Кино килә, кино!07.09.2016
Быйыл Башҡорт­ос­тан­дың кино майҙан­сыҡтарында ВГИК-тың Халыҡ-ара студенттар фестивалендәге финалға сыҡҡан эштәр күрһәтелә.

Әле картиналарҙы күрһәтеү өсөн майҙансыҡтар һайлана. 14—18 ноябргә тәғәйенләнгән сараны “Башҡортостан” дәү­ләт концерт залында, Актер­ҙар йортонда, Өфө сәнғәт институтында, мәктәптәрҙә, шулай уҡ киновидеоселтәре булған район үҙәктәрендә үткәреү күҙаллана.
Фестиваль барышында өс йүнәлеш буйынса конкурс уҙғарыу планлаштырыла. Уларға ВГИК, шулай уҡ сит ил кино­мәктәптәре студент­тарының киноконкурстары, театр конкурсы инә. Шулай уҡ “Сце­нарийҙар йәрминкәһе”, фәнни конференциялар, оҫталыҡ дәрестәре, ижади осрашыуҙар ойоштороу ҡарала.



Вернуться назад