Наил Ғәйетбаев – заманыбыҙҙың төп драматургы, төрлө жанрҙағы илленән ашыу пьесалар авторы булараҡ, киң танылыу яулаған шәхес. Драмалары, комедиялары һәм трагикомедиялары Башҡортостан, Рәсәй Федерацияһы, хатта сит ил театрҙары сәхнәләрендә ҙур уңыш менән ҡуйылып, тамашасыларҙың оло һөйөүен яулап өлгөрҙө. Наил Ғәйетбаев башҡорт әҙәбиәтенә уҙған быуаттың 70-се йылдарында аяҡ баҫты, үҙенең ижад юлын прозаик булараҡ башланы. Уның “Әлфиә”, “Алтын ямғырҙар миҙгеле”, “Тәүге ҡар”, “Буран” повестары һәм хикәйәләре башлыса сәнәғәт предприятиеһы эшселәренең тормошон тасуирлауға арналды.“Ҡара ҡумта”, “Ҡапҡан”, “Сит планета ҡыҙы”, “Хушлашыу” кеүек фантастик һәм мажаралы повестар Наил Ғәйетбаев ижадында һиҙелерлек күренеш булды, тип әйтә алабыҙ. Егерменсе быуаттың 90-сы йылдарында үрҙә телгә алынған повестар балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең күп уҡылған, иң яратҡан әҫәрҙәре булды.
Шулай ҙа Наил Ғәйетбаевтың ижади таланты драматургия өлкәһендә тулыһынса асылды тиһәк, хаталанмабыҙ. Икенсе төрлө әйткәндә, ул, ижади шәхес булараҡ, үҙен тап шул бигүк еңел булмаған жанрҙа тапты тиергә була. Уның комедияларында, драмаларында һәм трагедияларында телдең образлы нескәлектәре, ҡоролған коллизияларҙың үткерлеге, новеллизм элементтары ярылып ята. Наил Ғәйетбаевтың драма әҫәрҙәрендә замандың үткер социаль, әхлаҡи-этик проблемалары күтәрелә, йәшәйешебеҙҙең фәлсәфәүи һәм эстетик күҙлектән сығып дөйөмләштерелгән мәсьәләләре тикшерелә.
Наил Ғәйетбаевтың 2015 йылда Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә донъя күргән һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителгән “Тарихи пьесалар” исемле китабына “Урал батыр” (башҡорт халыҡ эпосы мотивтары буйынса), “Ос, аҡсарлағым, ос” (Ғайса пәйғәмбәр яҙмышы версияларының береһе), “Еңеү йәки Салауат” (башҡорт халҡының милли ҡаһарманы хаҡында), “Любезники-любизар” (1812 йылғы Ватан һуғышы), “Аҡмулланың аҡ төндәре” (башҡорт шиғриәтенә нигеҙ һалыусы тураһында), “Бабич – атҡаҙанған әртис”, “Башҡортомдоң күҙ йәше” (шағир һәм дәүләт эшмәкәре Шәйехзада Бабич тураһында), “Төн” (Һәҙиә Дәүләтшина менән Рәми Ғарипов хаҡында), “Диверсант”, “Алыш” (1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы), “Эңер” (йәмғиәт тормошонда дин), “Салауат алты йәшендә”, “Теүәтәй һәм Өфө” (Салауат Юлаев менән Мостай Кәримдең балалыҡ йылдары хаҡында) драмалары менән трагедиялары индерелгән.
Башҡорт драматургияһында “Урал батыр” эпосының төрлө авторҙар эшләнешендәге бер нисә версияһы бар. Улар араһында Наил Ғәйетбаевтың мәшһүр эпосыбыҙ буйынса яҙылған пьесаһы башҡаларҙыҡынан шуныһы менән айырылып тора: автор сәхнә ҡанундарын бик яҡшы белә һәм сағыу, иҫтә ҡалырлыҡ характерҙар тыуҙыра, мауыҡтырғыс сюжет төҙөүҙә маһир булыуын күрһәтә, драматургик оҫталыҡ менән үрелеп барыусы ҡатмарлы логик схемалар оҫтаһы булараҡ сығыш яһай. Автор бында, төп гуманистик идеяны боҙмайынса, уны сәхнәгә яраҡлаштырыу маҡсатында эпосты ҡырҡа үҙгәрткән – эпизодтарҙың урындарын алмаштырған, яңы персонаждар һәм ваҡиғалар өҫтәгән. Һөҙөмтәлә үткер динамик сюжетлы мауыҡтырғыс сәхнә әҫәре барлыҡҡа килгән. Пьеса йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яманлыҡ, мөхәббәт һәм тоғролоҡ, көнсөллөк һәм эскерһеҙлек хаҡында уйланырға мәжбүр итә. Ул Тыуған илгә һәм халыҡтың рухи таяныстарына һөйөү тойғолары менән һуғарылған.
