Ҡырым башҡортоноң әйткәне...07.09.2016
Ҡырым башҡортоноң әйткәне... Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, сығышы менән Мәләүез районы ир-уҙаманы Даларис Имелбаев хаҡында йәй башында “Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе Ансар Нуретдинов яҙып сыҡҡайны инде. Әммә Башҡортостандан ситтә йәшәгән, Рәсәй составына кире ҡайтарылған Ҡырым төбәге башҡорто менән күпме һөйләшһәң дә, әңгәмә ебе һүтелеп тик бара. Бына инде нисәмә йыл ул ошо төбәктә йәшәй һәм урамда, транспортта, хатта ял итергә килгәндәр, хеҙмәт иткән һалдаттар араһында Башҡортостандан берәй кешене күреп ҡалһа, фатирына алып ҡайта. Быны уға берәү ҙә ҡушмай, ул үҙенең күңел талабына, эске кисерештәренә, йөрәк ынтылышына таянып башҡара.
Ҡатыны менән улар икеһе лә бер ҡатарҙан. Рәйлә апай ҙа, әйтерһең, ғүмер буйы тап ошо ҡунаҡтарҙы ғына көтөп ултырғандай, йылмайып, күптән белгән кешеләй, арҡаларынан һөйөп ҡаршы ала. Күптәр маҡтап телгә алған был ғаилә менән миңә лә танышырға насип булды. Һис арттырмай икән таныштарым, тинем Имелбаевтар менән аралашҡандан һуң.
Йомағужала урта мәктәп тамамлаған Даларис Ғимран улы Мораҡ һөнәрселек училищеһында уҡыған, колхоз-ара төҙөлөш ойошмаһында эшләп алған да әрмегә саҡырылған. Тейешле ике йылды үткәргәндән һуң да СССР Оборона министрлығының махсус тәғәйенләнештәге инженер ғәскәрҙәре сафында хеҙмәте барышында хәрби объекттар төҙөүгә йәлеп ителгән ул. Өлкән прапорщик Имелбаев сирек быуат ваҡыт эсендә бик күп социаль-мәҙәни һәм көнкүреш биналарын, йорттарҙы, Ҡырым ярымутрауының көньяҡ яр буйҙарындағы ҡалаларҙа әле лә эшләп килгән бихисап шифахананы, шул иҫәптән Форостағы хөкүмәт дачаларын төҙөүҙә ҡатнашҡан.
Симферополь Юғары хәрби-сәйәси төҙөлөш училищеһын уңышлы тамамлаған Даларис Ғимран улының яҙмышы үҙенән-үҙе йәш сағынан ошо яҡтар менән бәйләнгән. Хәләле Рәйлә ханым менән донъя ҡороп, өс ҡыҙ бала үҫтергән улар. 1973 йылдан бирле ошонда йәшәйҙәр.
Тормош әрнеүһеҙ булмай, тигәндәре шулдыр, күрәһең. Өлкән ҡыҙҙары Әнисә Киевта юғары уҡыу йортонда белем алғанда тын юлына һыуыҡ тейҙереп, яҡты донъя менән хушлаша. Әммә был ҡайғыны ла бергәләп еңеп сыға Имелбаевтар һәм бөгөн, ейәндәрен тәрбиәләп, милли йәмәғәт эштәрендә ҡатнашып, Ҡырымдың Ялта ҡалаһында Башҡортостандан килгән һәр яҡташына ишектәрен генә түгел, күңел түрҙәрен асып ҡаршы алалар. Телдең моңон да, үҙенсәлеген дә һаҡлап, балаларына ла был байлыҡты тапшырғандар. Башҡортса һөйләшеп ҡаршы алғандарын күреп, улым хатта: “Башҡортостандан бер ҡайҙа ла китмәгән кеүек булдыҡ”, – тине.

Ҡырым башҡортоноң әйткәне...– Нисек йәшәүегеҙ, Даларис ағай?
