Донъя күреү – үҙе бер ғүмер02.09.2016
Донъя күреү – үҙе бер ғүмер Һәр ауылда кәңәш бирерлек аҡһаҡалдарыбыҙ, ағинәйҙәребеҙ бихисап. Улар тәү сиратта халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, телен, йолаларын һаҡлап ҡалыуҙа ҙур роль уйнай. Ағинәйлек, аҡһаҡаллыҡ, күптәр аңлауынса, ҡартлыҡ билдәһе түгел, ә рухи дәрәжә ул. Ошо көндәрҙә донъяның барлыҡ мәшәҡәттәрен артта ҡалдырып, Әбйәлил районының Озерный ауылынан “Ихлас” вокаль ансамбле баш ҡалаға сәйәхәт ҡылды.

“Яҡташтар” ойошмаһы рәйесе Тәслимә Таһирова әйтеүенсә, Ағинәйҙәр ҡорона өлгөлө, әүҙем ҡатындар һайлана, оло быуындың тормош тәжрибәһе, эше, аҡылы йәмғиәтебеҙҙе дөрөҫ юлға баҫтырыуҙа ҙур роль уйнай. Әбйәлил районының һәр бер ауыл советында шундай ҡор бар. “Ихлас” вокаль ансамбленең эшләй башлауына өс йыл тирәһе. Районда төрлө саралар ойошторалар, һабантуйҙарҙа ла сығыш яһайҙар. Улар йәштәргә матур үрнәк булып тора. Ижади эшмәкәрлектәре халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡларға, улар­ҙы киләһе быуынға тапшырырға ярҙам итә.
Ансамбль етәксеһе Сәлиә Низамова Озерный халҡының бик әүҙем, дәррәү булыуын, имен халыҡ йәшәгәнен айырыуса ҙур ҡыуаныс менән билдәләп, маҡтап телгә алды. Ағинәйҙәр ҡоро ойоштороу тик файҙаға булыуын раҫ­лап, үҙҙәре башҡарған эштәргә бер аҙ байҡау яһаны:
— Бына ихлас ҡатындарҙан “Ихлас” исемле вокаль ансамбль ойоштороп, йырлап-бейеп, дәртләнеп йәшәп ятҡан көнөбөҙ, – тине ул. – 13 кеше шөғөллә­нәбеҙ, бөтәһе лә ихлас йөрөй, береһен дә мәжбүрләмәйбеҙ. Маҡсатыбыҙ – киләсәк быуынға милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе еткереү. Ҡыҙҙарыбыҙ мал да аҫрай, бала ла тәрбиәләй, һәммәһенә өлгөрә. Йәмәғәт саралары йә кисәләр булһынмы – һәр береһенең уртаһында ҡай­найбыҙ. Пенсияға сыҡҡас, сәйә­хәт итергә булдыҡ. Арҡайымға барҙыҡ, Мөжәүир хәҙрәт зыяратын барып күрҙек. Донъя мәшәҡәтенән бер аҙ арынып, Өфөгә бараһы ине тип ниәтләгәс, ниһайәт, килеп еттек. Баш ҡала шул тиклем матурайған, кү­ңелдәребеҙ күтәрелде, йәшәү дәртебеҙ артып киткәндәй тойолдо.
Фәзимә Исхаҡова – ағинәй­ҙәр­ҙең иң олоһо. Уға тиҙҙән 75 йәш тула. Күптәр ағинәйҙәр оло йәштә булырға тейеш тип уйлай, әммә улар араһында йәштәр ҙә юҡ түгел. Шуларҙың береһе – Асия Фәттәхова. Ул Магнитогорск ҡалаһында икмәк заводында эшләп йөрөй.
– Эштән һуң репетицияға йүгерә­беҙ, иртән тороп тағы эшкә китәбеҙ, арығанлыҡ һиҙелмәй, киреһенсә, йырлап-бейеп, күңе­лебеҙ булып репетициянан ҡай­табыҙ, унан илһам-көс алабыҙ. Ҡыҙҙар менән бер-беребеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырышып, күмәкләп халҡыбыҙҙың милли ризыҡтарын әҙерләйбеҙ, – тип күңел кисе­рештәре менән уртаҡлашты ул.
“Ихлас” ағинәйҙәренән Флүрә Аҡмырҙина йырҙар яҙыу, күл­дәктәр тегеү менән дә шөғөлләнә.
Флүзә Кәлимуллина иһә Өфөгә барып ҡайтыу өсөн эшендә үҙенең урынына, аҡса түләп, кеше ҡалдырып киткән. “Беҙҙең ошонда килеп донъяны күреп ҡайтыуыбыҙ бер ниндәй аҡсаға алмаштырғыһыҙ”, – ти ул.
Һүҙ араһында кемдер һорап ҡуйҙы: “Сәлиә, тағы ла беҙҙе ҡайҙа алып барырһың?” Сәлиә Ишбулды ҡыҙы иһә: “Өфөнө күрҙек, ә хәҙер – Ҡазанға”, – тип уйынлы-ысынлы яуап бирҙе.
Был көндә Салауат Юлаев майҙанын “Ихлас” ансамбленең йырҙары йәмләне. Сәлиә Ишбулды ҡыҙының тормош иптәше, баянсы Әнүәр Әхмәтсолтан улы исеменә лә бында бары тик йылы һүҙҙәр яңғыраны. Ошондай дәртле, әүҙем апайҙар барҙа, халҡыбыҙ имен булыр, милли йолалар онотолмаҫ, уларға ҡарап йәштәр өлгө алыр тигән уйға килдем. Ә ихлас апайҙар үҙ сиратында күптәнге хыялдары – “Ете ҡыҙ” фонтанын күрергә юл алды.







Вернуться назад