“Аҡмулланың аҡ төндәре” драмаһы башҡорт әҙәбиәте классигы Мифтахетдин Аҡмулланың тормош һәм ижад юлы тураһындағы рәсми сығанаҡтарға, ысынбарлыҡтағы ваҡиғаларға нигеҙләнгән. Был әҫәрҙә тарихилыҡ, ысынбарлыҡ һәм шартлылыҡ ҙур оҫталыҡ менән бер-береһенә үрелеп килә. Шуныһы ҡыҙыҡлы: Аҡмулланыҡы тип фаразланған ҡайһы бер дүрт юллыҡтар Наил Ғәйетбаевтың үҙе тарафынан ижад ителгән. Был шиғри юлдар пьесаның туҡымаһына уңышлы рәүештә үрелеп килә һәм бөйөк шағирыбыҙҙың яҙыу стиле менән фәлсәфәүи ҡараштарына тулыһынса тап килә.
Драмала шағир яҙмышы трагизмының бик ҡыҙыҡлы һәм ышандырырлыҡ үҫеш логикаһы күрһәтелгән. Әгәр ун һигеҙ йәшлек Мифтахетдинды ауылдаштары үткер сатирик йөкмәткеле таҡмаҡтары өсөн туҡмап ташлаһа, утыҙ алты йәшлек Аҡмулланы фәҡир-фоҡараны яҡлаған шиғырҙары өсөн төрмәгә ултыртып ҡуялар. Ә алтмыш дүрт йәштәге арҙаҡлы шағирҙы муллаларҙың һәм байҙарҙың ике йөҙлөлөгөн фашлаған, кешелеклелекте һәм рух азатлығын данлаған шиғырҙары өсөн үлтереп китәләр.
Автор Аҡмулла характерының йылдан-йыл нығына барыуын, шиғырҙарының халыҡ бәхете өсөн көрәш ҡоралына әүерелеүен ышандырырлыҡ итеп күрһәтә алған. Беҙҙең алға ярлы-ябағаның яҡлаусыһы, үҙ иленең патриоты булған көслө шәхестең – бөйөк шағирҙың сағыу образы килеп баҫа.
Башҡорт шиғриәтенең тағы бер классигы Шәйехзада Бабичҡа “Шәйехзада Бабич – атҡаҙанған әртис” һәм “Башҡортомдоң күҙ йәше” исемле ике пьеса арналған. Автор, рәсми тарихи сығанаҡтарҙы ҡулланып (мәҫәлән, башҡорт ғәскәрҙәре өсөн һалдаттарҙы туплау, Башҡортостан автономияһы өсөн көрәш, башҡорт яугирҙәрен тотҡонлоҡтан ҡотҡарыу һ. б.), төп иғтибарҙы Бабичтың шағирлыҡ һәм сәсәнлек талантына, уның күп яҡлы характерын күрһәтеүгә йүнәлдергән. Был пьесаларҙа Шәйехзада Бабич күңелсәк, бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәҫ оптимист, үткер телле сәсән, халыҡ һөйөүен яулаған виртуоз музыкант булараҡ һынландырылған. Әммә шул уҡ ваҡытта ул үҙ иңенә йөкмәтелгән изге бурысын да онотмай. Ул – автономия яулап алыу юлы менән үҙ халҡының азатлығы өсөн көрәш. Был пьесалар мәшһүр шәхестәрҙең ауыр яҙмыштары хаҡында уйланырға мәжбүр итә. Был әҫәрҙәр илһөйәрлек, фиҙакәрлек тойғолары менән һуғарылған.
