“Яҡшы китап күңелгә ҡанат ҡуя...”30.08.2016
Гөлнур Яҡупованың “Ҡатындар” трилогияһы бөгөнгө әҙәбиәттә ҙур ваҡиға булды. Ифрат халыҡсан әҫәр. Автор бер нисә быуын тормошон яҡтырта, һәр осорға ярашлы тарихи ваҡиғаларҙы тасуирлай. “Ҡатындар” мөхәббәткә мәҙхиә йырлай, ата-әсәгә, Ватанға, тыуған төйәккә мөхәббәт тәрбиәләй.
Трилогияның тағы бер маҡтауға лайыҡ сифаты – ул башҡорт теленең бар нескәлектәрен, тәрәнлеген, сәсәнлеген асып бирә, уҡып туймаҫлыҡ дәрәжәгә еткерә.
Гөлнур Яҡупованың “Ҡатындар” трилогияһы, Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, Валентин Распутиндың “Прощание с Матерой” тигән әҫәрҙәре кеүек үк, донъяға ҡарашымды билдәләгән, хатта ки үҙгәрткән китап!

Юныс МИҢЛЕМӨХӘМӘТОВ,
урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Тәтешле районы.
* * *
Бер ҡараһаң, сафтан-саф ҡыҙ бала Нурия, бер ҡараһаң аҡыллынан-аҡыллы ил инәһе! Көлә-илай, илай-көлә, йотлоғоп уҡыным “Ҡатындар”ҙы. Беҙҙең быуын тарихы һәм булмышы, уның трагедияһы һәм бәхетле миҙгелдәре хаҡындағы был китап – әҙәбиәтебеҙҙең һоҡланғыс бер өлгөһө.
Тәскирә ДАЯНОВА,
яҙыусы.
Мәсетле районы.
* * *
“Ҡатындар “ трилогияһын йотлоғоп, иҫем китеп, яратып уҡыным. Бәләкәй бәпәйем булғанлыҡтан, ҡулым бәйлерәк, бүтән эш менән булғанда ла китап геройҙары баштан сыҡмай: артабан нисек булыр икән, Нурия Кәбир менән ҡалырмы, кемде һайлар, әхирәттәрен ниндәй яҙмыш көтә тигән һәм башҡа төрлө һорауҙар уйға урала, тиҙерәк китапты ҡулға алып уҡығы ғына килеп тора.

Тәнзилә ХӨСӘЙЕНОВА.
Гай ҡалаһы,
Ырымбур өлкәһе.
* * *
“Ҡатындар” трилогияһын бер тынала уҡып сыҡтым, тиһәм, аҙ булыр. Мин Нурияның ғүмерен үҙемдең йәнем-тәнем аша үткәргәндәй булдым. Күп урындарын ҡабат-ҡабат күҙҙән үткәрҙем, күңел иләгенән иләнем... Тағы ла инандым: һәр заманда ла ҡатындар ғаилә ҡото булып ҡала!

Тәслимә РӘХИМОВА.
Баймаҡ районы.

* * *
Гөлнур ханымдың Ҡазанда баҫылып сыҡҡан “Йыртҡыс ҡаны” тигән китабын бик тә яратып уҡығас, ҡәләм оҫталығына, һүҙ байлығына тороп-тороп һоҡланғайным. Был китаптағы “Ҡыҙ бала” романының дауамы барлығын, “Ҡатындар” трилогияһы баҫылып сығасағын ишеткәс, нисек тә ул әҫәрҙе ҡулға төшөрөргә хыялландым. Ниһайәт, шул бәхеткә ирештем, Өфөнән алып ҡайттылар! Ғәжәйеп! Кеше һәм тәбиғәт берлеге тасуирҙарын уҡып туйып булмай. Был араларҙа Нурияның “эсенә кереп” йәшәнем шикелле... Шул ҡәҙәр күп һорауҙарым тыуа торҙо, тыуа торҙо... Кем белә, бәлки, күрешеүҙәр ҙә насип булмай ҡалмаҫ... Юғиһә, май башында М. Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театрына килгән инем (унда минең бер спектаклде ҡуйҙылар), ҡайтҡас ҡына башыма һуҡты: алданыраҡ автор менән хәбәрләшәһе булған...
Мин үҙем Аҡтаныш яғынан, әҫәрҙәге бик күп һүҙҙәр беҙҙең әбекәйҙәрҙең тел һандығында ла һаҡланған: уғата, ивет... Бик яраттырҙы “Ҡатындар” трилогияһы!

