Әҙәбиәтебеҙгә мәртәбә өҫтәгән мөлдөрәмә шиғриәт23.08.2016
Әҙәбиәтебеҙгә мәртәбә өҫтәгән мөлдөрәмә шиғриәт Шиғырҙарым минең үҙем кеүек:
Сәхнәләргә сыға торған түгел,
Улар ихлас итеп өндәшәләр
Бары яңғыҙ ҡалған саҡта күңел.

Матур күренергә тырышмайса,
Улар яҙылғандар көндәлектәй,
Улар тыуған тын алышым булып
Минең ябай ғына көндәремдән.

Йомабикә Ильясова.

Дәүерҙәр һәм шағирәләр… Шағирәләр һәм дәүерҙәр... Төрлө дәүерҙәр һәм төрлө шағирәләр: Кәтибә Кинйәбулатова, Фәүзиә Рәхимғолова, Әнисә Таһирова, Тамара Ғәниева, Зөбәржәт Йәнбирҙина, Земфира Муллағәлиева, Гөлфиә Юнысова, Таңһылыу Ҡарамышева, Факиһа Туғыҙбаева, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Тамара Искәндәриә, Йомабикә Ильясова…
Дәүерҙәргә – шағирәләрҙең исем-фамилиялары, китаптары, ә шағирәләр биографияһына дәүерҙәр ингән. Һәҙиә Дәүләтшина менән Зәйнәб Биишева башҡорт прозаһын үҙҙәренсә күтәргән кеүек, шағирәләр ҙә башҡорт поэзияһын төрләндереүгә, байытыуға үҙҙәренсә тос өлөш индергән.
Егерме беренсе быуат башы шағирәләре араһында Йомабикә Ильясова ижады – хәҙерге әҙәбиәтебеҙгә айырыуса мәртәбә өҫтәгән мөлдөрәмә шиғриәт. Был шиғриәт йылдан-йыл тулылана, камиллаша барып, хәҙерге поэзиябыҙға етди яңылыҡтар алып килде, яңы сифат бирҙе. Ошо һиммәтле яңы сифат шағирәнең һуңғы осорҙа донъя күргән ике китабында айырыуса тулы кәүҙәләнеш алған (Мин үҙеммен һаман. Шиғырҙар. – Өфө, “Китап”. 2013. 214 бит; Етегән. Шиғырҙар. – Өфө. “Китап”. 2015. 159 бит).
Башҡорт шиғриәтендә шундай бер үҙенсәлек киң урын алған: төп поэтик фекергә шиғырҙың һуңғы ике юлында урын бирелә. Йомабикәнең шиғырҙарында төп поэтик фекер һәр юл һәм строфала үҫтерелә һәм асыла бара. “Көнбағыш” исемле шиғыр – шуға асыҡ миҫал.

Ҡояштай һары көнбағыш
Төндәй ҡап-ҡара булған,
Әллә инде таң атҡансы,
Уға төн йөҙө ҡунған.

Ҡарашты инде йәмләмәй
Бешеп еткән был емеш.
Һәр өлгөрөү – юғалтыу ҙа,
Табыш та икән, имеш.

Ике строфалыҡ шиғырҙа шағирәнә ике фекер балҡып тора. Беренсеһе – ҡояштай һары көнба­ғыштың таң атҡансы төндәй ҡап-ҡара булыуы. Был – ысын тормоштағыса көтмәгәнсә үҙгәреш­тәрҙең асылыуы (шағирәнең күҙәтеүсәнлек һәләте лә); икенсеһе – ошонан сығып фекер төйнәү, уйла­ныу. Тимәк, ике строфала ла уҡыусыны ғәжәп­ләндерерлек, хисләндерерлек йәнле күргәҙмә бар: тормош ысынбарлығы һәм ошо ысынбарлыҡ хаҡында фәлсәфәүи уйланыу, фекергә килеү, дөйөмләштереү.
Һары көнбағыштың төн эсендә танымаҫлыҡ үҙ­гәреүен күҙәтеүсе, ошо һиҫкәндергес үҙгәреш тураһында оло донъяуи уй-фекер дөйөмләштереүсе шағирә зирәк йән булып күңелгә керә. Ә ни өсөн мин үҙем күҙгә күренеп торған шул үҙгәреште шәй­ләмәгәнмен тигән һорау уй-зиһенде һыҙып үтә.
“Шыршы” исемле шиғырҙа ла ошондай поэтик үҙенсәлек кәүҙәләнә.

