Уның булмышын ут менән сағыштырырға була. Халҡына яҡтылыҡ һәм йылы бөркөп, осҡондарынан кешеләр күңелендә усаҡ ҡабыҙып, янып йәшәй Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, шағир һәм журналист, филология фәндәре кандидаты Ниязбай Сәлимов.Уның “Ғәмәл дәфтәре”нә күҙ йүгертеп сыҡһаҡ, шулар шәйләнер: Ғафури районының Яугилде ауылы егете Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлағас, хеҙмәт юлын Йөҙимән урта мәктәбендә директор урынбаҫары, тыуған ауылындағы белем усағында директор булып башлай. Бер аҙҙан талантлы йәш белгес “Йондоҙ” район гәзите мөхәррире урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә, һуңынан республика йәштәренең “Ленинсы” гәзите мөхәррире урынбаҫары итеп үрләтелә. Башҡорт йәштәре гәзите “Йәшлек”те булдырыуға ҙур көс һала, уның мөхәррир урынбаҫары була. Бер аҙҙан Ниязбай Булатбай улы Ғафури районының “Звезда” — “Йондоҙ” гәзите мөхәррире итеп ҡуйыла. Уның тырышлығы менән Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып башҡортса “Табын” гәзите донъя күрә. Ырымбур өлкәһе йәмәғәтселеге үтенесе буйынса, ошо гәзит редакцияһы нигеҙендә Ырымбур башҡорттарының “Каруанһарай” гәзитен нәшер итә.
Абруй ҡаҙанып өлгөргән “Табын” гәзите мөхәррирен “Йәшлек” гәзитен етәкләргә саҡыралар. Өс йылдан ашыу ваҡыт эсендә ул ошо баҫманың тиражын ике тапҡырға арттырыуға ирешә.
Артабан Ниязбай Булатбай улы Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә эшләй, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире була. Әлеге көндә – Башҡортостан Республикаһы Милли архивының директор урынбаҫары.
Еңел генә теҙеп сыҡҡан ошо юлдар араһында күпме ғазаплы һәм ләззәтле йылдар ята! Улары иһә күңел нурҙары булып китаптарына, мәҡәләләренә теркәлә барған, шиғырҙар булып ҡанатланған. “Ҡурсаҡ булғым килмәне”, “Атайым йомаҡтары”, “Әнүзә һәм шуҡ кәзә”, “Ҡояш – ул ҡош” тигән шиғри китаптары менән ул балаларҙың күңеленә үтеп инде, “Ураҡ осоро” йыйынтығы шиғриәт һөйөүселәрҙең йөрәген елкендерҙе...
Ниязбай Сәлимовтың илһамлы ҡәләменән ағылған юлдар тураһында оҙон-оҙаҡ һөйләргә мөмкин. Мәҫәлән, быйыл бер нисә ай эсендә генә республикабыҙҙың төрлө гәзит-журналдарында донъя күргән “Тарихи мираҫ һағында”, “Мәҫәлдәге Ҡыҫала, Суртан һәм Аҡҡош кеүек...”, “Шәжәрә – тарихҡа тәҙрә”, “Тел яҙмышы – үҙ ҡулыбыҙҙа”, “Һәйкәлдәр – тереләр өсөн”, “Сәсән һүҙе – аҡыл ҡаҙнаһы”, “Урал бөркөтөнөң үлемһеҙ осошо” кеүек яҙмаларын телгә алыу ҙа етә. Уларҙа автор телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү, халыҡ яҙмышы, ил улдарының батырлығы тураһында уйлана, милләтте борсоған мәсьәләләрҙе күтәрә.
Ниязбай Сәлимовтың күптән түгел донъя күргән “Халыҡ сәсәне Вәлиулла Ҡоломбәтов” тигән китабы рухиәтебеҙ ҡаҙнаһын байытты тип икеләнмәй әйтергә була. Бала сағынан уҡ Мәжит Ғафури менән дуҫ булған, “Рәсүлиә”, “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә бергә уҡыған данлы сәсәнебеҙ тураһында бөгөн беҙ онотоп барабыҙ. Ә бит уның “Салауат менән Юлай” поэмаһы ғына ни тора! Әлбиттә, сәсәнебеҙ ижадын халыҡҡа ҡайтарыу йәһәтенән Ниязбай Сәлимов тарафынан ҙур эш башҡарылған, күпме архив материалдары табылған: “Вәлиулла мәҙрәсәлә бик яҡшы уҡый, тәнәфестә лә китабын ҡулынан төшөрмәй. Хатта хәлфәләр үҙҙәре бушамағанда уға дәрес үткәрергә ҡушыр булған. 1910 йылда мәҙрәсәне уңышлы тамамлағас, Вәлиулланы, иң яҡшы шәкерт булараҡ, алыҫ Үзбәкстанға имам-хатип итеп эшкә ебәрергә уйлайҙар. Әммә ул, мин башҡорт балаларын аң-белемле итер өсөн ғилем эстәнем, тип тәҡдимдән баш тарта. Шунан ул хәҙерге Ауырғазы районына ҡараған Үтәймулла ауылына эшкә килә. Йәш мөғәллим мәҙрәсәлә дини дәрестәрҙән тыш донъяуи фәндәрҙе – арифметика, рус теле, яҙыу һәм тасуири уҡыу дәрестәрен алып бара.
Ауыл ҡарттары: “Вәлиулла, дини әсбаптарҙан ситләштерәһең бит балаларҙы, үҙең һымаҡ дәһри (динһеҙ) булалар инде”, – тип шаулашҡас, ул: “Етер һуҡырлыҡ, йәштәрҙең күҙен асырға кәрәк”, – тип яуаплай”.
Әйткәндәй, Вәлиулла Ҡоломбәтовтың ошо дәүерҙәге эшмәкәрлеге Фәрит Иҫәнғоловтың “Арыш башағы” романында ярайһы уҡ тулы һүрәтләнгән.
Ғөмүмән, Ниязбай Сәлимовтың публицистикаһы – үҙе бер донъя. Уларҙы мауыҡтырғыс әҫәр кеүек кинәнеп уҡыйһың. “Башҡорт әҙәби теленең публицистика стиле” тигән фәнни хеҙмәт яҙған замандашыбыҙ, һис шикһеҙ, был жанрҙың алымдарын, тәьҫир ҡеүәһен биш бармағы кеүек яҡшы белә.
Тамсы ла шигем юҡ: илгә, телгә, халыҡҡа булған һөйөүен һүҙҙә генә түгел, эш менән раҫлаған Ниязбай Сәлимовтың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителеүен ҡәләм әһелдәре хуплар, моғайын.