Был сәхрәлә йәйрәп йөрөгәнемдә йәннәт буйлап үтә һәр аҙым26.08.2016
Был сәхрәлә йәйрәп йөрөгәнемдә  йәннәт буйлап үтә һәр аҙым Берләм юлым илтә
Оло юлға


Тағы алға әйҙәй яңы йылым,
Изге бүре булып олой ул.
Оло юлға илтә берләм юлым,
Берләштерә беҙҙе Оло юл.

Мораҙым

Аумаһамсы юлда хәлдән тайып,
Мораҙыма ҡалғас бер аҙым.
Ҡыштың боҙон ялап бөттө яҙым,
Тағы килдем һиңә, Мораҙым.

Мораҙым да тигән был тарлауыҡ
Ҡаяларға мине күтәрҙе.
Тәрәнлеген тойҙом тамырымдың,
Әйҙәгәнен күрҙем күктәрҙең.

Оло Эйегемә эйеләм ололап,
Тоғро таштарыңа таянам.
Йәберҙәрҙән йолор мәмерйәләр,
Яманлыҡтан аяр ҡаялар.

Һулап туймаҫ һауаларың дауа,
Һыуһын ҡанмай шишмәң һыуынан.
Таҙарынам тағы, аҙарынам,
Утта янған ерҙән һыуынам.

Был сәхрәлә йәйрәп йөрөгәнемдә
Йәннәт буйлап үтә һәр аҙым.
Ҡарай миңә Эйек, улым тиеп,
Мораҙыма әйҙәй Мораҙым.


Яраларҙан йырым ярала

Ҡайтҡан һымаҡ һағынып тыуған яҡҡа,
Талпынам һуң ниңә был яҡҡа?
Баймаҡ – бай яҡ.
Күңелем яңыртырға,
Байымаҡҡа киләм Баймаҡҡа.
Юҡ, килмәйем,
Ҡайтам Баймаҡҡа.

Ирәндектең ҡаяһына ҡунам,
Ҡанаттарым арып талғастын.
Йәшлек эҙҙәремде һаҡлай Һаҡмар,
Тулҡындары иҫләй Талҡаҫтың.

Сал таштарға һыйынам,
Нурына ҡойонам
Шау йондоҙло көмбәҙ-сатырҙың.
Меңәр йылдар аша тынын тоям,
Һүҙен ишетәм Урал батырҙың.

Бындай саҡта алыҫ олатайҙарың
Яндарыңа терелеп баҫырҙар.
Кендеккәйе ҡайҙа киҫелһә лә,
Башҡорт заты ҡайҙа йәшәһә лә,
Башлана бит Урал батырҙан.

Ғәбит сәсән, Хәмит сәсән менән
Буранғолов Мөхәмәтшаһ менән –
Егерме ике йәшлек яҡташ менән
Атлап киләм бер ер, бер тарафта,
Атлап киләм кеүек бер сафта.

Бындай саҡта һүҙҙәр – тик ихластан,
Ҡурҡып ҡаса ғәйбәт, саф-сата.

Сәсәндәрҙең хәтере һаҡлап ҡалған
Иң ҙур хазинаһын халҡымдың.
Шул ялҡынды һулап янды алҡым,
Сәсән һүҙенән күпме талпындым.
Хәтеребеҙҙән юйһаҡ шуларҙы,
Хәтерҙәре ҡалыр уларҙың.

Ярһығанда буран, аҙашмаҫҡа,
Юлдар тайғаҡ саҡта таймаҫҡа,
Осҡан һымаҡ тыуған аймаҡҡа,
Талпынам да ҡайтам Баймаҡҡа.


Мораптал

Ырымбурҙан килеп етеү менән,
Башҡортостан сиген үтеү менән,
Ниндәй ауыл тәүҙә ҡаршы алыр,
Иң беренсе булып иҫтә ҡалыр?

Белеү кәрәк түгел һорап та,
Исеме яҙып ҡуйылған:
МОРАПТАЛ.