Бар ағастар шаулап япраҡ яра,
Ҡыуанышып, елдә елберҙәп,
Шатлығымда мин дә улар кеүек,
Йәш-елкенсәк һымаҡ елбәҙәк.
Көҙөн дөрләп янып, ҡойолалар…
Мин дә шулай ауыр мәлемдә
Көйрәп бөтәм, килер шатлыҡтарға
Йылмайыр хәл ҡалмай йәнемдә.
Ана, шыршы һәр миҙгелдә бер үк,
Ҡыш та йәшел йәмен өләшә,
Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла сабыр
Ҡала белергә ул өйрәтә.

Был осраҡта ла поэтик фекер шиғырҙың буйынан-буйына теҙелә, үҫтерелә килә. Иң аҙаҡтан, күренеш-кисерештәрҙән сығып, фәлсәфәүи йомғаҡ яһала. Шиғри фекерҙе әҫәрҙең һәр өҙөгөндә еткерә-еткерә барыу, иң аҙаҡтан оло фекерле һығымтаға килеү Йомабикә шиғриәтенең мөһим үҙенсәлеге. Ошоға бәйле фекер сюжетына ҡоролған шиғыр тыуа.
Башҡорт шиғриәтендә, билдәле булыуынса, ваҡиға һүрәтләгән тасуири сюжетлы шиғыр киң таралған. Йомабикә иһә фәлсәфәүи фекер сюжеты үҫтерелешенә нигеҙләнеп, шиғырҙы шәп экспрессив-эстетик сара итеп үҫтерә. Ошо сифат – шағирә Йомабикә Ильясованың хәҙерге башҡорт шиғриәтен байытыуға, яңыртыуға индергән стилистикаһының бер өлөшө. Ә ул яңылыҡтар тотош бер әҙәби күренеш булып нығынған шағирә ижадында.

Афористик шиғыр – шағирә стиленең төп хосусиәте

Әле тиҫтә йылдар элек (2006) ғалим-академик Ғайса Хөсәйенов былай тип яҙғайны: “Йомабикә Ильясованың шиғырҙары асыҡ, тапҡыр һүҙ-фразаларға ҡоролошо менән характерлы. Шуға уның шиғырҙары һыу буйы оҙон түгел, ҡыҫҡа, шиғри мускулатуралы яҙмалар. Уларҙың күпселеге күләме менән дүрт-биш строфанан артмай. Шуға Йомабикәнең үҙен миниатюр шиғыр оҫтаһы итеп танытыуы ла һис осраҡлы түгел…”
Афористик стиль – Йомабикәнең “Мин үҙеммен һаман”, “Етегән” китаптарындағы барса шиғырҙарына хас хосусиәт. Ҡайһы шиғырҙарын алма – афористик йыйнаҡлыҡ һәм уйҙы һиҫкәндерерлек һүҙ-фраза. Шуларҙың бер нисәһен генә ҡарайыҡ.

Килмәй ул дан үҙен көткәндәргә,
Килә үҙен инҡар иткәндәргә.
Моцарт моңо бына … үҙе дан бит,
Бабичтыҡы – шиғыр менән ҡан бит.

***
Ғүмер – үләндәге ысыҡ ҡына,
Иҫкән ел дә уны үтә түгеп.
Йотола йә ҡояш эҫеһенән,
Өлгөрмәй ҙә ҡала көндө күреп.

Унан ҡала томан ғына булып.
Йәшәү ҡыҫҡа. Мәңгелек тик үлем.
…Ә шулай ҙа йәшәү генә бәхет,
Ғазап аша татып белдем үҙем.
Был өлгөләрҙәге байтаҡ юлдар башҡорт телендәге мәҡәл, әйтемдәргә тартым. Шуны күҙ уңында тотоп, күренекле фольклор белгесе, ғалимә-доктор Фәнүзә Нәҙершина ошондай һығымта яһай: “Һөҙөмтәлә халыҡ мәҡәленә бәрәбәр шиғри юлдар тыуа”.

Күләм – йыйнаҡ,
йөкмәтке – киң

Йомабикәнең шиғырҙары ике поэтик күренеште үҙ эсенә ала. Һүҙҙең тапҡырлығы һәм күп мәғәнәлелеге. Ошо арҡала шағирәнең бөтә ижадына хас эстетик сифат хасил була. Был сифатты “күләм – йыйнаҡ, йөкмәтке – киң” тигән билдәләмә менән әйтергә мөмкиндер.
“Байрам” исемле шиғыр – ошоға айырыуса сағыу миҫал. Әҫәрҙе тәбиғи тулылығында килтереп, уҡыусыны хисләндерәһе һәм һоҡландыраһы килә, әлбиттә.

