“Театр – һөйөүем минең”06.09.2016
“Театр – һөйөүем минең” Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры тиҙҙән үҙенең оло юбилейын – 85 йыллығын билдәләй. Ошо йылдар эсендә бында нисәмә быуын кешеләре ҡанаттарын нығытҡан, оло сәнғәт донъяһына юл ярған. Күпмеләре Сибай театрына ғүмерен бағышлап, уға тоғро ҡалған. Шундайҙарҙың береһе – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фариза Хәсәнова. Ул 50 йылдан ашыу ғүмерен сәхнәлә үткәрә, 100-ҙән ашыу сағыу образ тыуҙыра. Ошо көндәрҙә актрисаның күркәм юбилейы – уға 75 йәш тула. Ярты быуаттан ашыу ғүмерен халҡыбыҙға хеҙмәт итеүгә арнаған гүзәл ханым менән әңгәмә уның күңел донъяһын, уйнаған ролдәрен төҫмөрләргә, тормошҡа ҡарашын билдәләргә ярҙам итер.


– Фариза Фәйзрахман ҡыҙы, һеҙҙең өсөн театр нимә ул? Көндәлек эшме, күңел талабымы, әллә аҡса табыу урынымы?
– Театр – һөйөүем минең, тормош маҡсатым, йәшәү рәүешем, үткәнем, бөгөнгөм һәм киләсәгем. Унһыҙ минең тормошом юҡ. Туғаным, мин бит яратҡан театрымдан әле яңыраҡ ҡына хаҡлы ялға сыҡтым.
– Һеҙҙең сәнғәт юлын һайлауҙа кемдең йоғон­тоһо көслөрәк булды? Ижад юлында ниндәй сифаттар өҫтөнлөк итергә тейеш?
– Күптәр кеүек мин дә бала саҡтан сәнғәтте яратып үҫтем. Кемдең генә бәләкәй саҡта артист булғыһы кил­мәй инде?! Баймаҡ райо­нының Ниғәмәт ауылында донъяға килһәм дә, бала сағым Темәстә үтте. Клуб мөдире Бикә апай ауылда ойошторолған бер мәҙәни саранан да ҡал­дырманы: бейетте лә, йырлатты ла. Мәктәпте тамам­лағас, бер аҙ аҡса эшләп алыу теләге менән ашханаға урынлаштым. Бер көндө Бикә апай яныма килде лә: “Фариза, “лә-лә-лә” тигән ергә уҡырға барырға теләмәйһеңме? Өфөнән килгәндәр биш-алты кешене һынап ҡараны”, – тине. Баҡһаң, Башҡорт дәүләт драма театрынан артистар килеп Өфө сәнғәт училищеһына студенттар йыйып йөрөй икән. Артистка булырға хыялланып та, нисек итеп үҙҙәре килгән шәхестәрҙе күрмәй ҡалаһың инде. Ҡарауыллай башланым Өфө ҡунаҡтарын, килде улар ашханаға. Ятыраҡ, ҡупшы костюм кейгән ағай янына барып һүҙ ҡуштым. Күренекле йырсы Ғүмәр Әбделмәнов булып сыҡты. “Һуңланың бит әле, һеңлекәш”, – тип бер аҙ ҡарап торҙо ла: “Өфөгә кил, унда ҡарарбыҙ”, – тип күңелемде төшөрмәне.
Ауылдағы бер егет менән киттек һынау тапшырырға, әммә паспортым булмау сәбәпле, Баймаҡта бер аҙ тотҡарланырға тура килде. Сығыуыма юлдашымдан елдәр иҫкәйне, бер үҙем аптырап тороп ҡалдым. Уҡырға инеү теләге шул тиклем көслө булғандыр, күрәһең. Мин, ауылдан бер ҡайҙа ла сығып өйрәнмәгән ҡыҙ, Сибайға бер машинаға ултырып килдем дә артабан Магнитҡа киттем. Бер көн вокзалда ултырып, “Магнит – Өфө” поезына билет алдым. Өфөлә ҡайҙа төбәп барырмын, нисек табырмын тигән бошоноуҙарым да юҡҡа булды. Поезда сәнғәт училищеһына тип сыҡҡан өс ҡыҙ осраны, уларға юлдаш булдым. Нисек кенә тырыш­һаҡ та, беренсе турға өлгөр­мәгән булып сыҡтыҡ. Изгелекле кешеләргә юлыҡтыҡ, һуңлаһаҡ та беҙҙе тыңлап ҡаранылар. Етмәһә, йәшәп торорға урындары булмаған, баш ҡаланы бөтөнләй белмәгән дүрт ҡыҙҙың барыһын да Рим Сыртланов үҙҙәренә алып ҡайтты. Киң күңелле күренекле артисҡа һәм уның ҡатыны Ольга апайға ғүмер буйы рәхмәт­лемен. Уҡыу йортона 150 кешенән 20-һен генә һайлап алдылар, бәхетлеләр исем­легендә мин дә бар инем.
Күп нәмә кешенең үҙенән тора. Артист булыу хыялы тормошҡа ашыуына ҡыуа­нып ҡайтыуыма әсәйем: “Өфөгә бармайһың”, – тип ҡырт киҫте. Ярай әле атайым мине яҡланы, киттем белем алырға. Аҙаҡ сәхнә­ләге уйнаған образдарымды күреп, үҙ фатихаһын бирҙе әсәйем. Артист тормошонда бер ниндәй осраҡта ла юғалып ҡалмау, үҙ көсөңә ышаныу бик мөһим.