Бында Кинйә ере.
Батырлыҡтар
Тамырланған икән был ергә.
Кескәй ауыл биргән өс Геройҙы –
Быны беҙгә ҡайҙан белергә?
Әлмөхәмәт Ғәзиз бында тыуған,
Шәйехзада Бабич дуҫы булған,
Йәшәгәндәр бергә юл ярып.
Шундай данлы икән был Мораптал,
Ҡайҙан беләйем мин быларын?

Янда ғына Ҡалта тороп ҡалған,
Баязит Бикбайҙың төйәге.
Яратҡан шағирым шунда үҫкән,
Быларын мин ҡайҙан беләйем?

Күп нәмәне беҙ бит белмәй үҫтек,
Йәштәргә был сәйер тойолор.
Тарихтарға юлдар бикле булды,
Күп исемдәр торҙо тыйылып.

Башҡортостан барыбер дан яулаған,
Беҙҙе урап үтте ул дандар.
Беҙ быларҙы ҡайҙан беләйек һуң,
Үҫеп ситтә Башҡортостандан?

Күп нәмәне күрмәй, белмәй үҫтек,
Бәхетһеҙлек ине белмәүҙәрем,
Алда асылыр яҡты көн көткән.
Алда көткән күпме беләсәгем,
Алда көткән күпме бәхеттәр!

Асҡан ҡапҡаларым ҡотло булды,
Ынтылғанда изге моратҡа.
Башҡортостан тигән мөғжизәгә
Ырымбурҙан һинең аша индем,
Рәхмәт һиңә, рәхмәт,
Мораптал!

Алсаҡ Асҡын

Йөҙөң асыҡ, күңелең алсаҡ, Асҡын,
Донъяларың ихлас, күк аяҙ.
Ҡайҙа барма, һинән яҙ бөркөлә,
Урмияҙ ҙа бында Ҡубыяҙ.

Ҡулдарыңда алтын асҡыс, Асҡын,
Килер көндәреңә һөйөнөп уҙ.
Яҙҙар булып яҙмыш алға әйҙәй,
Артта дөрләп яна Һөйәнтөҙ1.

Ғазаптарын ишетәм,
Утта яна
Бала-саға, ҡарттар, ҡатындар.
Килгән мөртәт,
Ауылдарҙы үртәп,
Карателдәр менән ҡара төндәр,
Күптән булған беҙҙә Хатындәр2.

Яндырылған меңәр ауылдарҙан
Тик көл ҡалып, күккә осҡанды
Һәйкәл итһәң,
Моңһоу ҡомартҡылар
Ҡаплар тотош Башҡортостанды.

Башҡорт илен ялҡын менән ялмап,
Күпме йәнде телгән Тәфтиләү.
Кеше ҡиәфәтле иблес булһа,
Тәфтиләү нәҡ шуға тап килә.

Олатаһы менән малай яна,
Өләсәһе менән ҡыҙ яна.
Хәтерләй ҙә быны ер һыҙлана,
Устарымда утлы ҡуҙ яна.

Нисәмә ҡат ут эсендә ҡалам,
Булам өтөлөр туҙ.
Көйәм – түҙ!
Тотош ил янғанда беҙ түҙҙек, тип
Күҙемә һынап ҡарай Һөйәнтөҙ.
Күреп ғәмһеҙ, тарҡау башҡорттарҙы,
Ғәрлегенән бөгөн әйтерҙәй:
– Меңәр йәндәр ҡыйылып, меңәр ауыл
Көл булғанын йышыраҡ хәтерлә!

Әйләнгәндә күпме милләттәрем,
Атай нигеҙен ташлап, ҡасҡынға,
Ышанысым арта, ҡарайым да
Тамырын һаҡлап ҡалған,
Ғорур рухын
Һындырмаған алсаҡ Асҡынға,
Ҡулдарында киләсәкте асыр
Алтын асҡысы бар Асҡынға.