Айгөл ӘХМӘТВӘЛИЕВА.
Яр Саллы ҡалаһы,
Татарстан.
* * *

“Ҡатындар” китабы беҙҙә һатылмай! Мин – Башҡортостан ҡыҙы, Ырымбурҙа Хөсәйен Ямашев исемендәге китапханала эшләйем. “Ағиҙел” журналын алдырып киләбеҙ, шунан уҡыныҡ. Яңыраҡ, ниһайәт, ”Ҡатындар” трилогияһы беҙгә килеп етте, өҫтәмә тираждан. Иҫебеҙ китеп уҡыйбыҙ!

Гөлнар ЯҠШЫБАЕВА-ШАЙЛИНА.
Ырымбур өлкәһе.

* * *
“Яратып уҡыған китаптарым байтаҡ. Зәйнәб Биишеваның “Ырғыҙ”, “Яҡтыға” трилогияһы, Мостай Кәримдең барлыҡ әҫәрҙәре, Рәми Ғарипов шиғриәте һ.б. Әлеге мәлдә Гөлнур Яҡупованың “Ҡатындар”ына мөкиббәнмен (элегерәк яҙыусының “Ағиҙел”дә донъя күргән “Йыртҡыс ҡаны”, “Күперҙәр” повестарын ныҡ яратҡайным). Әҫәр шул тиклем оҡшай, эх, бәләкәй сағымда ошо китапты уҡыһам, тормошом, бәлки, икенсерәк булыр ине, тип уйлана-уйлана уҡыным. Нурияның тормошто, кешеләрҙең күңелен аңларға тырышыуы, телдең һутын тойоу һәләте – барыһы ла һоҡландыра, тормошҡа икенсерәк күҙлектән ҡарарға мәжбүр итә.
Хәҙерге йәштәр уҡырға тейеш был китапты! “Ҡатындар” трилогияһы – ысын тәрбиә мәктәбе.

Фаягөл ӘМИРХАНОВА,
уҡытыусы.
Ишембай районы.

* * *
“Ҡатындар” трилогияһын ҡулға төшөрөп, уҡып сығырға насип итте, шуға ҡыуанам. Ҙур рәхмәт, шағирә, прозаик Гөлнур Яҡуповаға шундай көнүҙәк, тәрән мәғәнәле әҫәр өсөн! Һәр кемгә уҡырға кәңәш итәм! Миңә был китаптың тәьҫире бик көслө булды, һаман уйландыра...
Рәмил ИШБУЛАТОВ.
Бөрйән районы.

* * *
Беҙҙең китапхана уҡыусыларының иң яратып уҡыған китабы – Гөлнур Яҡупованың “Ҡатындар” трилогияһы. Ошондай дан китапты яҙған әҙибәне күргеләре, һорауҙар биргеләре килгәс, йыйылдыҡ та скайп аша бәйләнешкә индек. Автор менән бер сәғәткә яҡын аралаштыҡ, ул ижади пландары менән уртаҡлашты, шундай күләмле әҫәр яҙғандағы уй-хистәрен һөйләне. Һеҙҙең китапты уҡып, сарсағанда кинәнеп һыу эскәндәй булдыҡ, тине авторға уҡыусылары.
Милли әҙәбиәтебеҙҙең алтын фондына инәсәк ҙур китап ул “Ҡатындар”!

Земфира ЛОҠМАНОВА.
Учалы районы.
* * *

Шуныһы ғорурлыҡ: төрки әҙәбиәтендә башҡорт әҙибәләре бына инде 100 йыл самаһы иң юғары баҫҡыста тора! Милли әҙәбиәтебеҙгә ҙур өлөш индергән ҡатын-ҡыҙҙарҙан мин дүрт яҙыусыны һәм уларҙың китаптарын айырым билдәләп үтер инем: Һәҙиә Дәүләтшина – “Ырғыҙ”; Зәйнәб Биишева – “Кәмһетелгәндәр”, “Емеш”, “Яҡтыға”; Таңсулпан Ғарипова – “Бөйрәкәй”; Гөлнур Яҡупова – “Ҡатындар”.
Был әҫәрҙәр – башҡорт әҙибәләренең Олимпы.
Рөстәм ХӘБИӘХМӘТОВ.
Белорет ҡалаһы.

