Ерҙең ҡояшлы яғы21.03.2012
Ерҙең ҡояшлы яғыКүңелендә шиғри нур, йыр-моң йөрөткән кеше насар була алмай, сөнки, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең һүҙҙәре менән әйтһәк, шиғриәт һөйөүселәр ерҙең ҡояшлы яғында йәшәй.
Шуныһы һөйөндөрә: халҡыбыҙҙың күңелен баҙар шауҙары томаламай, улар араһында шиғриәткә, йыр-моңға әүәҫ йәндәр артҡандан-арта бара. Был хаҡта редакцияға килгән ҡулъяҙмалар ҙа һөйләй, республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан ебәрелгән шиғырҙарҙан кәштәбеҙ һығылып тора.
Халҡыбыҙҙың шиғриәткә ынтылыуы нимәнән килә һуң? Минең уйымса, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, әсәй-өләсәйҙәребеҙ борон-борондан тәбиғәт менән татыу һәм килешеп йәшәгән. “Урал”, “Азамат”, “Ирәндек” кеүек бөйөк йырҙар юҡтан ғына тыумай! Нәҡ уларҙың гендары — моң һеңгән гендары быуындан быуынға күсеп киләлер, моғайын.
Моң дуҫтары, һеҙҙе ошо күңел байрамы, рухиәт байрамы менән тәбрикләп, бер төркөм авторҙың шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.
С. ӘБҮЗӘРОВ.


Ҡала йөрәге тибә ауылда

Ҡала йөрәге тибә ауылда,
Күп яҙмыштар ята был юлда.
Тәмле ҡалас-икмәк бешә унда,
Шуға көслө иман ауылда.

Илгә бәлә-ҡаза ябырылһа,
Донъяларҙы ялмай ут-яфа.
Дошман ташланһа ла ҡала йәшәй,
Нишләр ине ауыл булмаһа?!

Йөрәккенәм ауылҡайға тарта,
Мөхәббәтем әйҙәй бөгөн дә.
Һандуғастар һаман саҡыралар,
Айы ла ҙур ауыл күгендә.
Ишетелә бында бишек йыры,
Төнгө гармун уға ҡушыла.
Тау артынан иртән ҡояш тыуа,
Йырлай шул саҡ Урал ташы ла.

Баҫҡан эҙҙәр ғүмер һыуынмай бит,
Ауыл көтә ғәзиз һәр кемен.
Һағышланып баҫып ҡаршы ала
Сыңрау торналарҙың төркөмөн.
Ҡулын болғап ауыл тауыш бирә:
— Иҫән килеш, зинһар, ҡайтығыҙ!
Тик ниңәлер хәҙер бик йыш ҡына
Тере килеш ҡайтмай ҡайһығыҙ.

Аш-ниғмәттәр тыуа ауылдарҙа —
Кендек ҡаны тамған төбәктә.
Ерҙә иген үҫһә ҡала йәшәй,
Бирешмәйсә ҡала йөрәк тә.

Ҡала йөрәге тибә ауылда,
Ауылҡайҙы ҡош та һағына.
Ҡул иҙәйем сыңрау торналарға,
Улар оса ауыл яғына.

Кәбир АҠБАШ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Бәндәбикә кәшәнәһендә

Зыярат ҡылдым.
Тура килде
Донъялар мәхшәр мәлде:
Йәшен ата, ә мин барам,
Усымда тотоп йәнде.

Күк менән ер тоташты ла,
Зәп-зәңгәрҙән зыярат.
Йүнле әҙәм ҡоро өйҙә,
Йола ҡылам — зарурат!

Доғалары иҫкә төшә,
Ашығып ялбарамын:
“Һаҡлаһаң, Үҙең һаҡларһың, —
Аҙашҡан бер балаңмын!..”

Йәнә өмөт — Бәндәбикә —
Әүлиә заттарында!
Донъяға ҡараш үҙгәрҙе
Мәҡсүт зыяратында.

Зыярат ҡылдым.
Баш осомда
Йәшен-ҡамсы уйнаны.
Иманға ҡайтыр бәндәһен
Хоҙай, ах(ы)ры, һынаны.

Фәнзил САНЪЯРОВ.
Өфө ҡалаһы.

Йыр отам

Йәшәү матур дәрт ташҡанға,
Ниәттәр булғас изге,
Ауырлыҡты еңмәйенсә,
Тормоштан килмәй биҙге.

Түңәрәк кенә донъяла
Тормош төбөндә ҡалмам,
Бәхеткә төшкән бүләкте
Күтәрә генә алһам.

Бер Хоҙайҙан ялбармайса
Бәхетле бүләк алам.
Үҙемә күп тә кәрәкмәй,
Бәхетле булһын балам!

Был тормошҡа кем әрнемәй, —
Үпкәләрҙе онотам.
Киләсәк бар, ул көтә тип,
Шөкөр, яңы йыр отам.

Кәрим БУЛАТ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Ҡышҡы романс

Ҡар бураны һырып алған
Урман, йылға буйҙарын.
Бикле йөрәгең тоямы
Һине һөйгән ҡыҙ барын?
Йәш ҡайындың ботаҡтары
Ябынған селтәр шәлдәр.
Минең әле һағыштан
Башымды эйгән мәлдәр.
Яҙғы наҙлы көндәр еткәс
Ҡарҙары иреп ағыр.
Һинһеҙ өшөгән йәнем дә
Ташҡындарҙа ял табыр.

Зәлифә КАШАПОВА.
Илеш районы.

Йыр булып...