Ҡалта

Әхәт Ҡотләхмәтовҡа

Тыуған яғыма юл оҙон,
Алыҫҡа ҡарап күҙ тала,
Аяҡ тала, ҡул тала.
Тән яҙыла, йән тәм таба,
Туҡтап китһәк Ҡалтала.

Нисәмә ҡат һиңә, Ҡалта,
Юлда һуғылып киткәнем.
Баязит Бикбай шишмәһенән
Күпме ауыҙ иткәнем.

Ҡайтҡан һайын был шишмәне
Тәрбиәләгән ағай.
Ағайҙы күргән шикелле
Яҡташтарына бағам.
Шишмәлә йөҙөм сафлана,
Даламда ҡанат ҡағам.

Йотлоғоп уҡыйым, ағай,
“Тере шишмәләр”еңде.
Батшаһын Калита тип рус
Бушҡа әйтмәгән инде.

Кеҫәне ҡалта тигәндәр,
Ҡалтаға ҡот теләгәндәр,
Юҡтан түгел был исем.
Йәшәр халҡым күңелендә
Зирәк һүҙле, арбар моңло
Хазина булған өсөн.


Юғалды бит Яҡтыкүлем аҡ томанда

Яҡтыкүлдә яҡты таңдар аттырһам да,
Яҡтыкүлдә ай төнөмдө яҡтыртһа ла,
Был Яҡтыкүл шиктәремде арттырҙы шул,
Күп һорауға ҡаты яуап таптырҙы шул.

Ташбулатты быуып бара таш пулаттар,
Яҡтыкүлде ял йорттары ныҡ уратҡан.
Ҡыҙыныусы ла, йөҙөүсе лә, төҙөүсе лә,
Табыштарҙы һөҙөүсе лә – ситтәр-яттар.

Алыҫтағы килһен беҙгә булып ҡунаҡ,
Тик килмәһен елкәбеҙгә булып ҡунмаҡ.
Күпме йәлләд талай йәннәт еребеҙҙе,
Шыр яланғас ҡалдыра бит
һыҙырып-тунап.

Ниндәй хәлдә бөгөн башҡорт урмандары,
Урмандарҙы ситтәр килеп ҡырғандары.
Башҡортостан кешеләре был байлыҡҡа
Тилмерешеп, зарығып ҡарап торғандары.


Ошо ергә быуын-быуын аяҡ баҫтыҡ,
Ҡуйынында хазиналар күпме астыҡ.
Ер өҫтөндә урын ҡалмай йорт ҡороуға,
Талана бит бөгөн хатта ерҙең аҫты.

Алтын китә, баҡыр китә, нефть китә,
Кем теттерә, кем бөкөрө, кем уф итә.
Ғәжәп түгел буш ҡул менән ҡалғандарға,
Нигеҙгә лә, зыяратҡа ла урын бөтһә.

Хафам артты, ҡапланды күл аҡ томанға,
Донъя шомло ер ҙә, күк тә юҡ булғанда.
Эй, Яҡтыкүл, гел яҡты бул,
гел һаҡлы бул,
Юғалһаң да юғалып тор тик томанда.

Ышанайыҡ, үтәсәк был мәхшәр саҡтар,
Ышанайыҡ, зирәк йәштәр тыуасаҡтар,
Донъяларҙы өр-яңыса ҡорасаҡтар,
Юлбаҫарҙар үҙ башына ҡоторасаҡтар.

Уландары-уңғандары ҡылғандарын
Ҡыуанышып ҡарттар ҡарап торасаҡтар.
Башҡорт йәшмәһе

Учалы ла тигән ғәжәп ерҙә
Атлап йөрөйһөң тик йәшмәнән!
Ағиҙел дә бында башлана бит
Йәшмә тауҙы тишкән шишмәнән.

Илде йәмләп аға Ағиҙелкәй,
Беҙҙең йәшмә данлай донъяны.
Аҙмы ҡалаларҙа йәшмәбеҙгә
Кешенең таң ҡалып торғаны.