– Сәхнәлә уйнаған тәү­ге һәм һуңғы ролегеҙ...
– Сибай сәхнәһендә уй­на­ған тәүге ролдәремдең береһе И. Соболевтың “Үлемгә хөкөм” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдә Катя булһа, әле йәйге гастролдәрҙә һәм театр миҙгелен япҡан саҡта уйна­ған образдарымдың береһе – А. Дударевтың “Һуңғы аҙым”ында Әсә роле.
– Башҡа ролдәргә килгәндә...
– Улар бик күп. Төрлө характерҙағы образдарҙы кәүҙәләндерҙем, бигерәк тә комедик ролдәр уйнарға яраттым. Мәҫәлән, йәшерәк ваҡытта Нәжиб Асанбаевтың “Таң йондоҙо”нан – Әллүки, Фәтхелислам Ғәләүетдинов ҡуйған Р. Тагорҙың “Ганг ҡыҙы” спектакленән Химмолини күңелемә бик яҡын. Т. Ғарипованың “Төштәге йыр” драмаһында – Гөлзада, Б. Исҡужиндың “Аҡсарлаҡ” спектаклендә – Мәйсәрә, А. Мөбәрәковтың “Бисә­кә­й”ен­дә – Хәҙисә, Т. Миң­нул­линдың “Яратыу гонаһ­мы?” әҫәрендә – Хәбирә.
– Һәр артистың күңе­лендә хыялланып та уйналмай ҡалған образы бу­лалыр. Һеҙҙең “Их, мин шул ролдә уйнаһам ине” тигән саҡтарығыҙ булдымы?
– Әлбиттә, һәр артистың йәшерен теләге була. Мин Тамара Ғәниеваның “Тамарис”ында – Тамарис һәм Мос­тай Кәримдең “Ай то­толған төндә” трагедия­һын­да Тәңкә­бикә образдарын ижад итә алмауыма бик үкенәм.
– Артистың үҫеше, уның киләсәге – режиссер ҡулында, тигәндәре дө­рөҫ­мө? Ғөмүмән, режис­сер­ҙарҙан уңдым, тип әйтә алаһығыҙмы?
– Тулыһынса килешәм. Ул һинең булмышыңа, талантыңа ҡарап роль биреп үҫтерә, шул уҡ ваҡытта йылдар буйы сәхнәгә сығармай “юҡ итә” лә ала. Уңдым тип әйтер инем. Шулай ҙа баҫалҡы һәм сабыр булыуым күп осраҡта үҙемдең эшемә кәртә булғандыр тип уйлайым, сөнки күптәр кеүек мин роль һорап, даулашып йөрөмәнем.
Режиссерҙарға килгәндә, бергә эшләргә, ижад итергә тура килгән бөтәһенә рәх­мәтлемен. Рафаэль Әйүпов, Фәтхелислам Ғәләүетдинов, Сәлихйән Әфләтунов, Дамир Ғәлимовтарҙың “тылсымлы ҡурайҙарында” бейеүем менән дә бәхетлемен.
– Йәмәғәтегеҙ Марс Хә­сә­нов Сибай театрында билдәле композитор һәм музыкаль бүлек мөдире ине. Ике талантлы шәхес­кә бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәүе ауыр булманымы?
– Ижадымда һәм тормошомда Марс минең өсөн оло бәхет һәм ҙур таяныс ине. Бигерәк тә айҙар буйы гас­тролдәрҙә йөрөгән ваҡытта ирем эргәлә булғас, бигерәк уңайлы була торғайны. (Марс Хәсәнов – Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре). Бер-беребеҙҙең күңелен күтәреп, ярҙам итешеп йәшәнек. Бигерәк хәстәрлекле ине ул, йыр яҙһа, миңә уйнап ишеттерер ине. Ике ҡыҙ үҫтерҙек, бөгөн уларҙың үҙ ғаиләләре бар, икеһе лә Стәрле­та­маҡта йәшәй. Бер ейәнсәрем һәм өс ейәнем үҫә.
– Яратҡан шөғөлөгөҙ бармы? Ялығыҙҙы нисек ойоштораһығыҙ?
– Бәйләргә яратам, ҡыш ҡулыма бәйләм алһам, яҙҙан алып көҙгә тиклем баҡсанан ҡайтып инмәйем. Төрлө матур сәскәләр үҫтерәм, йә­шелсә ултыртам, алма, груша ағастарын ҡарап, улар­ҙың емештәрен күреп, әйтеп аңлата алмаҫлыҡ рәхәтлек кисерәм. Ерҙә ҡаҙынып, шунда соҡонһам, үҙемә энергия, көс алам.
– Фариза апай, ярты бы­уат ғүмерегеҙ үткән ярат­ҡан театрығыҙға һәм коллегаларығыҙға нин­дәй теләктәр әйтер инегеҙ?
– Сибай театры артабан да илһамланып ижад итһен, халыҡсанлығын, рухлы булыуын юғалтмаһын. Зал тулы тамашасы, алҡыштар һәм ижади үрҙәр теләйем. Коллектив яңы йәш көстәр менән тулыланһын, спек­таклдәр гөрләп барһын, һәр береһенең уйнар роле, ижад итер сағыу образдары булһын!

Кәримә УСМАНОВА әңгәмәләште.







Вернуться назад