Сәхнәгә ғашиҡтар02.09.2016
Район мәҙәниәт йортонда ойошторолған театр студияһы үҙенең эшен йәнле алып бара. Унда хаҡлы ялда булған кешеләр, почта, мәҙәниәт, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа һөнәр кешеләре ҡатнаша.

Әле театр коллективы яңы спектаклде сәхнәгә сығарырға әҙерләнә. Коллектив республика­быҙҙың Мәҙәниәт министрлығы ойошторған сараларҙың береһендә – “Театр төнө”ндә Ф. Бү­ләковтың “Эх, күгәрсенкәйҙәрем...” коме­дияһын күрһәтте.
Салауат ҡалаһында Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге “Һүҙ ҡәҙере” тигән сара үткәрҙе. Унда Дәүләкән театры коллективынан Гөлшат Хөснөтдинова менән Нур­силә Шәмсетдинова ҡатнашты. Гөлшат З. Бии­шеваның “Гөлъямал” поэмаһы­нан өҙөк һәм Н. Нә­жмиҙең “Башҡортостан” шиғырын уҡып, дипломға лайыҡ булды. Ә Нурсилә Ә. Атна­баевтың “Йәшлек менән осрашыу” поэмаһынан өҙөк һәм “Хөббөниса әтәсе” сатирик мәҫәлен уҡып, шулай уҡ диплом менән бүләкләнде.
Театрҙың режиссеры Айһылыу Латипова быйыл да яңы әҫәр сығарырға әҙерләнә. Кем белә, халыҡ театрҙары фестивале ойошторолоп, бәлки, баш ҡала сәхнәләрендә лә сығыш яһарға насип булыр. Киләсәккә пландары ла ҙур коллективтың. Шуға ла һәүәҫкәр артистар Айһылыу Латипова, Ирек Хамматов, Әлфиә Хамматова, Флүзә Ноғоманова, Нурсилә Шәмсетдинова, Гөлшат Хөснөтдинова, Нәзирә Сәғитова бар күңелен биреп ижад итә.






Вернуться назад