– Зарланмайбыҙ. Аллаға шөкөр, төп илебеҙҙән, Башҡортостандан алыҫта көн итһәк тә, тыуған еребеҙҙе онотҡаныбыҙ ҙа булманы, ҡайтып йөрөйбөҙ. Беҙгә лә туғандар, яҡын күргәндәр килеп тора. Дөрөҫөн әйткәндә, туғаным, кешенең ҡайҙа йәшәүенән бигерәк, үҙен кем итеп күрһә­теүе мөһим. Бик күп ерҙәрҙә булырға, күп милләт вәкилдәре менән арала­шырға тура килгәне бар, әммә һис ҡасан да милләтемде йәшереп, асылымдан ҡасып йөрөмәнем. Киреһенсә, йөрәгемдәге милли тойғоларымды шиғыр юлдарына һалып, Украинала сыҡҡан татар баҫмаһында башҡорт телендә баҫтырҙым, Ҡырымда үт­кән һәр байрамға Башҡортостан әләмен тотоп сыҡтым. Ғөмүмән, бында һәр мил­ләткә ҡарата иғтибар бар, башҡорттарҙы бик ихтирам итәләр. Ниндәй генә сара булһа ла, саҡырып, ҡурай уйнауҙы, елән кейеп сәхнәгә сығыуҙы һорайҙар. Дуҫлыҡ, туғанлыҡ йәһәтенән, Башҡортостан кеүек үк, Ҡырым да бик күптәргә өлгө булып тора, Аллаға шөкөр. Киләсәктә лә шулай булһын инде.
– Йәшләй килеп урынлаш­ҡанһығыҙ был яҡтарға...
– Эйе, шулай. Совет иленең ыңғай, башҡаларға ла өлгө итеп күрһәтерлек яҡтары ла булды бит. Мәҫәлән, элек йәштәрҙе уҡытыу, әүҙемерәктәрҙе йәмәғәт эштәренә йәлеп итеү, эшкә урынлаштырыу кеүек мәсьәләләр дәүләт кимә­лендә хәл ителә ине. Мин йәштән үк кеше менән аралашырға, эшләргә яраттым, шуға ла ошо яҡтарҙағы төҙөлөш эштәренә ебәреп, ойоштороу һәләтемде лә файҙаланырға уйлағандарҙыр. Халыҡ, ниндәй генә сара булһа ла, әүҙем күтәрелә торғайны, спорт, мәҙәниәт, үҙешмәкәр ижад ил етәкселеге тарафынан хупланды. Әле лә Ҡырым халҡында ана шул рухи берҙәмлек һаҡланған, сөнки төрлө һынауҙарҙы еңеп сығыу өсөн күңел күтәренкелеге, ойошҡанлыҡ кәрәк икәнлеген бындағылар быуаттар дауамында яҡшы аңлаған.
Йәнә лә күп нәмә кешенең үҙенән дә тора. Беҙ йәшерәк саҡта үҙ өҫтөңдә эшләү, китаптар уҡыу, камиллашыу тураһында йыш телгә ала торғайнылар. Мин дә даими рәүештә донъянан артта ҡалмаҫҡа, эшләргә, күберәк китап уҡырға, гәзит-журналдарҙан айырылмаҫҡа тырыштым. Бөгөн дә Башҡорт­остан баҫмаларының электрон вариантын алдырып уҡыйым. Әйт­кәндәй, гәзитегеҙ бик үҙгәрҙе. Ыңғай яҡҡа. Рухиәткә бәйле мәҡәләләр, әңгәмәләр йыш сығыуы ҡыуандыра. Ана шунда сағыла бит инде ул матбуғат сараһының асылы. Бөгөн халыҡ күп мәғлүмәтте Интернет аша ала, ә бына йән аҙығы булырҙай нәмәләр беҙгә китаптар, гәзит-журналдар аша килергә тейеш тип аңлайым. Бала саҡтан беҙ, мәҫәлән, уҡытыу­сыларыбыҙҙан белемгә ынтылышты һеңдереп үҫтек.
Ҡырым башҡортоноң әйткәне...– Иҫкә алып китәйек әле берәй мөғәллимегеҙҙе?
