ул ата-әсәң теле, донъяла тәү ишеткән һүҙең, асылған телең, рухи моңоң.
Ғайса Хөсәйенов.
***
Татлы телдең төбө шәрбәт, мөләйем.
Аҡмулла.
***
Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле, –
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
Рәми Ғарипов.
***
Телдең үлеме – милләттең һәләкәте.
Вадим Сафин.
***
Туған телдән биҙмә!
Сафуан Әлибай.
***
Тел – милләттең тере йәне, йөрәк тибеше.
Рәшит Шәкүр.
***
Теле бөткәндең бит көнө бөтә,
Иле бөтә теле бөткәндең.
Рауил Бикбаев.
***
Тел ауылда ғына һаҡлана, ҡалала бөтә. Ә тел бөткәс, милләт бөтөүгә – бер аҙым.
Әмир Әминев.
***
Һөйгәнемдән айырһаң, айыр әйҙә,
Ҡанатымды ҡайырһаң, ҡайыр әйҙә.
Тик айырма мине тыуған илемдән,
Мәхрүм итә күрмә туған телемдән.
Рамаҙан Шәғәлиев.
***
Ике һүҙҙең береһендә – ят тел һүҙе,
Ҡолағымды ярып бара, бөттө түҙем.
Ҡыйналғанмы, ҡыйланғанмы башҡорт теле?
Кем ғәйепле? Заманаммы? Бәлки, үҙем?..
Ҡәҙим Аралбай.
***
Теше бар – теше менән, теле бар теле менән үткәрә.
Ризаитдин Фәхретдин.
***
Үткән-һүткән хужа булғас һиндә,
Телеңде лә хатта ҡыйырһытҡан.
Әгәр һөйләшмәһәң үҙ телеңдә,
Моңһоу ҡалыуың бар, Башҡортостан.
Яҡуп Ҡолмой.
***
Яҙмышыбыҙ – тел яҙмышы,
Беләм уның хаҡында:
Әгәр телем йәшәй икән,
Йәшәйәсәк халҡым да.
Ирек Кинйәбулатов.
***
Әй халҡымдың хисле телкәйе, тим!
Йырлау ғына түгел иларһың, тип,
Бәғереңә үтеп кем әйтә –
Әйләндереп килтереп тел әйтә –
Илатырлыҡ итеп тел әйтә,
Йырлатырлыҡ итеп тел әйтә.
Гөлнур Яҡупова.
***
Тел – ул халыҡтың мәңге тере тарихы ла. Шул ғәзиз тел уны борон бер бөтөн халыҡ итеп ойошторошҡан, уртаҡ тел, һүҙ таптырған; көнөн, йүнен йүнләшкән; тәжрибәһен, аҡылын, күңелдәгеһен үҙенә туплап, уның күркен күтәрешкән; кемлеген бар донъяға танытҡан, халыҡтар менән аралаштырған.
Ғайса Хөсәйенов.
***
Туған телде белмәй тороп,
Ят телдә булмай эш ҡырып.
Рамаҙан Шәғәлиев.
***
Туған телем булмаһа,
Ҡаныма ыу һарылһын,
Ярһып типкән йөрәгем
Шундуҡ шартлап ярылһын!
Абдулхаҡ Игебаев.