Сюрреализм һәм шартлылыҡ үҙенсәлектәренең сағылышын милли батырыбыҙ тураһындағы трагедияһында асыҡ күрәбеҙ. Был әҫәрҙә ғәҙәти булмаған театр ысулы ҡулланылған: сәхнәлә бер юлы өс Салауат хәрәкәт итә – егерме йәшлек яугир Салауат, егерме өс йәштәге тотҡон Салауат һәм ҡырҡ алты йәшлек аҡыл эйәһе Салауат. Уларҙың һәр береһенең тормошҡа үҙ ҡарашы, тарихи ваҡиғаларға һәм йәшәү ҡиммәттәренә ҡарата үҙ баһалары. Был персонаждар, сәхнәләге төрлө коллизиялар барышында бер-береһен тулыландырып, Салауат Юлаевтың ҡабатланмаҫ берәгәй образын тыуҙыралар. Трагедияла автор үҙе ижад иткән ҡобайырҙарҙы ярайһы уңышлы ҡулланған. Улар Емельян Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышы осорона тәрәнерәк үтеп инергә, шул замандың рухын тулыраҡ тойорға ярҙам итә. Пьесала фәлсәфәүи уйланыуҙар байтаҡ ҡына, ләкин улар әҫәрҙең мауыҡтырғыс йөкмәткеһенә һис кенә лә зарар килтермәй.
“Төн” трагедияһында психологик үткерлек менән драматик коллизиялар тағы ла көслөрәк килтерелгән. Был пьесала башҡорт халҡының шәхестәре Һәҙиә Дәүләтшина менән Рәми Ғарипов образдары аша ижадта рух азатлығы һәм халыҡ менән ил яҙмышы кеүек үткер социаль-сәйәси проблемалар күтәрелгән. Бында, өн һәм төш, дөрөҫлөк һәм ялған кеүек, уйҙырма ваҡиғалар ысынбарлыҡ менән аралашып килә.
Ысынбарлыҡта был ике яҙыусы бер ваҡытта ла осрашмаған, сөнки улар төрлө осорҙа йәшәгән. Әммә яҙмыштары оҡшаш булған Һәҙиә менән Рәми сәхнәлә осраша, ижади процестарҙы тикшерә, бәхәсләшә, заманға һәм илдәге трагик ваҡиғаларға үҙҙәренсә баһа бирергә тырыша. Бынан тыш, был ике ижади шәхес үҙ әҫәрҙәрендәге геройҙар менән осрашып, улар менән моназара ҡора.
Трагедиялағы ваҡиғалар бер төн эсендә бара. Әҫәрҙә төн – ваҡыт үлсәме генә түгел, ә ул саҡтағы йәмғиәт һәм дәүер торошоноң символы ла.
Ғөмүмән алғанда, тарихи пьесаларҙы бер китапҡа туплаған авторҙың төп маҡсаты – уҡыусыларҙа Тыуған илебеҙ менән ғорурланыу хисе уятыу, уның тарихына, рухи мәҙәниәтенә хөрмәт һәм илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү. Мәҫәлән, “Алыш йәки дуэль” пьесаһы тулыһынса үҙ иленең азатлығы өсөн ҡорбан булған бәләкәй геройҙың ҡаһарманлығына, уның ҡаҡшамаҫ рухына арналған.
“Любезники-любизар” пьесаһында Наполеон армияһы Рәсәйгә баҫып инер алдынан башҡорт кантондарындағы халыҡтың еңел булмаған хәле тасуирлана. Эпидемия һәм аслыҡ арҡаһында фәҡирлек сигенә еткерелгән башҡорттар дөйөм дошманға ҡаршы көрәшеү өсөн урыҫ халҡы менән бергә яуға күтәрелергә үҙҙәрендә көс таба. Пьеса мелодраматик элементтары булған мажара жанрында яҙылған. Унда халыҡтар араһындағы хәрби дуҫлыҡҡа дан йырлана, илһөйәрлек юғары күтәрелә.
Шуны айырым билдәләргә кәрәк: Наил Ғәйетбаевтың “Тарихи пьесалар” йыйынтығына индерелгән бөтә әҫәрҙәре лә тиерлек төрлө кимәлдәге премияларға, Мәҙәниәт министрлығының гранттарына лайыҡ булыуы үҙе үк күп нәмә хаҡында һөйләй.
Был китаптың ҡабатланмаҫ үҙенсәлеге – унда фәҡәт бер авторҙың бары тик тарихи пьесалары ғына баҫылыуында. Ундай уникаль күренештең Башҡортостан нәшриәте тарихында булғаны юҡ ине. Китапта урын алған пеьесаларҙа тарихи үҫешебеҙҙең хәл иткес һәм һынылышлы осорҙары күренекле шәхестәрҙең яҙмыштары аша һүрәтләнгән. Бындай китаптың 2019 йылда Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ байрамы алдынан донъя күреүе тәрән символик мәғәнәгә эйә.
Наил Ғәйетбаевтың “Тарихи пьесалар” йыйынтығы үҙенең художестволы-эстетик ҡиммәте буйынса ла, идея-тематик йүнәлеше йәһәтенән дә Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡлы тип иҫәпләйем.