Замандаштары уға рәхмәтле14.09.2016
Замандаштары уға рәхмәтле Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителгән журналистар араһында Рим Әхмәтовтың да исеме булыуы минең өсөн тәбиғи күренде, сөнки бик үҙенсәлекле, тура һүҙле, асыҡ фекерле журналистың
ижады менән күптән танышмын. Ғөмүмән, уның тормош ваҡиғаларына, социаль күренештәргә, күренекле шәхестәрҙең эш тәжрибәләренә арналған мәҡәләләре бер уҡыусыны ла битараф ҡалдырмайҙыр, моғайын.

Рим Әхмәтов журналистикаға кесе йәштән үк тартылып үҫә. Тыуған төбәгендәге (Тәтешле районының Яңы Ҡоҙаш ауылында тыуған) урта мәктәптә уҡыған осорҙа уҡ район гәзитендә мәҡәләләре донъя күрә. Белем усағын тамамлағас та, шул уҡ баҫмала хеҙмәт юлын башлай, ләкин, 1972 — 1974 йылдарҙа армияла хеҙмәт итеү сәбәпле, уға матбуғат мөхитенән бер аҙға айы­рылырға тура килә. Хәрби хеҙмәттән ҡайтып, ике йыл ауыл хужалығы тармағында эшләгәндән һуң, йәнә район гәзитенә саҡыралар.
Гәзиттә бүлек мөдире вазифаһын дүрт йыл башҡарғандан һуң, бик инициативалы, үткер ҡәләмле, кешеләр менән еңел аралашып, тиҙ уртаҡ тел таба белгән журналисты КПСС-тың Тәтешле район комитетының пропаганда һәм агитация бүлегенә күсерәләр. Артабан уға ситтән тороп юғары белем алырға, колхоздың партком секретары вазифаларын башҡарырға насип була. Тағы ла белемен камиллаштырыу форсаты тейә: уны 1987 йылда Свердловск юғары партия мәктәбенә уҡырға ебәрәләр. Бер йыл белемен камиллаш­тырғас, КПСС-тың Тәтешле район комитетының идеология буйынса секретары итеп эшкә саҡырыу сәбәпле, партия мәктәбен ситтән тороп тамам­ларға тура килә. Уға шулай уҡ район Советы рәйесе урынбаҫары, тыуған районының “Етәксе” гәзитендә баш мөхәррир вазифалары ла йөкмәтелә.
1996 йылда Рим Әхмәтов респуб­ликаның “Кызыл таң” гәзитенә эшкә килә. Әммә район хужалыҡтарына, ауыл тормошона, халыҡҡа яҡыныраҡ булыу теләге көслөрәк була, күрәһең — Урал аръяғына үҙ хәбәрсе итеп тәғә­йенләй­ҙәр. Ғөмүмән, был осор уның тормошонда, бәлки, иң мөһим бер мәл булып иҫтә ҡалғандыр, сөнки тап ошо йыл­дарҙа Урал аръяғы райондары, уларҙың сәнәғәт предприятиелары, халҡының мәшғүллеге, социаль хәле хаҡында шул тиклем күп, фекерле, ихлас күңелдән яҙылған мәҡәләләре, очерктары, әңгәмәләре менән танылды.
Унда биш йыл хеҙмәт һалғандан һуң Рим Әхмәтовты редакция аппаратына ҡайтаралар һәм башта үҙ хәбәрселәр, ауыл хужалығы бүлектәре мөдире булып эшләй, 2001 йылда гәзиттең яуаплы секретары итеп тәғәйенләнә.
Рим Әхмәтовтың оҙаҡ йылдар матбуғатта эшләп, республика тормошон киң яҡтыртыуға тос өлөш индергән журналист булыуы Хөкүмәт тарафынан да билдәләнмәй ҡалманы. 2005 йылда уға “Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. Әле лә ул, пенсия йәшенә етеп, вазифаһынан китеүенә ҡарамаҫтан, “Кызыл таң” гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе була­раҡ бик ҡиммәтле, сағыу йөкмәткеле материалдар баҫтыра. Мәҡәләләре, әңгәмәләре фәҡәт “Әхмәтовса” — башҡаларҙың күҙенә салынып бармаған яңылыҡҡа ынтыла.
“Кызыл таң” гәзите ижади коллек­тивының Рим Әхмәтовты замандаш­тарҙың образдарын, йәм­ғиәттә тыныс­лыҡ һәм татыулыҡ, республиканың социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләрен сағылдырған аналитик мәҡәләләре өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим итеүе бик урынлы, һәм ул ошо хөрмәтле премияға һис шикһеҙ лайыҡ, тип иҫәпләйем.

Сәнә САБИРЙӘНОВА,
журналист, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты.




Вернуться назад