Тарих яҙҙылар таҫмаға13.09.2016
Тарих яҙҙылар таҫмаға Баймаҡ районының Ҡолсора ауылында йәшәгән 75 йәшлек хеҙмәт ветераны Вәлимә Ғафарова Рәсәй киноһы йылында үҙен Голливуд йондоҙҙарынан кәм тоймай. Уны йә мәктәпкә, йә ауыл мәҙәниәт йортона осрашыуға саҡыралар, журналистар килеп интервью ала. Заманында Мөхәмәтша Буранғоловтың “Башҡорт туйы” пьесаһы буйынса төшөрөлгән фильмда ҡатнашҡан бит ул!


– Бар ине шәп саҡтар, – тип һүҙ башлай Вәлимә Шаһишәрип ҡыҙы. – 80-се йылдар аҙағында бер төркөм ҡатын-ҡыҙ ансамбль ойоштороп ебәрҙек. Сәхнә кейемдәре етешмәгәс, костюмды ҡулдан тектек. Беҙҙе “Ҡолсора әбейҙәре” тип йөрөттөләр. 1991 йылда район исеменән Өфөгә Салауат көндәренә ебәрҙеләр. Сығышыбыҙ, бай тирмәбеҙ халыҡҡа ныҡ оҡшаны, шунда уҡ киноға төшөргә тип алып киттеләр. Күмәк сәхнәләрҙә йөрөнөк, ҡумыҙҙа уйнаныҡ, йырланыҡ. Аш бешкән ҡаҙан янында торғанымды ла төшөрөп алғандар.
Фильмда ҡатнашырға саҡырған кеше ул саҡта “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы студияһының баш режиссеры Рәйес Исмәғилев була. Баймаҡ, Учалы, Белорет, Әбйәлил райондарының үҙешмәкәр артистарын йыйып, ике аҙналай урманда йәшәтер, ауылда эштең иң ҡыҙыу мәлендә лә ҡайтармаҫ өсөн әүрәтеү һүҙҙәрен, тәүәккәллекте ҡайҙан алғандыр?!
– Эште аҡса өсөн түгел, ә яратып башҡарһаң ғына уңышлы килеп сыға, – тип аңлата быны Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес Исмәғилев.
Башҡорт халҡының совет осоронда онотола яҙған мәҙәниәтен кино таҫмаһына яҙҙырыу теләге менән шул тиклем яна режиссер, хатта юлындағы кәртәләрҙе тура мәғәнәһендә емереп ташлауҙан да ҡурҡмай.
– Киноны төшөрөү өсөн Белорет районындағы Ар ташы тигән бик матур, ҡаялы урынды һайланыҡ. Ул яҡтарҙы алдан ҡарап ҡайтырға булдым. Юлда бер күперҙә “дүрт тоннанан артыҡ йөктө күтәрмәй” тигән билдә күреп ҡалдым. ПТС (күсмә телевизион станция. – Авт.) водителе мотлаҡ кире боролоп ҡайтып китәсәк, сөнки машинаның ауырлығы 16 тонна, тип уйланып торҙом да билдәне һурып ташланым. Иртәгәһенә күпергә еткәс, ПТС-ты туҡтатып, пассажирҙарҙы төшөрҙөм, ә водителгә ишеген асып барырға, бер-бер хәл булһа, һикерергә ҡуштым. Ҡыуанысҡа күрә, күпер ныҡ булып сыҡты. Һуңынан теге билдәне, әлбиттә, кире урынына ҡуйҙым, – тип хәтерләй Рәйес Абдрахман улы.
Фильмға әүерелгәнгә тиклем “Башҡорт туйы” Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә 1989 йылдан алып спектакль рәүешендә йәшәй. Театрҙың ул саҡтағы баш режиссеры һәм художество етәксеһе, РСФСР-ҙың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рифҡәт Исрафилов үҙаң яңырған замандың талабын яҡшы тойомлай – башҡорттоң йыр-моңға, йолаларға бай мәҙәниәтен сағылдырған әҫәргә мөрәжәғәт итә.
Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев әйтеүенсә, спектакль йәмәғәтселек өсөн ҙур яңылыҡ булған.