– Бик ҙур кинәнес менән Ғәффә Ғиниәт ҡыҙы Әхмәтшинаны телгә алыр инем. Ул беҙҙе математиканан уҡытты, класс етәксеһе лә булды. Тәү ҡарамаҡҡа ҡырыҫ холоҡло кеүек тойолһа ла, бөтә йөрәге менән һәр уҡыусыһының яҙмышы өсөн янды. Шул тиклем талапсан, уҡырға теләмәгәндәрҙе лә алға тартып, айырым иғтибар биреп өйрәтер ине. Унда белем алып сығып киткәндәрҙе, әйтерһең, Ғәффә апай алдан уҡ ҙур тор­мошҡа әҙерләй торғайны. Шәхсән минең ихтирамым уға шул тиклем көслө булды, хатта бына Рәйлә апа­йың менән өйләнешергә йыйынғас та унан барып ризалыҡ һорағанымды хәтерләйем. Ми­неңсә, уҡыусыңдың килеп фатиха үтенеүенән дә ҙурыраҡ баһа юҡ уҡытыусының эшмәкәрлегенә. Остаз һөнәренең бәҫен күтереүсе кеше – ул тап Ғәффә апай кеүек­тәр. Тәүге белем биреүсе, класс етәксеһе баланың яҙмышына ныҡ йоғонто яһай. Ҡала ҡыҙы булыуына ҡарамаҫтан, ул үҙе ауыл тормошона, балаларға тиҙ өйрәнеп китте, сөнки эшен дә, уҡыусыларын да ярата торғайны.
Элек бит өлкәндәргә, ярҙам­сыһыҙ ҡалғандарға булышлыҡ иткән, мәктәп уҡыусыларынан торған “Тимур командаһы” тигән ойошма бар ине. Ғәффә апай уның эшмәкәрлеген дә йәнләндереп ебәрҙе ауылыбыҙҙа. Әле махсус рәүештә ярҙам иткән социаль үҙәктәр эшләй, улар аҡса ала, ә элек бит халыҡ ихлас күңелдән бер-береһенә ярҙам итергә әҙер ине. Быларҙы мин үткәндәрҙе һағыныуымдан түгел, ә кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтен, үҙемдең үҫкән осорҙоң мөхитен сағылдырыу маҡсатынан һөйләйем.
Йәнә бер кешене телгә алмай булдыра алмайым: ул Күгәрсен районының Томансы ауылынан Наташа апай. Дөрөҫөн әйткәндә, хәҙер атаһының исемен дә хәтерләмәйем. Бөтәһе лә уны “Наташа апай! Наташа апай!” тип йөрөтә торғайны. Фамилияһы Гайдамак ине. Томансыла Әнүәр ағайға кейәүгә сығып, күпләп балалар үҫтереп, фельдшер булып эшләне ул.
Бына күҙ алдығыҙға килтерә­һегеҙме, кеше тәүлектең ҡайһы ваҡытында ярҙам һорап барһа ла, ул кире бороп сығармай. Улай ғына ла түгел, йылы һүҙен йәллә­мәй, ярҙамын күрһәтә. Етмәһә, Наташа апай башҡорттарға алыш­тырғыһыҙ итеп башҡортса һөйлә­шә. Әле лә ул иҫән, үҙенең иң матур осорон кисереп, ейән-ейән­сәрҙәрен тәрбиәләшә. Бына был кешеләр – минең Башҡортос­тандағы бала сағымдың иң изге, яҡты күңелле кешеләре. Улар миңә башҡаларға игелекле булырға, яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмай, тип өйрәтте. Шундай яҡты кәңәштәре өсөн ғүмер буйы рәхмәтлемен. Бигерәк тә республиканан ситтә йәшәгән кеше булараҡ, минең йөҙҙә башҡорт сифаттарын да күрәләр бит. Шуға ҡыҙҙарымды ла, ейәндәребеҙҙе лә кешеләргә изгелекле булығыҙ тип өйрәтеп үҫтерәбеҙ.
– Даларис ағай, уңайһыҙ булһа ла һорайым инде. Һеҙҙең атығыҙ беҙҙеңсә түгел. Кем ҡушты шундай ят исемде?
