“Аҡ тирмә”ләр – Ҡыҙыл майҙанда23.08.2016
“Аҡ тирмә”ләр –  Ҡыҙыл майҙанда Мәскәү ҡалаһындағы “Аҡ тирмә” башҡорт милли-мәҙәни үҙәге интернет селтәрендә үҙенең өр-яңы видеоклибы менән таныштырҙы. Музыкаль нигеҙҙе “Тирәтләү” башҡорт халыҡ йыры тәшкил итә. Клипты режиссер Гөлназ Макиева-Ғәлимуллина Мәскәүҙә, Ҡыҙыл майҙанда төшөргән.

Йырҙы башҡарыусыларға ҡурайсы менән ҡумыҙсы ярҙам итә. Милли кейемдәге йырсыларҙы һәм бейеүселәрҙе итальяндар, ҡытайҙар, һиндтар уратып алған. Улар башҡарыусыларға ҡушылып йырлай, алҡышлай, бергәләп фотоға төшә.
“Барығыҙҙы ла тыуған яғыбыҙ Башҡортостанға һәм уның һоҡланғыс халҡына арналған “Тирәтләү” йырына яңы видеоклип менән ҡотлайым. Күпме көс-дәрт, илһам һәм һөйөү һалынған был эшкә! Премьераны түҙемһеҙлек менән көтөп алдыҡ!” – тип яҙған “Аҡ тирмә” үҙәге етәксеһе Гөлсинә Батыршина социаль селтәрҙә.
Мәскәүҙәге “Аҡ тирмә” башҡорт милли-мәҙәни үҙәге – республика, Рәсәй, халыҡ-ара фестивалдәр һәм конкурстар лауреаты, дипломанты. Ул ҙур мегаполиста тыуған еренән меңдәрсә саҡрым алыҫта йәшәгән башҡорттарға мәҙәниәтен һаҡларға, дуҫтар табырға, яҡташтарға берләшергә ярҙам итә. Үҙәктең “Башҡорт ҡымыҙы” тип аталған беренсе клибы ла режиссер Гөлназ Макиева-Ғәлимуллина тарафынан төшөрөлгән.



Вернуться назад