– “Башҡорт туйы” пьесаһын беҙҙән бер нисә йыл алдараҡ режиссер Лек Вәлиев Сибай дәүләт башҡорт драма театрында сәхнәгә сығарҙы. Сибайҙарҙың Өфөгә гастролгә килеп спектаклдең премьераһын күрһәтеүе әле лә хәтерҙә. Халыҡ күп ине. Бер ваҡыт ҡарап ебәрһәм, эргәмдә Фәриҙә апай Ҡудашева баҫып тора. Ул Бөйөк Ватан һуғышы осоронда театрыбыҙҙа эшләгән һәм “Башҡорт туйы”нда төп роль – Гөлзифаны уйнаған. Бына шулай йәшлеге менән осрашырға килгәйне, – ти актер.
Төп роль – Юлдыбайҙы башҡарған сәхнә оҫтаһы бөгөн үҙе лә фильмды ҡараған һайын йәшлегенә ҡайтып урай.
– Киноны төшөрөү ваҡыты театрҙың Белорет районындағы гастроленә тура килде. Көндөҙ – камера, кис тамашасы алдында уйнайбыҙ.Үҙешмәкәр коллективтар ҙа, театр артистары ла әүҙем ҡатнаштыҡ. Аттарҙа сабыу, көрәш сәхнәләре айырыуса сағыу булып иҫтә ҡалды, – ти Хөрмәтулла Ғаззали улы.
Етди эшкә бала-сағаның күпләп йәлеп ителеүе лә ҡыҙыҡлы. Ата-әсәләренә эйәреп барған ҡыҙ һәм малайҙар камера алдында баҙап ҡалмай, уларҙың ихлас шаярып, йүгереп йөрөүе фильмға биҙәк өҫтәй. Араларында 12 йәштәрҙәге һары сәсле ҡыҙсыҡты ла күрергә мөмкин. Розалия Рамаҙанова бөгөн “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһында режиссер булып эшләй. “Башҡорт туйы”нда ҡатнашыу һөнәр һайлауҙа йүнәлеш биргәндер, тип иҫәпләй ул.
– Әсәйем Кәбирә Маннапова ул саҡта Баймаҡ район мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй ине. Үҙешмәкәр артистарҙы алыҫ сәфәргә алып барырға ҡушылғас, мине лә эйәртте. Шулай итеп, уйламағанда тарихҡа инеп ҡалдым. Иҫ киткес матур милли кейемдәге һылыу апайҙарға, мөһабәт кәүҙәле ағайҙарға һоҡланыуым, ҡурай һәм ҡумыҙ моңдарын йотлоғоп тыңлауым бер ҡасан да онотолмай. Әкиәт илендә йөрөп ҡайтҡандай булдым, – ти ул.
Режиссер Рәйес Исмәғилев ифрат талапсан булып сыға – яһалмалыҡҡа ҡырҡа ҡаршы тора. Шуға күрә Хөрмәтулла Үтәшевкә ысынлап көрәшеп, муйынын имгәтергә, Гөлзифаны уйнаған Башҡортостандың халыҡ артисы Эльвира Юнысоваға һалҡын көндә ике тапҡыр Ағиҙелде йөҙөп сығырға тура килә.
– Йәй булыуға ҡарамаҫтан, көндәр ныҡ һыуытҡайны, ямғыр яуып торҙо. Бөтәбеҙ ҙә фуфайка, куртка кейеп йөрөгән ваҡытта миңә йылғала йөҙөргә ҡуштылар. Ҡалайтаһың, тыңлайһың инде. Өҫтөмдәге күлдәк һәм елән ҡалын туҡыманан тегелгәйне. Һыуға инеү менән улар, еүешләнеп, төпкә тарта башланы. Милли биҙәүес – түшелдерек тә тағып алғанмын. Батмаҫ өсөн арҡамда йөҙөргә булғайным, яһалма толомдар аҫҡа һөйрәй. Сценарий буйынса икенсе ярға сығып, ташҡа ултырып “иланым” һәм кире йөҙөп килдем. Барыһы ла бер дубль менән башҡарылды. Ярҙа кол­легаларымдың кемеһе эҫе сәй, кемеһе юрған тотоп, мине ҡеүәтләп көтөп тора ине, – тип йылмайып хәтерләй актриса.
Ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында “Башҡорт туйы”нда уйнау бассейнда “Титаник”та төшөү түгел шул! Сит илдә эшләһәләр, актерҙарыбыҙға бындай фиҙакәрлек һәм оҫталыҡ өсөн күптән “Оскар” биргән булырҙар ине, моғайын.
Фильмды ҡараған саҡта хайран иткән йәнә бер күренеш – Халыҡ рухы образын булдырған сәсәниә Розалия Солтангәрәеваның текә ҡаяла әҫәрләнеп йырлауы. Сәнғәт хаҡына уға ла сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуйырға тура килә – оҙон ап-аҡ күлдәктә бер ниндәй ярҙамһыҙ бейеккә менә һәм таштан ташҡа йөрөп ҡобайыр әйтә. Был эпизод тәьҫирле килеп сыға – кеше түгел, ә ҡая йырлай һымаҡ тойола.
Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы спектаклдең фольклор буйынса белгесе итеп саҡырыла, сөнки тап шул саҡта башҡорттарҙың ғаилә йолаларына арналған кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, төрлө төбәктән бай мәғлүмәт туплауға өлгәшә. Йәш ғалимә бөртөкләп йыйған халыҡ мираҫын, күңелендә урғылған уйҙарын түкмәй-сәсмәй сәхнәгә сығарырға ынтыла, әммә барыһын да бер спектаклгә һыйҙырып булмай. Быны күргән режиссер Рифҡәт Вәкил улы: “Премьераға өс көн ҡалды, сығып, халыҡҡа әйтәһе һүҙеңде үҙең әйт”, – ти. Сәсәниә, сюжетҡа һәм илдәге үҙгәртеп ҡороу романтикаһы менән йәшәгән халыҡтың ихтыяжына тура килтереп, дүрт ҡобайыр яҙа. Мөхәмәтша Буранғоловтың пьесаһында булмаған Халыҡ рухы образы шулай тыуа.
– Һәр халыҡ үҙ йолаһын тарихтың иң төпкөл мәлендә һаҡланыу, тәртип урынлаштырыу өсөн булдырған. Шул йола күренештәре “Башҡорт туйы” пьесаһын көслө, кәрәкле итте, рухи яҡтан байытты. Фильмды ла, спектаклде лә халыҡ яратып ҡараны. Уны яңыртып төшөрөүҙе әле лә һорайҙар, – ти Розалия Солтангәрәева.
Был фекерҙе Рәйес Исмәғилев тә хуплай.
– Бөгөн төрлө илдәрҙә этник мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныу арта. Ҡурай, ҡумыҙ, өзләү, оҙон көй, башҡорт бейеүе, кейеҙ баҫыу һәм башҡа рухи ҡомартҡыларыбыҙ тураһында художестволы йә документаль фильмдар төшөрөлһә, үҙебеҙгә генә түгел, бүтән халыҡтарға ла әһәмиәте ҙур буласаҡ, – ти режиссер.
Һуңғы йылдарҙа Өфөнөң халыҡ-ара саралар майҙанына әүерелә барыуын, өс йылдан тиерлек республикала Бөтә донъя фольклориадаһы уҙырға тейешлеген иҫкә төшөрһәк, был эштәрҙе башҡарырға һуңлап барыуыбыҙ һиҙелә. Үҙебеҙҙе һәр яҡлап танытыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмаһаҡ, ҡайһы берәүҙәр беҙҙең фольклор өлгөләрен үҙләштерә, тип башҡаса көйөп йөрөмәһәк ине. Рухи байлығыбыҙҙы һаҡлап килгән оло быуын вәкилдәренең йылдан-йыл һирәгәйеүе лә күңелде әрнетә. Сәхнәләрҙе дер һелкеткән, “Башҡорт туйы” фильмына йәм өҫтәгән “Ҡолсора әбейҙәре” ансамбле, мәҫәлән, күптән эшләмәй инде.
– Түбәнге Иҙристән Гәүһәр Муллағәлләмова менән мин генә ҡалдыҡ. Башҡа әхирәттәребеҙҙе кинола ғына күрәбеҙ, – тип ауыр көрһөнә Вәлимә Ғафарова.




Вернуться назад