– Уны һин генә түгел, бик күптәр һорай. Өйрәнеп бөткәнмен инде. Хатта ҡатын-ҡыҙ исеменә тартым, тиеүселәр ҙә булды. Әммә һүҙ­лектәр, белгестәр аша һорашып белештем, гүзәл заттың исеме “о” хәрефе аша яҙыла. Минеке – ул бүләк. Мин тыуғас, әнейем Фирҙәүес апайым Кинйәбаеваға өс исем тәҡдим итә: Салауат, Миҙхәт, Даларис. Ул өсөнсөһөндә туҡтай, сөнки беҙҙең ауылда Мөҙәрис бабайымдың улы Даларис тыуған була. Әммә тормош юлдары айырылыу сәбәпле, малайҙы әсәһе беҙҙең ауылдан алып ҡайтып китә. Шунан инде, беҙҙә исеме юғалмаһын тип, мине лә Даларис тип атағандар. Ә ул малай аҙаҡ билдәле яҙыусы булып киткән: һүҙ прозаик Динис Бүләков хаҡында бара. Әйткәндәй, уның ҡатыны ла Рәйлә.
Исемемде алмаштырырға теләгән саҡтар ҙа булды йәшлектә, әммә алдынғы ҡарашлы кешеләр барыһын да аңлатып биргәс, туҡтаным. Ә бит беҙҙең халыҡта шундай матур әйтем бар – “Исем кешене түгел, кеше исемде биҙәй”. Яҡшы эштәрем менән исемемде биҙәргә, кеше күңелендә ҡалырға тырышам. Ҡырымда 44 йылға яҡын йәшәһәм, Ялтала 33 йыл тирәһе торабыҙ. Яҡташтарыма ярҙам итергә, бергә туплап, аралашып йәшәргә тырышам. Баяғы уҡытыу­сыларым күңелгә һалған изгелек орлоҡтары ғүмер буйы емешен бирһен, тип теләйем.
Хәрби частарҙа оҙаҡ йылдар етәкселек иттем, аҙағыраҡ был яҡта ял итергә яратҡан Брежнев, Громыко кеүек дәүләт етәкселәре дачаларында эшләнем. Әлбиттә, улар менән яҡындан аралашырға тура килмәне, әммә яуаплы вазифалар миңә тағы ла ҙурыраҡ бурыс өҫтәй ине.
Бөйөк урыҫ яҙыусыһы Лев Толстойҙың ейәне – Лев Николаевич Толстой – Хөкүмәт дачаһы комменданты, генерал-майор булды. Беҙ уның етәкселегендә 32 кеше эшләнек. Бик итәғәтле, үҙ эшен яҡшы белгән профессионал булды ул.
– Фатир мәсьәләһе нисек хәл ителде?
– Ҡыҙыҡ ҡына хәл килеп сыҡты. Хәрби төҙөлөштә лә эшләгәс, әлбиттә, беҙҙең хеҙмәткәрҙәргә фатир мәсьәләһе ҙур ҡыйын­лыҡтар тыуҙырҙы, тип әйтә алмайым. Бына әле ошо үҙебеҙ йәшәп ятҡан йортто ла төҙөнөк. Участка начальнигы була­раҡ, бетон, шыйыҡсаларҙы тикше­рергә тип килгәндә, үҙебеҙҙәге йолаға таянып, йорттоң нигеҙенә көмөш аҡсалар һалдым. Ул ваҡытта беҙгә был йорттан фатир биреләсәге билдәле түгел ине әле. Аҡса һалыуыма ҡайһы бер таныштар көлөп тә ҡараны. Әммә был донъяла бер нимә лә юҡтан бар булмай. Күрәһең, милләтебеҙ йолаһын башҡарыу ҙа юҡҡа булмағандыр: ошо йорттан беҙгә, өс балалы ғаиләгә, фатир бирҙеләр.
– Яҡташтар менән аралашыу нисек ойошторола?
– Фороста торғанда ла беҙ Башҡортостандан сыҡҡан кешеләр менән үҙ-ара тығыҙ аралашып йәшәнек. Баймаҡ, Стәрлебаш, Иглин, Белорет районы башҡорт­тары менән.
