Шиғри күңелле, милли рухлы14.09.2016
Шиғри күңелле, милли рухлы Милли матбуғат биттәрендә көнүҙәк темаларҙы тейешенсә яҡтыртып, уҡыусыға урынлы уй-фекерҙәр еткереү өсөн журналист булыуың ғына аҙ. Ошо юғары сифатҡа, баһалап бөткөһөҙ оҫталыҡҡа өлгәшеү ҡәләм әһеленән сикһеҙ ҡиммәттәр талап итә, шәхесте тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә, йәмғиәттең ҡап үҙәгендә ҡайнарға, халыҡ кисерештәрен уртаҡ күреп, үҙ йөрәге аша үткәрергә саҡыра.


Башҡаларҙың шатлығы менән бергә ҡыуанып, ҡайғыһы менән йәнәш көйгәндә генә, хаҡ һүҙең кешеләрҙең йөрәгендә тамырланыр. Һин милләттең ҡоло ла, улы ла булырға бурыслыһың. Әгәр табип Гиппократ анты бирә икән, ҡәләмгир хаҡ һүҙ яҙыуҙы ант итергә тейеш. Хаҡ һүҙ! Нисек кенә ауыр яңғырамаһын, әммә был хаҡ, сөнки журналист – ул һинең һөнәрең генә түгел, ә тәү сиратта яҙмышың. Уны шулай ҡабул иткәндә генә, ташҡа баҫылған һүҙең кеше зиһененә таш булып ултырыр, һыу булып быуланып, һауала таралмаҫ.
Өҫтәлемдә республика йәштәре журналы “Шоңҡар”ҙың һуңғы йылда сыҡҡан һандары. Заманса баҫманың тышы зиннәтле булыуы һоҡландыра. Һәр береһенә ҡул үҙенән-үҙе тартыла, күҙҙәр ҡыҙыға. Ирекһеҙҙән, тыштан ялтырап, эстән ҡалтырап тормаймы икән тигән уй тыуа, сөнки донъя баҙары еле бөгөн матбуғат баҫмаларын да иркә һыйпап иҫмәй. Йыш ҡына сенсациялы гәзит-журналдар уҡыусыны үҙенә йәлеп итә. Ә эстәлеге? Беҙ семәрле булған өсөн генә алдырабыҙмы ни уларҙы?
Был киҫәтеү “Шоңҡар” журналына ҡағылмай. Баҫма яңы рубрикалар менән байытылып, көнүҙәк темаларҙы яҡтыртҡан мәҡәләләре, мауыҡтырғыс әңгәмәләре аша уҡыусыға сифатлы мәғлүмәти аҙыҡ биреп, заман менән бергә атлай. Ошо кимәлде тотоуҙа редакцияла ең һыҙғанып эшләгән, яуаплылыҡ тойғоһо көслө булған, дәрте-ҡеүәте ташып торған алдынғы ҡарашлы йәштәрҙең хеҙмәте юғары баһаға лайыҡ.
“Рәсәй бомбалары тыныслыҡ килтерерме?”, “Бабай”ҙар юҡ, әммә баллистик ракеталар бихисап…”, “Тубыҡланған урындан аяҡҡа баҫыу өсөн башҡорт рухы кәрәк!”, “Хәләл ысынлап та хәләлме?”, “Иман һәм ер – һуңғы бастионыбыҙ!”… Исемдәренән үк күңелде тырнап торған һорауҙарға яуап кеүек яңғыраған ошо һәм башҡа мәҡәләләрҙең авторы ла еңел-елпе темалар менән ваҡланып, һай ғына йөҙөргә күнекмәгән. Сәйәсәт, иҡтисад, донъя баҙарындағы киҫкен хәл-ваҡиғаларҙы барлап, тормош даръяһының үҙәгендә ҡайнаған ҡәләмдәшем Рәшит Зәйнуллин бар күренештәрҙе рухлы башҡорт күҙлегенән баһалауҙы өҫтөн ҡуя. Уның хеҙмәттәре ҡыйыу төҫтәр менән биҙәлгән. Шуға ҡәләм оҫтаһының геройҙары ла – күптәргә өлгө булырҙай ҡыйыу кешеләр.
Был юҫыҡта “Шоңҡар” журналын һис икеләнмәй йәштәр энциклопедияһы тип тә атап була.
Мәҫәлән, “Уңышлы булыу серҙәре” рубрикаһын­да донъя күргән “Сәйәсмәнгә иң тәүҙә үҙ-үҙен еңеү шарт” тигән әңгәмәһендә Рәшит Зәйнуллин республикабыҙҙың йәш, әммә тәжрибәле сәйәсмәне Рөстәм Ишмөхәмәтов менән ыуыҙ быуын күпкә өйрәнә алырлыҡ шәхси уңыш тураһында һөйләшә, сәйәсәт серҙәрен аса һәм федераль кимәлдәге сәйәсмән булып өлгөрөү өсөн ниндәй сифаттар кәрәклеген асыҡлай. Ә бына “Ҡаршылыҡтар ҡы­йыуҙарҙан ҡурҡа” әңгәмәһендә автор республика­быҙҙың иң йәш район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов менән уңышҡа ынтылыш һәм яуаплылыҡ, бөгөнгөбөҙ һынауҙары һәм ҡаршылыҡтары, хозур тәбиғәтле Бөрйәндең киләсәге тураһында фекер алыша.
Шулай ҙа Рәшит Зәйнуллин эргә-тирәгә күҙ йөрөтөү менән генә сикләнмәй. Яҙмаларының геройҙары араһында Кувейт, Ҡытай, Германия кеүек сит илдәрҙә эшләп йә уҡып йөрөгән башҡорт егеттәре һәм ҡыҙҙары осрай.
