йәнле ҡурсаҡтар иле26.08.2016
йәнле ҡурсаҡтар иле Улар ҙа кешеләр һымаҡ: сәхнәне һағына, алҡыштар көтә, тамашасынан йылы мөнәсәбәт өмөт итә. Улар ҙа кешеләр һымаҡ: илай, көлә, хисләнә, йә ярата, йә нәфрәтләнә. Улар ҙа кешеләр һымаҡ...
Әкиәт донъяһы! Бала күңел донъяһының матурлығын ошо сихри мөхит аша аса – яратҡан геройына оҡшарға теләй, яуызлыҡтан ҡаса, яҡшылыҡ эшләргә ашыға. Донъялағы иң кескәй тамашасыны, иң ғәҙел тәнҡитсене – балаларҙы үҙенә йәлеп иткән коллективтарҙың береһе – Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ теа­тры быйыл 85-се ижад миҙгеленә аяҡ баҫты. Ошо уңайҙан театрҙың етәксеһе Альберт ИМАМУТДИНОВ менән йәнле әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Альберт Әлфрит улы, 85-се ижад миҙгелен үҙенсә­лекле тамаша менән асҡан­һығыҙ, тиҙәр. Шул турала һөй­ләгеҙ әле.
– Театр миҙгеленә килгәндә, юбилей булһынмы ул, си­рат­тағы осормы, һәр ваҡыт тамашасыны ҡыҙыҡһындырыу яғын­дабыҙ. Тик шуныһы ҡыҙғаныс: күптәр Ҡурсаҡ театры йәй көн­дәре генә эшләй тигән фекерҙә, ә ҡайһы берәүҙәр хатта театрҙың ҡайҙа урынлашҡанын да белмәй. Шуға ла был юлы артистарыбыҙ төрлө йәнлектәр булып кейенеп, баш ҡала туҡта­лыштарына сыҡты – халыҡ менән аралашты, театр тура­һында фекер тупланы. Ниәте­беҙ – ошондай флеш­мобтарҙы артабан да үткәреү, халыҡҡа театр тураһында күберәк мәғлүмәт еткереү.
– Шулай ҙа халыҡтың Ҡурсаҡ театры тураһында ишетеп белмәүе кәйефте ҡырманымы?
йәнле ҡурсаҡтар иле– Юҡ, киреһенсә, тармаҡта эште көсәйтеү кәрәклеген асыҡланы. Ғөмүмән, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры респуб­ликабыҙҙа берәү генә булһа ла, һуңғы ваҡытта уның исеменән бәләкәй төркөмдәр барлыҡҡа килеп, балалар баҡсаларына, мәктәп­тәргә йөрөүселәр күбәйгән. Дөрөҫ конкуренция булһа, бының бер ниндәй ҙә ҡурҡы­нысы булмаҫ ине, тик ҡайһы саҡта бындай “тамаша­ларҙан” һуң беҙгә шылтыратып, дәғүә белдерәләр, насар тәьҫорат­тары менән уртаҡлашалар. Әммә мәсьәләнең икенсе яғы ла бар – әлеге осраҡ үҙебеҙгә үк ошо юлдан барып ҡарау идеяһын бирҙе: ни өсөн беҙгә лә балалар баҡсаларына йөрөмәҫкә? Бының өсөн беҙҙең бөтә мөмкинлектәребеҙ бар. Юридик яҡтан законлы эш итәбеҙ, репертуар, артистар, техника, тауыш режиссеры, костюмдар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ҡыҫҡаһы, быйылдан ошо башланғысты тәүәккәлләп ҡарарға иҫәп.
– Альберт Әлфрит улы, башҡа театрҙар ял иткәндә, һеҙ ең һыҙғанып эшкә лә тотонғанһығыҙ.
– Рәсми рәүештә театр 17-18 сентябрҙә асыла. Әммә беҙ бер нисә йыл рәттән инде тамашасыларҙы август айында уҡ көтөп ҡалабыҙ. Әлбиттә, был осорҙа кескәйҙәр әүҙем килә тип әйтеп булмай. Әммә йәйге каникул ваҡытында Өфөнө күрергә килгән балалар, күрше өлкәләрҙән, башҡа ҡалаларҙан килгән ҡунаҡтар ҙа бар бит әле. Теләктәре булғандарҙың театр менән танышып, спектаклдәрҙе ҡарап китеүе насар түгел. Икенсенән, эште алдараҡ башлағас, миҙгел асылыуға тулы әҙерлек менән киләбеҙ.
– Июнь-июль айҙарында театр бөтөнләй эшләмәйме?
