Беҙҙең аранан яңыраҡ ҡына киткән талант эйәһе Ирек Кинйәбулатовтың һуңғы шиғырының береһе был. Ғүмеренең ахырында яҙған әҫәрендә лә ул үҙ асылына, үҙ ижади принциптарына тоғро ҡалған: Иректең төп һүрәтләү объекты – Кеше. Был шиғыр арнау, бағышлау алымында яҙылған. ХIХ быуат уртаһында, ХХ быуат башында ижад иткән мәғрифәтсе, этнограф-ғалим, шағир, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре һәм юғары дин әһеле Мөхәммәтсәлим Ишмөхәмәт улы Өмөтбаевҡа арналған ул. Үҙенең мәшһүр яҡташы – бөйөк мәғрифәтсенең тыуыуына 175 йыл тулыуға әҙерлек эштәрен башлауҙы Ирек Лотфый улы ҡәләмдәштәренә йыл башында уҡ әйтә килде. “Башҡортостан” гәзите лә тап бына Ирек Кинйәбулатовтың тәҡдиме менән М. Өмөтбаевҡа арналған материалдарҙы баҫтырыуҙы ярты йыл элек үк башланы. Был рубрикала байтаҡ ғалимдарҙың, әҙип һәм журналистарҙың тос һәм төплө яҙмалары донъя күрҙе.
Ҡәләмдәшебеҙ үҙенең һуңғы шиғырын да ошо юбилей өсөн махсус яҙҙы, әммә уның донъяға сығып, меңләгән уҡыусыһы күңеленә барып етеүен үҙе генә күрә алманы.
* * *
Һәр осорҙа халыҡ ул тыуҙыра –
Лайыҡлы ул, үҙе ишеһен.
Өмөтбаев иһә – милләтемдең
Ломоносов һымаҡ кешеһе.
Табын ырыуынан бар ырыуға
Илгә сыҡҡан зирәк зыялы,
Йәшәү маҡсатына әйләндереп,
Халҡының бар өмөт-хыялын.
Оло маҡсат һәр саҡ ҡандан килә,
Милләтеңдән, ата-әсәңдән.
Ул “Йәдкәр”ен яҙған быуындарға
Булып тарихсы ла, сәсән дә.
Күрәҙәсе һымаҡ алдан күреп,
Киләсәктең ниҙән торорон.
Халыҡ тел һаҡлаһа, ер һаҡлаһа,
Ышаныслы нигеҙ ҡоророн.
Уйлап ҡына ҡалмай, ул уйҙарын
Ашыра ла килә бойомға.
Өндәй һәр саҡ оло юлды тотоп,
Бирешмәҫкә төрлө ҡойонға.
Ғаләм аңы көмбәҙенән тороп,
Баһалай ул донъя асылын.
Үҙ яҙмышын яҙған халыҡ өсөн
Күк ҡабағы, тиеп, асылыр.
Халҡым үҙе асты күк ҡабағын,
Асыҡ хәҙер күктең ҡабағы.
Аңлы улдар илдең күҙен асты,
Беҙгә терәк тарих һабағы.
Һәр осорҙа халыҡ ул тыуҙыра –
Лайыҡлы ул, үҙе ишеһен.
Өмөтбаев иһә – башҡортомдоң
Ломоносов һымаҡ кешеһе,
Ломоносов һымаҡ кешеһе!