Гөл-сәскәләй генә көйө
Тол булып ҡалған еңгәм,
Һинең дә һөйөүең менән
Илем дошманды еңгән.

Төштәй ҡыҫҡа бәхетеңде
Ай күргән, ҡояш алған,
Күпме башҡорт егеттәре
Европала баш һалған.

Бала кеүек саф, эскерһеҙ,
Ел төҫлө уңған еңгәм,
Бөгөн таланған байлыҡҡа
Һинең күҙ йәшең һеңгән.

Китеп барҙың был донъянан,
Яҙ һинһеҙ килде, еңгәм,
Байрам Еңеү байраҡтарын
Һинең өсөн дә элгән.
Был шиғырға аңлатма биреү ҙә кәрәк түгел кеүек. Шулай ҙа бик әйтке килә, әйтмәү – гонаһ.
Бер ҡараһаң, был арнау шиғыры шикелле. Шағирә уны яҡын кешеһе – еңгәһенә бағышлаған. Унда ла үлемесле хәлгә бәйле осраҡ алынған. (“Китеп барҙың был донъянан”, “Яҙ һинһеҙ килде, еңгәм…”)
Элегик моңһоулыҡ, әрнеүле увертюра. Ә һуңғы ике юл шиғыр сиктәрен шар асып ебәрә. Ҡайғы аша, йәш-әсенеү аша донъяға, кешелеккә ҡолас йәйеп килгән данлы ваҡиға – Еңеү байрамы тауҙай бейеккә күтәрелә (“Байрам Еңеү байраҡтарын һинең өсөн дә элгән”). Ысынында был шиғырҙы “Еңгәм” тип тә атарға булыр ине. Хатта ки шул осраҡта ла йөкмәтке тәрәнлеге әҫәрҙе етди ижтимағи йөкмәткеле шиғриәт донъяһына беркетер ине. Шиғырҙағы төп мотив тәрән тормошсан. Бөйөк Ватан һуғышында еңеү яулап ҡорбан булған ҡаһарман яугирҙәрҙең тол ҡалған йөҙәр-меңәр ҡатындың ысын яҙмышы бит был “еңгәй”ҙә. Шағир Тимер Йосопов та 60-сы йылдарҙа: “…Тау битендә еңгәм бесән саба…” – тип яҙғайны беҙҙе тет­рәндереп. Бер быуын булып 50 – 60-сы йылдарҙа әҙәбиәткә килгән шағирҙар: Абдулхаҡ Игебаев, Рәми Ғарипов, Рафаэль Сафин, Әнғәм Атнабаев шиғырҙарында ла тормошта киң урын алған был драматик ысынбарлыҡ тулҡынландырғыс сағылыш тапҡайны.
Шуныһын да өҫтәп әйтәйек: әле һүҙ барған әҫәр эргәһенә “Осош” шиғыры ҡуйылған. Ул ошолай башлана:
Башҡорт егеттәре һыбай елә
Танкыларға табан…
Артабанғы юлдарҙа яу яланынан тиңдәшһеҙ ҡаһарманлыҡ күрһәтеп һәләк булған яугирҙәрҙең һәләкәтле яҙмышын һәм үлемесле мәлдәрен һүҙ-картиналарҙа күҙ алдына баҫтырып, кавалерист башҡорт егеттәренә реквием ижад итә шағирә.
Күренеүенсә, Икенсе бөтә донъя һуғышы килтергән ҡайғы-хәсрәтте, ҡыйралыш-һәләкәттәрҙе уҡып-ишетеп кенә белгән яңы быуын вәкиле – ҡатын-ҡыҙ шағирә Йомабикә Ильясова Ватан, Кешелек, Халыҡ яҙмышы ваҡиғаларына ла мөрәжәғәт итеп, ижад сиктәрен киңәйтеп, тәрәнәйтеп, ижтимағи яңғырашлы, көнүҙәк тематикалы поэзия өлгөләрен дә биреүгә өлгәшә.
Йомабикә Ильясованың әле һүҙ барған “Байрам”, “Осош” исемле шиғырҙары башҡорт поэзияһының алтын фондында урын аласаҡ, әлбиттә.