Ялтала башҡорт йәмғиәте ойоштороп, телде, мәҙәниәтте һаҡлау буйынса маҡсаттар ҡуйып, эш башланыҡ. Үҙебеҙҙең яҙыусы­ларҙың ижадына иғтибар бүлдек, милли, дини байрамдарҙа бергә йыйылыша башланыҡ. Тора-бара эш йәнләнеп китте. Башҡорт­остандан ситтә йәшәгән кеше милли моңдан айырылмаһын, үҙ-ара бәйләнешкә сарсамаһын тип тырыштыҡ инде. Республикала көн дә төрлө саралар үтеп тора, ә бында барыһын да үҙебеҙгә ойош­торорға кәрәк. Аллаға шөкөр, кәрәк икән, шиғыр һөйләгән, йырлаған, бейегән кешеләребеҙ ҙә бар, дини байрамдарҙа доға ҡылыр мулла­ларыбыҙ ҙа юҡ түгел.
Ҡоролтайҙа күрешкәндә ағай тейешле берәү миңә: “Йыйылышып сәй эсәһегеҙ ҙә, шуны әллә ниндәй ҙур сара тип һөйләй­һегеҙ инде ситтәге башҡорттар”, – тине. Ә бит йыйылышып сәй табыны ҡорор өсөн дә сәбәп табыр, халыҡты йәлеп итә белер, сәй янына ултырыр ризыҡҡа сығымдар бүлер кәрәк. Ситтә йәшәгәндәр өсөн ошондай йыйындар ҙа ҙур ваҡиға булып ҡала ул. Ғөмүмән, сәй эскәндә аралашыу, мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү йолаһы ла бар бит беҙҙең халыҡта. Шуға күрә мин уның һүҙен ауыр алманым, әммә иғтибар итеп, аңлатып китәйем тием ситтәге милләттәш­тәр өсөн бер күрешеү ысын мәғәнәһендә үҙе бер ғүмер икәнен. Сара аҙағында улар: “Тағы ҡасан күрешәбеҙ?” – тип таралыша.
Хәҙер ҡала советындағы йәмәғәт бүлеге менән берлектә эшләйбеҙ. Унда айырым бер көндә һәр милләт вәкил­дә­ренән әүҙем ағзалар йыйылышып, кәңәш ҡорабыҙ. Ялтала, Аллаға шөкөр, беҙгә бик ыңғай ҡарайҙар. ОБСЕ-ның кеше хоҡуҡтарын яҡлаған ойошмаһында ла ағза булып торам. Ҡырымда йәшәгән ике меңдән ашыу башҡорт урындағы ҡоролтай барлығын белә, бергәләп сара­ларҙа ҡатнашып, үҙебеҙҙе борсоған мәсьәләләр буйынса осрашып, һөйләшеп торабыҙ. Күбе­рәге беҙҙекеләр Ялтала, Севас­тополдә, Керчта, Красно­пере­коп­скиҙа, Евпаторияла, Судакта, Алуштала, Баҡса­һарайҙа йәшәй. Йәнекәевтәр, Шәриповтар, Сәхәев­тәр, Иманғужиндар көн итә бында.
Тележурналист, ойоштороусы Айгөл Әхмәҙиеваға рәхмәт: ул беҙгә бик күп башҡорт йырҙарынан, спектаклдәренән торған аудио һәм видеояҙмалар алып килде. Беҙ шуларҙы, башҡа бүләктәрҙе халыҡ йыйылған сараларҙа апайҙарға, ағайҙарға бүләк итәбеҙ. Улар шуға ла ныҡ ҡыуана. Кешегә иғтибар кәрәк бит.
– Ниндәй аҡсаға алаһығыҙ бүләктәрҙе?
– Аҙмы-күпме пенсиям бар, әле дәүләт учреждениеһында эшләп тә йөрөйөм. Унан тыш, үҙемдең бәләкәй генә эшҡыуарлығым бар: теген машиналарын йүнәтәм, алмаштырам, һатам.
