Баһаға лайыҡ “Ҡатындар”30.08.2016
“Башҡортостан” ижтимағи-сәйәси гәзитен яҙлыҡтырмай уҡып барам. Бер һаны ғына уҡылмай ҡалһа ла, нимәлер етмәй төҫлө. Гәзит бик йөкмәткеле, унда тормошобоҙҙоң күп яҡлы, ҡатмарлы күренештәре, хәл-ваҡиғалары һүрәтләнә. Был баҫманы сығарған ғилемле, зыялы заттарға, уның баш мөхәрриренә, халҡыбыҙҙың күңел торошон, зиһенен, донъяға ҡарашын байытыуға арымай-талмай аҡыл көстәрен сарыф иткәндәргә һаулыҡ-сәләмәтлек насип әйләһен Аллаһы Тәғәлә. Сикһеҙ рәхмәтлебеҙ уларға.


Гәзитебеҙ биттәрендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт пре­мияһына тәҡдим ителгәндәр хаҡында ихлас һөйләшеү, фекер алышыу ойошторолдо. Улар араһында беҙҙең әҙибәбеҙ, Ғафури районының Сәйетбаба ауылы ҡыҙы Гөлнурыбыҙ – күҙ нурыбыҙҙың да булыуы – ҡыуа­ныслы күренеш. Уның “Ҡатындар” романын күңел биреп уҡып сыҡтым. Хайран ҡалырлыҡ! Был – уның проза әҫәре. Ул бит әле шиғри әҫәрҙәр яҙыу оҫтаһы ла. “Йөрәк хаты” тигән шиғырҙар китабын да яратып уҡығайным.
Гөлнур Яҡупова телебеҙ байлығының башҡа бер телдән дә кәм түгеллеген үҙенең күп темалы, күләмле “Ҡатындар” трило­гияһында раҫланы. Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева кеүек әҙибәләребеҙҙең ижад ҡомарын дауам иттергәндәр сафының булыуын, ишәйеүен тойоп, телебеҙ юғалмаһа, халҡыбыҙ йәшәр тигән кинәнес кисерәм.
Танылған журналист Фәрит Вахитовтың 10 август һанында баҫылған “Заман шаңдауҙары” тигән мәҡәләһен ҡат-ҡат уҡып, зиһенемдән үткәреп, уның бөтә фекерҙәрен ҡеүәтләп, әҙибәбеҙ һис шикһеҙ оло премияға тәҡдим ителеп кенә ҡалмаҫ, уны алыр тип өмөтләнәм.
Изге күңелле, рухлы, ярҙам­сыл, кеселекле, кешелекле әҙибә ул. Шәхсән үҙемә лә һәр саҡ яғымлы, хәстәрлекле ҡарашын тоям. Хеҙмәтемә баһа биреп, дәртләндереп, илһамландырып тороусы ла ул.
Ж.Ғ. Кейекбаевтың изге уй-хыялдарының береһе башҡорт телен йәмғиәтебеҙҙәге күп төрлө, ҡатмарлы мөнәсәбәттәрҙе хәл итеү процесында ҡулланыу, ижтимағи ролен күтәреү булды. Уның идеялары бына хәҙер “Ҡатындар” әҫәре менән тор­мошҡа аша.

Ғиндулла ШӘЙӘХМӘТОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, “Почет Билдәһе” ордены, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы кавалеры.



Вернуться назад