Халыҡсанлыҡ балҡыштары

Йомабикә Ильясованың Салауат Юлаев исемендәге премияға тәҡдим ителгән “Мин үҙеммен һаман”, “Етегән” исемле йыйынтыҡтарында шағирә ижадының халыҡсанлыҡ ҡаҙаныштарын кәүҙәләндереүсе әҫәрҙәре айырыуса уйландыра һәм әҙибәнең талант көсө өсөн һөйөнөслө хистәр уята.
Йомабикәнең кешелек һәм шағирәлек тамыр­ҙары – “Тыуған ауылым”, “Дала”, “Ҡурай”, “Йылғалар” – тыуған төйәккә, уның кешеләренә арналған. Ошо тематикалы бер төркөм шиғырҙар “Ҡәнифә юлы” исемле цикл эсендә урын алған.
Был төркөм шиғырҙарҙа күргәҙмәле һүҙ-буяуҙар аша һынландырылған ауыл күренештәре әйтер фекерҙе семәрләй. “Ҡәнифә юлы” шиғырында, мәҫәлән, ошондай һүҙ-картина күҙ ҡарашын тарта:
Һауалағы ҡоштар төркөмөләй,
Теҙелеп кенә барған каруан,
Дөйәләрҙең үткән эҙҙәренә
Меңәр ямғыр, меңәр ҡар яуған.

Был шиғырҙа шағирәнең ошондай рәссамлыҡ табыштары ла, үҙенсәлекле уйланыуҙары ла фекер-зиһенде арбай. Бер ҡараһаң, Ҡәнифә юлының инде ер йөҙөнән юғалып барыуына көйөнә ул:
Күктә болот ҡорған ҡәлғәләрҙе
Туҙҙырғандай елдәр төрлө яҡҡа,
Илдәр, күңелдәрҙе тоташтырған
Ебәк юл да күптән өнһөҙ ята.

Ошо болоҡһоу моң асып ебәрә шиғырҙы. Ә аҙаҡҡы строфа бөтөнләй башҡаса яңғырай, әйтерһең, оратория сыңы ишетелә.

Илдәр, күңелдәрҙе тоташтырған
Ебәк юлдан инде бармай каруан.
Тик Шәреҡтең бөйөк рухы булып,
Беҙҙең йәнебеҙҙә ул юл ҡалған.

Шиғырҙа “Йомабикәсә” фекерләү үҙенсәлеге күренеп тора. Ул диалектика ҡанундары буйынса фекерләй һәм уй йөрөтә. Донъя тик аҡтан йәки ҡаранан ғына тормай, ағы ла, ҡараһы ла бар, хатта улар бергә ҡушылып та килгән күренеш-осраҡтар йәшәй. Бер нәмә лә бөтөнләй юҡҡа сыҡмай, тик һүнә, икенсе сифатҡа күсә, ҡан алыштыра. Матди әйберҙәр рухи әйберҙәргә әүерелә. Ҡәнифә юлы ерҙән юғалһа ла, “Шәреҡтең бөйөк рухы булып, беҙҙең йәнебеҙҙә ул ҡалған”. Был йомғаҡлаусы фекер ышандыра, сөнки унда тормош ысынбарлығы үҙе кәүҙәләнә. Философтарса фекер йөрөтөү шағирәгә лә ҡамасауламай. Ысынбар­лыҡтың рухы алиһәһен йән торошо өсөн ни тиклем ҡәҙерле икәненә баҫым яһау күңелдә хуплау таба, Йомабикәнең зирәк аҡылына һөйөнөс тыуҙыра. Студент саҡтарында (70-се йылдар) уҡыу отличнигы Йомабикә Аҡъюлова (ҡыҙ фамилияһы) ана шул юҫыҡта, логик эҙмә-эҙлелектә яуап биреүе менән имтихандарҙа, практик дәрестәрҙә хәтеремдә уйылып ҡалған. Ә хәҙерге көндә халыҡ алдында сығыш яһағанда, уҡыусылар һорауына яуап һүҙҙәрендә лә уның фәлсәфәүи стилдә фекер йөрөтөүе аңлашылып тора. Йомабикә Ильясова үҙенең кешелек һәм шағирәлек асылын былай тип ҡылыҡ­һырлай: “Әгәр яҙғы көндә сағыу йәшеллекте генә күрәһең икән, моғайын, шиғыр яҙыу кәрәкмәйҙер, быныһы ғына һәр кемдең күҙенә салына. Ябай ғына күренештә лә фәлсәфә йә образ тойоу мөһим”.
Ошо кешелек һәм шағирәлек принциптарын тормошҡа ашырырға тырышҡандай, “Ҡәнифә” әҫәрендә талпынып осорға торған афористик строфалар ҡоя ул.