* * *
Ифрат киң мәғлүмәтле, шиғри телле, халыҡсан рухлы ғәжәйеп китап “Ҡатындар”. Уҡып туймаҫлыҡ! Миңә уны Өфөлә йәшәгән туғандарым посылка менән һалып ебәрҙе. Дуҫымды, кәңәшсемде тапҡандай булдым. Шул тиклем дә күп белә, зиһененә һеңдерә, йырлап торған телгә эйә була ала икән яҙыусы.
Яҡшы китапҡа сиктәр юҡ, ул үҙенең уҡыусыһын ҡайҙа ла эҙләп таба. Минең хәҙер күңел түремдә йөрөткән, ваҡыт-ваҡыт ҡабатлап уҡый торған өс китабым бар: беренсеһе – Зәйнәб Биишеваның “Емеш”е, икенсеһе – Пауло Коэльоның “Алхимигы”, өсөнсөһө – Гөлнур Яҡупованың “Ҡатындар”ы. Улар – минең серҙәштәрем, тормош юлында маяҡтарым!

Юлиә БАҠЫЕВА.
Мурманск өлкәһе.
* * *
Гөлнур апай Яҡупованың трилогияһын уҡып тетрәндем, тәрән уйҙарға сумдым. Йөрәк аша үтеп ингән әҫәрҙәр генә миңә шулай йоғонто яһай. Ике ҡыҙым үҫә. Ныҡлап уҡырға өйрәнеүҙәре менән тап “Ҡатындар”ҙы уҡыясаҡбыҙ улар менән, Алла бойорһа! Әҙибәнең сағыу таланты, күңел, һүҙ байлығы алдында баш эйәм!
Лениза НАФИҠОВА.
Миәкә районы.
* * *
Яҙмыш елдәре мине Төмән өлкәһенә алып барып төйәкләндерҙе. Әммә тыуған Башҡортостаныбыҙҙы, телебеҙҙе онотмайбыҙ, яҡташтарыбыҙҙы табып, аралашып йәшәйбеҙ. Гөлнур Яҡупованың бер дана ғына “Ҡатындар” трилогияһы килеп төшкәйне, сиратлашып уҡыныҡ, беҙ бында күмәк бит. Ниндәй гүзәл, сәсән бит ул беҙҙең башҡорт теле! Ошо китапта уға һәйкәл ҡуйылғандай, уҡыуы үҙе бер ләззәт. Өҫтәмә тираж сыҡҡанын ишеткәс, аҡса йыйҙыҡ та вахта менән эшләгән танышыбыҙҙан беҙгә 20 китап алып килеүен һораныҡ. Илап та, йырлап та алабыҙ “Ҡатындар”ҙы уҡығанда, ул халҡыбыҙ өсөн ғорурлыҡ булып йөрәккә үтеп инде. Күптән көтә инек шундай яҡшы китапты.
Хәлиҙә ӘБСӘЛӘМОВА,
Зөлфиә ЗАҺИҘУЛЛИНА.
Төмән өлкәһе,
Нижневартовск ҡалаһы.
* * *
Мин Бөрйән районының Байназар ауылында йәшәйем, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаhымын. “Ҡатындар” китабын күмәкләшеп уҡыйбыз. Оҙаҡламай шул китап буйынса hөйләшеү ойошторорға тип уйлап йөрөйбөҙ. Әйтеп бөтөргөһөҙ кисерештәргә дусар итә беҙҙе “Ҡатындар”. Яҡшы китап – күңел ҡанаты! Үҙем иһә ҡабат-ҡабат, тәмләп уҡыйым, шундай оҡшай, төшөмдә күреп бөтәм китаптан алған тәьҫораттарҙы.








Вернуться назад