Балҡыр көндәребеҙ алда әле06.09.2016
***
Бала саҡта велосипедым булманы, үҫә төшкәс, йөрөргә өйрәнә алманым, ҡурҡтым. Әммә велосипедта йөрөү теләгем шул тиклем көслө ине, балаларыбыҙ шуны белеп, тыуған көнөмә өс тәгәрмәслеһен бүләк итте.
Өләсәй булғас, мин дә елдереп алдым, шөкөр. Шуға ла балаһы уйынсығы менән уйнап алыусыларға аптырамайым – хыялдар ҡасан да булһа тормошҡа ашырға тейеш бит.
***
Миңә күп яҙалар, күңел серҙәре, шатлыҡтары, һыҙланыуҙары менән уртаҡлашалар. Яуап бирергә лә ҡайһы саҡ ваҡыт тығыҙ булып китә. Шулай ҙа, йән көйҙөргөс яҙма түгел икән, яуапһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырышам. Ғүмеремде киҫәктәргә бүлеп, ҡыҫҡа ғына булһа ла бер өлөшөн уларға бүләк итәм. Смайликтар ғына ебәреп булһа ла...
***
Милләтебеҙ яҙмышына зарланғандарға бер ошо һүҙҙәрҙе яҙғайным: “Бар шарттары булған ерҙә үҫкән ағас ҡатҡыл булмай. Бер йыл ҡоролоҡ, бер йыл яуын, бер йыл һалҡын булған өсөн дә ул бешеләнеп, йәшәргә тырышып нығына.
Талҡына-талҡына киндер ебәккә әйләнә.
Шөкөр ҡылайыҡ, булғанын һаҡлайыҡ, булмағанын булдырайыҡ! Ҡанбабаларға еңелерәк булмаған, хатта артығы менән фажиғәле мәлдәр тыуғанда ла беҙгә Урал тиклем Уралдан Ватан ҡалдырғандар. Һаҡлайыҡ, уларға лайыҡ булырға тырышайыҡ”.
***
Ышанам: милләтебеҙҙең балҡыр көндәре алда әле! Мәғрифәтле булайыҡ, донъя халыҡтары алға елдергәндә беҙ ҙә ятып ҡалмайыҡ. Аҡмулланың һүҙҙәре бөгөн дә көн үҙәгендә: “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!”
Иң мөһиме – бер сәғәтте лә, бер генә көндө лә мәғәнәһеҙ үткәрмәйек. Бер тинлек кенә эш булһа ла милләт һандығына инеп торһон!
***
Салауат – 21 йәшендә, Шәйехзада 25 йәшендә ир булып, халыҡ тарихында балҡып ҡалғандар. Инде ир уртаһы еткән ир-уҙаман ауыҙынан: “Ҡайҙа беҙҙең аҡһаҡалдар, терәк булыр ағайҙарыбыҙ?” – тигән һүҙҙәр ишеткәндә, ә ниңә һин түгел шул аҡһаҡал, шул терәк, тип әйтке килә, ҡысҡырғы килә...
***
Ата-әсәне hайлап алып булмаған кеүек, милләтте лә hайлап алмайҙар. Үҙебеҙгә шәп атай һәм әсәй булырға, киләһе быуындарҙы лайыҡлы тәрбиәләргә кәрәк. Шәп үк булмаһаҡ та, оло быуындың хаталарын ҡабатламаҫҡа ине.
***
Милләтебеҙҙең сырхауҙары әҙ түгел, тик төҙәлеренә өмөт бар. Үлемесле түгел. Ауырый-ауырый иммунитет барлыҡҡа килә бит.
***
Балалар, йәштәр китап уҡымай, тип саң ҡағабыҙ.
Бөгөн, ғөмүмән, роман уҡып ултыра торған кеше күпме икән? Коммуникация саралары һанһыҙ, етмәһә, йәштәр СМС стиленә күсеп бөтөп бара, роман түгел, хикәйә уҡырға ла түҙемлеге етмәй уларҙың.
Тимәк, яҙыусылар ошоно иҫәпкә алып ижад итергә тейеш тигән уй башыма килә. Оҙон-оҙон романдарҙы Интернет булмаған ауыл кешеләре менән урта һәм оло йәштәгеләр уҡыйҙыр ул күбеһенсә.
Теге Карцев геройы иҫкә төшә: “вчера раки были крупные, но по 5 рублей, сегодня по 3 рубля, но мелкие”. Заманында яҙыусы әҙ, әммә атаҡлылары күберәк ине, хәҙер яҙыусы быуа быуырлыҡ, тик күбеһе бер сама.
Хәҙер китап күп, әммә ваҡ! Эстәлеге буйынса, тиер инем.
Мәғлүмәт төрлө яҡтан шул тиклем күп ингән осорҙа ҡайһы китап та “сөсө” булып ҡала, тормоштағынан ҡайтышыраҡ.

Рубриканы Гүзәл СИТДИҠОВА
алып бара.






Вернуться назад