Бөйөк оҫталарҙың ҡулдарында
Аҫыл сәнғәт булған ошо таш.
Һоҡланмаҫ кем башҡорт йәшмәһенә,
Ғорурлана хатта Эрмитаж.

Хазинамды кеше һанламай, тип
Рәнйеп ҡуялыр ҙа еребеҙ.
Дан яуламай ҡайҙа беҙҙең йәшмә,
Ә беҙ уны тапап йөрөйбөҙ.

Ниндәй матурлыҡ тип сит яҡтарҙа
Һоҡландым мин беҙҙең йәшмәгә.
Алыҫтарҙа күрһәм, ғорурлыҡтан
Күҙ йәшләнә, хәтер йәшәрә.


Һуң түгел

Ҡыйратманы ҡырғын-дауыл,
Ни булды һиңә, ауыл?
Бөтөп бараһың таралып.
Баҫыуҙарҙы билсән баҫа,
Күңелкәйең яралы.

Күҙһеҙ ҡалған тәҙрәләрең,
Бикле күп ишектәрең.
Йүгерешмәй бала-саға,
Бәүелмәй бишектәрең.

Ҡалдың клубһыҙ, мәктәпһеҙ,
Ҡалдың уҡытыусыһыҙ.
Тибеп донъя көтөр ирҙәр
Себергә китте сығып.

Элек мәктәп асылғанда
Ҡыйратылған мәсете.
Хәҙер мәсеттәр төҙөлә,
Тик мәктәп бара бөтөп.

Мәктәп менән мәсет булған
Ике ҡанаты илдең.
Элек береһен һындырҙылар,
Ә бөгөн – икенсеһен.

Шул уҡ хәл тотош Ватанда,
Шул уҡ хәл – ҡайҙа барма.
Тамырҙар ҡорой.
Хәлебеҙ
Төҙәлмәҫ рәнйеп, ҡарғап.

Был бәләләр әйләнмәһен
Зәхмәтле яман шешкә.
Ҡайтарырбыҙ ил-йортҡа ҡот,
Һүнгән шәмдә тоҡаныр ут,
Тырышып эшкә керешһәк.

Ғәмһеҙлектән ҡотолайыҡ,
Бар халҡыбыҙ туң түгел.
Эшкә айыҡ тотонайыҡ,
Юҡ, һуң түгел, һуң түгел!


1 “Һөйәнтөҙ – ауыл. Башҡортостандың Себер даруғаһы Балыҡсы улысында (хәҙерге Асҡын районы) урынлашҡан булған. 1736 йылдың 24 ғинуарында Тевкелев ауылды юҡ итергә әмер бирә. Ваҡиғаны үҙ күҙҙәре менән күргән П.И. Рычков: “1000 кешене ҡатындары, балалары менән бергә драгундар атты, ҡылыс менән тураҡланы, “тоғро” башҡорттар һәм мишәрҙәр кешеләрҙе һөңгө менән сәнскесләне. Шунан тыш, 105 кешене амбарға ябып, яндырып үлтерҙеләр”, – тип яҙып ҡалдырған”. – “Баш­ҡортостан”. Ҡыҫҡаса энциклопедия. Өфө. 1997, 640 бит.
2“Хатынь” – Белоруссияның Минск өлкәһе Лагойск регионындағы элекке ауыл. 1943 йылда немец-фашист илбаҫарҙары ауылды ла, уның халҡын да (149 кешене, 75 баланы) яндырған. “Хатынь” мемориаль архитектура комплексы (1969): “Хатынь набаты”, “Ауылдар зыяраты”, “Хатынь төтөнө”, мемориаль таҡтаташ ҡуйылған һәм мәңгелек ут янған “Хәтер майҙаны”, “Баш эймәҫ кеше” скульптураһы. – “Новый иллюс­трированный энциклопедический словарь”. Мәскәү. 1999, 784 бит.


Вернуться назад