Һөйөүҙән бөртөкләп йыйып, алам мин йәшәү көсөн!06.09.2016
Һөйөүҙән бөртөкләп йыйып, алам мин йәшәү көсөн! Йәшәү көсө

Боҙ булып туңған саҡтар бар,
Електәргә үтәһең.
Юҡ та юҡ, был ваҡытлыса,
Һин – ҡояш, иретәһең.

Гөлдәрҙәй сарсап һыуҙарға,
Яуаһың ямғыр булып.
Мәңге һүнмәҫ булып балҡый,
Бар донъям йәмгә тулып.

Йәшәүҙән туйған сағым юҡ,
Һин бар, һин булған өсөн.
Һөйөүҙән бөртөкләп йыйып,
Алам мин йәшәү көсөн!

Ят итмә

Йәшермә һин минән, юҡ, йәшермә
Шатлыҡ менән тулы күҙҙәреңде.
Ҡараштарың балҡып әйтһен әле
Бәхетлемен тигән һүҙҙәреңде.

Күҙҙәреңде минән йәшермә һин,
Ҡайғы-хәсрәт менән тулғанда ла.
Йәшле күҙҙәреңде үбермен мин,
Үҙ хәлкәйем ауыр булғанда ла.

Һин ят итмә мине, ситкә типмә,
Күңелемдә һаман йәй йылыһы.
Көҙҙәр еткән, һөйөү киткән, тимә,
Таңдарымдың ата гел йырлыһы.

Теште ҡыҫам

Һағыныуымды йырым итәм,
Моң менән донъя тула.
Был мәл үҙәк өҙгөләнеп,
Күңел гөлдәре һулый.

Күҙ йәштәрем итеп түгәм
Һағыныу-һағышымды.
Ни хәл итәйем, үҙгәртеп
Булмай бит яҙмышымды.

Ярай әле һағынғанда
Теште лә ҡыҫа беләм.
Һағыныу еле-дауылдарын
Еңәм сабырлыҡ менән.

Кемгә нисек

Бөгөн кемдер бик бәхетле,
Күге ҡояшлы, аяҙ.
Уның көҙө, ҡыштары юҡ,
Йәнендә сәскәле яҙ.

Бөгөн кемдер үкһеп илай,
Түҙә алмай һағышҡа.
Вулкандар итеп ата ул
Бар асыуын яҙмышҡа.

Кемгә нимә яҙған, ҡаба
Татлы йә асы емеш.
Байрам, тибеҙ, ҡотлашабыҙ,
Ғашиҡтар көнө, имеш!

Кем һин?

Уй менән үтә
Сәғәт-минутым.
Моң-һағышым һин,
Ялҡыным-утым.

Әйтсе, әйт, һин кем,
Яҙмышыммы һин?
Төҙәтә алмаҫ
Яң(ы)лышыммы һин?

Зәңгәр сәскә

Ҡыр сәскәһе, һиндә күрәм
Әсәм күҙҙәре төҫөн.
Һағынып көтөп алам йәйҙе,
Тик һине күрер өсөн.

Ҡояшҡа ҡарап йәшәйһең,
Наҙлы ел иҫә һөйөп.
Ямғырҙар оҙаҡ яумаһа,
Аһ, бөтөрһөң бит көйөп.

Күҙҙәремә йәштәр килә,
Уйлаһам ошо хаҡта.
Ахыры, һине күрмәгәнмен,
Әсәйем иҫән саҡта.

Күҙҙәремде алалмайым,
Иң матур сәскә – ул һин.
Йәм тапһам да, йылы етмәй,
Йәй етһә, һағышлы мин!

Әй, яҙмыш!..

Өҙөп булһа яҙмыш сылбырҙарын,
Күңел күгең аяҙ булыр ине.
Ошо мәлдә әрнеү тулы йәнең
Бәхет-шатлыҡ менән тулыр ине.

Йәшәр инең татлы һөйөү менән,
Күҙҙәремдән күҙең алмаҫ инең.
Үҙем менән мәңгелеккә китер
Йөрәк ярам булып ҡалмаҫ инең...
Эй, яҙмыш!

Гармун моңо

Эй, яратам һине, гармун моңо,
Бар донъямды иңләп алаһың.
Бер уттарҙан тартып алаһың да
Мең уттарға илтеп һалаһың.

Гармунсының күңел моңо – һиндә,
Баҫмаҡтарың һайын – һағыш-зар.
Гармун тотҡандарҙың йыр итерлек
Ҡайғы-һағыштары бар шул, бар.

Шатлығын да түгә моңо итеп,
Күңел һайын яҡты өләшә.
Йәшел талға ҡунған былбылдар ҙа
Көнләшә бит, һинән көнләшә.
Гармун моңо, тынма, мең йәшә!




Вернуться назад