Яҙыр һүҙ – ҡәләм осонда…02.09.2016
***
Һуғыштарһыҙ осорҙо белмәй тарих,
Мәңге дөрләй Ерҙә яу уты:
Тыныс ваҡыт – яңы һуғыштарға
Яңы ҡорал эшләү ваҡыты.
***
“Тормош ауыр…” – тип шаулайһың,
“Мин – ялҡау!” – тип тә аҡыр.
Айға менеп йәшә:
Унда
Еңел, ти, алты тапҡыр…
Йылғалар
…Йылғаларҙы,
“Аға түбәнгә” тип,
Аһ, һөйләйҙәр күберәк “һыу ҡушып”:
Йылғалар бит…
Диңгеҙҙәргә бара,
(Хыялдарына бит бара – ҡара!)
Күкрәктәре менән шыуышып…
***
Сәйәсәткә яраҡлашыусылар,
Кәкре һөйләп, тота тура һын!
Ә мин…
Ә мин яраҡлашалманым:
Кәк(е)рәйҙем, һөйләп тураһын.
***
“Беҙҙең батшабыҙҙан шәп батша юҡ!” –
Гел данлайбыҙ шулай тереһен!
…Даһиҙар ҙа киткән…
Үлеп киткән:
Белә алмай киткән дөрөҫөн…
***
Үҙебеҙҙеке гел үҙәктә:
Ил менән
Гел алға барабыҙ беҙ,
Ҡайһы ғына яҡҡа китһәк тә…
***
Ун берҙе миҙалға бөттө,
Ҡыҙыл дипломға – вузды:
Эш юҡ,
Фатир юҡ (бомж ул!),
Уҙып бара утыҙҙы…
Бала
Иҙәндә мүкәйләй…
Унан
Итәккә үрләй бала.
Муйындан ҡосаҡлай…
Унан
Елкәгә менеп ала…
Һәм…
Ғүмергә шунда ҡала…
***
Һинең менән хыялыйҙар булып
Бөтөрмөндөр ғүмер бөткәнсе:
Һәйбәт саҡта һинән китеү кәрәк,
Хыялыйҙар булып киткәнсе…
***
Бар ғүмерең һинең юлда үтә,
Ниндәй кәңәш миңә юлсынан?
Абын...
Йығыл...
Тор...
Бар маҡсатыңа
Һәм... ғүмерең буйы бул сыҙам!
***
Түрәбеҙгә
(Мутлыҡтарын
Күргән һайын) бәйләндем:
Яраҡлаша белмәгәнгә,
Яраҡһыҙға әйләндем...