Шиғыр яҙыу ул әле
Һис тә шағирлыҡ түгел.
Хис-тойғолар һыйыша алмай
Түгелә генә күңел.
Шағир булыу халҡың өсөн
Ут, һауа һәм һыу булыу;
Уны әйҙәп барыу өсөн
Шиғырҙа Данко булыу.

Йөрәге, йәне яраһын
Дауалау йырың менән;
Тәпәләнгән туған телде
Уңалтыу моңоң менән.

Вайымһыҙлыҡҡа киҙәнеү —
Мәңге тормаҫлыҡ итеп;
Намыҫ баҡсаһын үҫтереү —
Мәңге һынмаҫлыҡ итеп.

Төндә — ҡояш,
аяҙ көндә
Ялт — йәшен булып йәшнәү.
Киткәс тә ҡәүемең өсөн
Кәрәк йыр булып йәшәү.

Зәйфә СӘЛИХОВА.
Бәләбәй районы.

Быуындар ҡомартҡыһы

Әсәм ҡомартҡыһы пар сулпы,
Сулпылары семәрлек, көмөштән.
Өләсәйҙәремә рәхмәт яуһын,
Ҡалдырмаған өсөн өлөштән.

Хоҙай Тәғәлә насип итә күрһен —
Мираҫ шәжәрәһе тынмаһын.
Әлмисаҡтан ахрызаманғаса
Сулпыларҙың сыңы сыңлаһын.

Сәстәренә ҡыҙым сулпы үреп,
Башҡорт кейемдәрен кейенһә,
Күңелемдә балҡый илаһи нур
“Бишбармаҡ” бейеүен бейеһә.

Ғәшиә МӘҒӘЛИМОВА.
Әлшәй районы.

Өс ғәли йән
Әсәненән йыраҡ киткән Бабич*,
Йөрәгенең серле йомғағын
Көрәш йылдарында һүтә-һүтә,
Азатлыҡтың йәмен йырланы.
Ҡайыш ауылынан киткән Бәҙрүш*,
Йәшәйештең серле йомғағын
Һүтә-һүтә һуғыш йылдарында
Тормош матурлығын йырланы.
Миңештелә тыуған моңло Назар*
Мәңгелектең серле йомғағын
Донъя буйлап китте һүтә-һүтә,
Үлемһеҙлек йырын йырланы.
Дүртөйлөнән киткән өс ғәли йән
Заманының шашҡын моңдарын,
Бейеклектән ҡарап бөйөклөктө,
Халҡым күңеленә сорнаны.
Ерем, телем, илем тиеп янған
Фиҙа йәндәр рухын уйланым.
Алмаш бармы, бөгөн осон табып,
Кемдәр һүтә быуат йомғағын?
Гулливерҙар китһә, лилипуттар
Алдан атлай, намыҫ — йоҙаҡта!
Ике башлы ғәрип ҡош хәйләһен
Аңлай алмай баҫтыҡ тоҙаҡҡа.
Моң асылы — хаҡлыҡ һәм ышаныс,
Ул ырыҫ та, хаҡты Хаҡ һаҡлай.
Шундай матур телем, һай аяныс,
Ҡултыҡ таяғында аҡһаҡлай.
Дүртөйлөнән сыҡҡан өс ғәли йән
Ҡалдырһа ла серле йомғаҡты,
Уйынсыҡтай күреп, лилипуттар
Тағатты ла тамам сыуалтты.
Ил, тел, иман осон юғалтты...

Рафаил ХАФИЗОВ.
Дүртөйлө ҡалаһы.

*Шағирҙар Шәйехзада Бабич, Бәҙрүш Моҡамай, Назар Нәжми.

Күңелем моңо

Мин бик матур итеп йырлай беләм,
Күңелемде моңдар сорнаһа.
Ауылымдың бөҙрә ҡайындары
Елгә ҡушылып йырын йырлаһа.

Мин бик наҙлы итеп һөйә беләм,
Һин янымда ғына булғанда.
Нурлы йөҙөң, хистәремә яуап итеп,
Шатлыҡ, бәхет менән тулғанда.

Мин бик тоғро дуҫ та була беләм,
Ундай тойғо уртаҡ булғанда.
Ауыр минут кемгә килмәй тормай,
Шул ваҡытта ҡулын һуҙғанға.

Салауат ҒИНИӘТУЛЛИН.
Өфө ҡалаһы.

Аң етмәй

Иң юғары аң кешелә, тиҙәр,
Шулай микән, ай-һай, ҙур шигем.
Сөнки күп саҡ аңлы кешелектең
Бикле күрәм аҡыл ишеген.
Ғүмер буйы йәндәр ус төбөндә,
Әжәл-бөркөт елпей ҡанатын.
Донъя иңләп арыу-талыу белмәй
Һуғыш йөрөй егеп ҡан атын.
Ата — улы, әсә ҡыҙы менән,
Туған менән туған өҙөшә.
Бер Алла яратҡан дин менән дин,
Милләт менән милләт һөҙөшә.
Көпә-көндөҙ, күҙе асыҡ килеш
Таҡыр юлда илдәр абына.
Дилбегәне Иблискә бирә лә,
Пәйғәмбәрҙәй күреп табына.
Изгелектең ҡулы бығауланып,
Ҡара көстәр итә өҫтөнлөк.
Эске, фәхиш, әфиүн — түр башында,
Кеше ғүмерҙәре — өс тинлек.
Дуҫлыҡ, туғанлыҡҡа һыуһаһаҡ та,
Ыҙғыш-талаш ерҙә һис бөтмәй.
Иң юғары аң кешелә, тиҙәр,
Нисек ышанырға? Аң етмәй.

Рәфҡәт РЫСАЕВ.
Стәрлебаш районы.


Вернуться назад