– Әйткәндәй, ҙур ҡалаларҙа, мәҫәлән, Мәскәү, Санкт-Петербургта театрҙар йыл әйләнәһенә ябылмай. Әгәр ҙә эште дөрөҫ ойошторһаҡ, йәйгеһен дә эшләргә була.
– Киләсәккә ниндәй ижади пландар ҡораһығыҙ?
– Быйыл юбилей йылы. Шуға ла пландар, уй-фекерҙәр күп. Тәү сиратта киске репертуарға күсмәксебеҙ. Әйткәндәй, күптәр театр шәмбе, йәкшәмбе көндә­рендә генә эшләй тип уйлай. Был дөрөҫ түгел. Беҙ тамашасыларыбыҙҙы аҙна уртаһында ла көтөп ҡалабыҙ. Кесе зал булдырыу теләге ҙур. Йәнә театр базаһында балалар студияһы ойоштороу – күптәнге хыял. Әлеге көндә ошо йүнәлеш буйынса фекер алышабыҙ. Был 85-се миҙгелдең “күстәнәсе” булыр тип ышанабыҙ. Бында 3 йәштән алып 6-7 йәшкәсә балалар шөғөлләнә аласаҡ.
– Быйылғы миҙгелдә кескәй дуҫтарығыҙҙы ниндәй тамашалар менән һөйөндөрмәксеһегеҙ?
– Әле мәктәп йәшендәге балалар өсөн Сельма Лагерлефтың “Нильстың ҡыр ҡаҙҙары менән сәйәхәте” исемле әкиәте буйынса премьера спектакле әҙерләнә. Ул, алдан әйтеп үтеүемсә, 17-18 сентябрҙә күрһәтеләсәк. Уны рус труппаһы ҡуя. Миңә ҡалһа, спектакль бик үҙенсәлекле һәм заманса булырға оҡшаған. Икенсе спектакль Корней Чуковскийҙың “Муха Цокотуха” әҫәре буйынса сәхнәләштерелә. Шулай уҡ башҡорт телен өйрәнеү проекты буйынса ла эш алып барабыҙ. Ул башҡорт телен белгән балалар өсөн тәғәйенләнгән.
Алдағы йылдан театрҙа ололар өсөн дә спектаклдәр ҡуя башлау күҙаллана. “Мең дә бер кисә” – шуларҙың тәүгеһе. Премьера әҫәрен ҡуйыуға билдәле театр рәссамдары йәлеп ителде. Санкт-Петербург ҡалаһынан саҡырылған Алевтина Торик ҡурсаҡтарға бөтә күңелен һалып эшләй. Оҫта рәссам яҙ айына күркәм тамаша вәғәҙә итә. Режиссеры – Петр Васильев.
Коллек­тивҡа килгәндә, башҡорт һәм урыҫ труппаларында бик татыу, тәжрибәле, балалар психологияһын аңлаған артистар эшләй. Әлбиттә, театр артистарын тамашасы белеп үк бөтмәй, улар үҙҙәре лә оялсан халыҡ. Уның ҡарауы, бик талантлылар. Һәр береһе тураһында әллә күпме һөйләргә булыр ине.
– Театрҙы борсоған мәсьәләләр бармы?
– Балалар менән эшләүе ҡыҙыҡ һәм яуаплы. Уларҙы алдап булмай. Балалар ялғанды “һә” тигәнсе күреп, спектакль оҡшамаһа, борғоланып, һөйлә­шә башлай. Шуның өсөн спектаклдә ихласлыҡ ярылып ятырға тейеш. Әммә гел генә уйын-көлкө менән дә булмай. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, бөгөн­гө көндә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Өфө ҡалаһында ремонтлан­маған, капиталь яҡтан тергеҙелмәгән, иғтибар етмәгән театр булып йәшәй. Шулай булыуға ҡара­маҫ­тан, ҡулдан килгәнсә тырышабыҙ, заманса аралашыу тыуҙырып, балаларҙың күңел­дәрен күреп, эшебеҙҙе алып барабыҙ. Театр ҡурсаҡ жанры сиктәрен киңәйтеү буйынса ижади эҙләнеүҙәрен дауам итә һәм яңы оҫталыҡ бейеклектәренә өлгәшеү өсөн үҙ алдына етди бурыстар ҡуя.
– Гәзит уҡыусыларына ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
– Ҡурсаҡ театры – сәнғәт донъяһының беренсе баҫҡысы. Әгәр кешелә бәләкәй саҡтан матурлыҡ донъяһына ынтылыш тәрбиәләнһә, ул артабан да ҡыҙыҡһынып йәшәйәсәк. Ә матурлыҡҡа ынтылған кеше бер ваҡытта ла насарлыҡты күңеленә индермәйәсәк.
Илмира ҠОЛБАХТИНА әңгәмәләште.





Вернуться назад