Ғөмүмән, Рәшит Зәйнуллин ҡәләмен төрлө темала һынай. “Шоңҡар” журналының арҡа һөйәге һаналған “Тарихнамә”, “Заман заңы”, “Иман нуры”, “Йәшәйеш” рубрикаларында урын алған мәҡәләләре аша үҙен тос фекерле журналист, күп яҡлы, тәрән фекер эйәһе итеп таныта.
“Өфө Рәсәйҙең иң боронғо ҡалаһымы?”, “Башҡорттоң борон­ғо­лоғо – ҡанында!” тигән мәҡәләләрҙә авторҙың халҡыбыҙҙың шанлы тарихына иғтибары сағыла. Ул быуаттар дауамында һәр кемебеҙҙе борсоған һорауҙарға яуап эҙләй. Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһына нисә йәш? Халҡыбыҙҙың меңәр йыллыҡ тарихы тура­һын­да генетика нимә һөйләй? Милләт булараҡ ҡасан форма­лашҡанбыҙ? Ошо һорауҙарҙы асҡанда, ғалимдар фекеренә таяна, белгестәр менән ҡапма-ҡаршы ултырып мәсьәләләрҙе һүтә.
Рәшит Зәйнуллиндың “Рәсәй бомбалары ты­ныслыҡ килтерер­ме?”, “Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, бу­ласаҡбыҙ!”, “Кеҫәләрҙе ҡапшап көрсөк килә...”, “Хеҙмәт лайыҡлы баһаланамы? Йәки ҡулланылмай ятҡан дипломдар ғына байытмаясаҡ!”, “Бөйөк Еңеүгә хаҡыбыҙ бармы?” тигән мәҡәләләре донъялағы киҫкен хәл-ваҡиғаларҙың шаңдауы булып яңғырай һәм, әлбиттә, был ауазды уҡыусы ла ишетә. Сүриәләге һуғыш, XXI быуатта милләтебеҙ үҫешенә аяҡ салған мәсьәләләр, иҡтисади көрсөк, түбән хеҙмәт хаҡы, һуғыш ветерандарын ҡәҙерһеҙләү журналисты һыҙланыуға дусар итә.
Әммә автор яҡты өмөттәр менән йәшәй, “Шоңҡар”ҙың “Иман нуры” рубрикаһы аша ҡоромланған күңелдәргә иман нуры таратырға ашыға. Был яҡтан “Ислам дине ҡатын-ҡыҙҙы хөрмәтләргә өйрәтә” тигән аналитик мәҡәләһе иғтибарға лайыҡ.
Замандашым Рәшит Зәйнуллиндың мәҡә­ләләре һыҙланыуҙар аша яҙылһа, әңгәмәләрен иһә ул борсоулы һорауҙар менән тулыландыра. Был шағирҙарға хас һыҙат.
Ғәмәлдә Рәшит шағир булараҡ та танылыу алған. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең “Йәштәр тауышы” серияһында донъя күргән “Хыял иле” шиғри йыйынтығы уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителде. Ысынлап та, Рәшит Зәйнуллин — шиғри күңелле шәхес булып формалашҡан журналист. Журналистика өлкәһендәге хеҙмәте шиғриәтен үҫтерә, шиғыр менән мауығыуы журналист оҫталығын арттыра.
Рәшит Зәйнуллинды студент йылдарынан беләм. Шул йылдарҙа уҡ ул журналистикаға мөкиббән ине. Йәштәрҙең “Оран” гәзитен нәшерләүҙә лә ҡатнашты. Һуңыраҡ был Бөрйән егете менән “Аҙна”, “Башҡортостан” гәзиттәрендә иңгә-иң терәшеп эшләү бәхете тейҙе миңә.
Рәшит әле лә үҙ принциптарына тоғро ҡала. Мәҫәлән, ХХ быуат башындағы аслыҡты һәм бөгөнгөбөҙҙәге иҡтисади көрсөктө анализлаған “Астың асыуы яман”, “ГМО: уйҙырма менән дөрөҫлөк араһында”, “Зәңгәр экрандан янаған хәүеф” кеүек яҙмалары бик күптәрҙе уйландырғандыр, моғайын.
Алдынғы ҡарашлы ҡыйыу ҡәләм оҫтаһы Рәшит Зәйнуллиндың журналистика өлкәһендәге хеҙмәте Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға һис шикһеҙ лайыҡлы. Һүҙемде ҡәләмдәшемә бағышлаған шиғыр юлдары менән тамамлағым килә.

Мин-минлекте өҫтөн ҡуйып йөрөр
Ғәҙәте юҡ уның, аңлағыҙ.
Алға ат(ы)лып сыҡмаһа ла ҡорҙа,
Эшен, кешелеген һанлағыҙ.

Йыйындарҙа – үҙен маҡтау түгел,
Халҡын данлау – тормош маҡсаты.
Мал-мөлкәткә иҫе китмәй уның,
Йоҡлай алмай ятмай аҡса тип.

Мин ғашиҡмын һиңә, эй, ҡәләмгир,
Изге уйың менән янаһың.
Яҙмаларың аша ғәмһеҙҙәрҙе
Уятырлыҡ усаҡ яғаһың.

Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ,
шағир, Башҡортостан
Яҙыусылар союзы ағзаһы,
юғары категориялы башҡорт теле уҡытыусыһы.



Вернуться назад