Бер миҫал килтерәм. Яҡташыбыҙ Фуат Мортазин бар ине. Ике йыл элек ул вафат булып ҡалды. Шул тиклем әүҙем ине, шиғырҙар ҙа яҙа торғайны. Китабы сыҡҡас, исем туйы үткәрергә булдыҡ. Тап шул көндә бер теген машинаһын йүнәттем дә ағайға затлы сәғәт һатып алдым. Уға таҡыя ла бүләк итеүселәр булды. Бәлки, әллә ниндәй ҙур бүләктәр ҙә түгелдер, әммә уның шул тиклем күңеле булды.
Һабантуй ойоштора башлаһаҡ та, бергәләшеп ит алабыҙ. Ҡайһы саҡ теген машиналарын йүнәтеү эше күбәйеп китһә, мәсьәләне хәл итеү еңелләшә. Ит һатып алам да ҡаҙан элеп аш ҡуябыҙ, милли йырҙар яңғырай, шиғырҙар уҡый­быҙ, баян уйнап, ҡурай тартып, байрамдары, ҡыуаныстары булған­дарҙы тәбрикләйбеҙ. Әүҙем ағза­ларға маҡтау ҡағыҙҙары ла тап­шыр­ғаныбыҙ бар. Әҙәби ойошма­быҙ ҙа эшләй. Йыйылышып бер-беребеҙҙең шиғырҙарын тыңлай­быҙ. Бына ошо рәүешле бер-беребеҙҙең күңелен күтәреп, миллилегебеҙҙе һаҡлап йәшәргә тырышабыҙ.
Уҙған йылда беҙгә Американан гуманитар ярҙам да биргәйнеләр, шуны халыҡҡа тараттыҡ.
Киләсәктә Башҡортостаныбыҙ менән нығыраҡ бәйләнештәр урын­лаштырылһын ине, тип теләйбеҙ. Бигерәк тә китаптарҙан, йыр яҙмаларынан, милли кейемдәрҙән баш тартмаҫ инек. Ҡатыным Рәйлә ғүмер буйы тегенсе булараҡ, беҙҙең ойошмаға ла кейемдәр тегә ул, әммә төп йорттан да шундай ярҙам булһа, яҡшы булыр ине.
“Нефтехимик Башкирии” тигән шифахана ла бар ине элек. Шунда Башҡортостандан килеп ял итеүселәр була торғайны. Хәҙер Рәсәй составына ингәс, беҙгә юл һалыусылар һаны артыр, үҙ-ара ижади хеҙмәттәшлек тә киңерәк йәйелер, тип өмөт итәм.
Яңы тыуған сабыйҙарҙан алып һуңғы юлға оҙатҡанда ла яҡташта­рыбыҙҙы иғтибарҙан ситтә ҡалдыр­маҫҡа тыры­шабыҙ. Мосолман зыяратында ерләнгән милләттәштә­ребеҙ байтаҡ. Йыл һайын ҡарауылсыға 5500 һум аҡса түләп, ҡәберлектәрен ҡарап торорға ҡушам. Көн дә барып тороп булмай бит.
Беҙ үҙебеҙсә ҡулдан килгәндең ба­рыһын эшләргә тырышабыҙ. Башҡорт­остандың Йәрмәкәй райо­ны башҡорто, Советтар Союзы Геройы гвардия майоры Ғәли Мә­житов ғүмер буйы ошонда йәшәп яҡты донъя менән хушлашты. Ул йәшәгән йортта иҫтәлекле таҡта­таш астыҡ. Ливадия һарайына ингән аллеяла ла уның хаҡында мәғлүмәт һәм фотоһы тора (һүрәттә). Әйткәндәй, 1887 – 1889 йылдарҙа Эске эштәр министрлы­ғының Ҡырым комиссияһында ваҡыф эштәре менән был яҡтарға килгән Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев та тап Ялтала Ливадия һарайында (һүрәттә) туҡталған. Ауырғазы районында тыуған яҙыусы Ғәлим­йән Ибраһимов йәшәп киткән йортҡа таҡтаташ (һүрәттә) ҡуйыл­ды. Был эште атҡарып сығыуҙа ла ҡатнашырға насип булды.
Башҡортостан менән яңы бәйләнештәр төрлө яҡлап яңы ижади мөмкинлектәр асһын.

Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.



Вернуться назад