Ҡәнифә ҡыҙ үткән изге һуҡмаҡ –
Ҙур юлдарға тартҡан бейеклек,
Ул үҙе лә үҙәндәрҙән түгел,
Тау һыртынан килә – бейектән!
Бөйөк Ебәк юлы кеүек мәшһүр
Эҙҙәр ҡалһын өсөн тарихта,
Төпкөлдәрҙә тыуған яҡты моңдо
Оҙатыу бар алыҫ тарафҡа.
Ҡәнифәнең юлы тоташтыра
Борон заман, бөгөн заманды,
Ижади уй, аҡыл балҡыштарын,
Ҡара урман менән даланы.
Шиғриәт баҡсаһында – халыҡсан геройҙар һәм халыҡсан тормош күренештәре

Йомабикәнең геройҙары араһында “Ҡурай” ҙа бар. Ҡурайға арналған шиғырҙар бар. (“Мин үҙеммен һаман” исемле йыйынтыҡ күҙ алдында тотола). Ике осраҡта ла ул йәнләндерелеп, башҡорт милләтен, Уралҡайҙы, башҡорт ил-ерен һынлан­ды­рыусы тере йән эйәһе шикелле шиғриәтләштерелә.

Донъяла ул бары берәү генә,
Башҡортостан кеүек берҙән-бер,
Үҙ тауышы итеп йәшәү өргән
Тамыр ебәргәндән тыуған ер.

Милләтебеҙ ниндәй, ҡурай шундай:
Тик тәбиғәт – барса булмышта,
Ябай ғына, ә тылсымы сикһеҙ,
Эскерһеҙ көй булып тулышһа.

“Ҡурай” исемле икенсе шиғыр мәшһүр ҡурайсы Сәйфулла Дилмөхәмәтовҡа арналған. Бында инде ысын кеше менән ҡурай исеме тылсымлы йән булып ойоша.

Ҡурай – ҡурайҡайым,
Урал – Уралҡайым.
Урал тауҡайҙары күк икән,
Уралҡайың өсөн, ай, һыҙланһаң,
Йөрәк моңдарыңды түк икән.

Уралҡайым, сорналғанһың моңға,
Ихласлыҡ та тигән алтынға,
Ихласлығын һаҡлап ҡала алыр
Сабырлыҡ бар әле халҡымда.

Ҡурай тураһында шиғырҙар башҡорт фольклорындағы ҡобайыр һәм эпос рухын хәтерләтә, шағирә ижадына олпатлыҡ, халыҡсанлыҡ өҫтәй.
Ә хәҙер Йомабикә Ильясова ижад иткән икенсе бер төркөм геройҙарға мөрәжәғәт итәйек. Улар – Әсә һәм Бала образдары. Шағирә үҙенең әсәһенә, балаларына арнап тиҫтәләгән шиғырҙы үҙ эсенә алған цикл ижад иткән. Уларҙа биографик мәл төп урында торһа ла, кешелек аҡылы, кешелектең йәшәү ҡанундары дөйөмләштерелә.
Әсәгә (әсәһенә) һәм балаға (балаһына) арналған төркөмөндәге шиғырҙар: “Әсәйемә”, “Таңсулпанға”, “Ике балам”, “Бала саҡ”, “Камиләгә, ейәнсәремә”. Был төркөм шиғырҙарҙың уртаҡ йөкмәткеһе “Хушлашыу” әҫәрендә дөйөмләштерелгән кеүек.

Ғүмереңде эшләп үткәрһәң дә,
Нәфис ине, әсәй, ҡулдарың,
Мин әле лә күңелемдә тоям
Ихлас йылылығын уларҙың.
Беҙгә икмәк һалған, күлдәк теккән,
Һыу эсергән изге ҡулдарың…
Ай-ҡояштай улар алмаш-тилмәш
Кескәй донъябыҙҙы ураны.
…Һәм иҫемдә һуңғы ул хушлашыу
Минең ҡулды ҡыҫҡас усыңа.
Ысҡындырмай оҙаҡ-оҙаҡ тоттоң,
Һиҙемләүең булды ысынға.

Бары тик өс строфа… Ә шунда әсәйҙең яҡынлығы, ябайлығы-бөйөклөгө, ҡәҙере хаҡында йөрәккә үтеп инерлек итеп әйтеп бирелгән.
Әсәгә – бала ғәзиз, балаға – әсә иң ҡәҙерле йән.
Таңсулпан ҡыҙына арналған шиғырҙа ла һүҙ мәңгелек хәҡиҡәткә барып тоташа.

Елгә эләккән ут кеүек
Бәргеләнәһең, балам,
Бала саҡтан донъя һине
Ныҡлыҡҡа һынай һаман.

Аҡылың бар, күңелең саф,
Бер йомартланыр тормош,
Бары килгән ауырлыҡты
Еңел үтергә тырыш.

Шул аңлашыла: хатта “шәхси шиғыр” тип иҫәпләнерлек әҫәрҙә лә Йомабикә фекерҙе оло донъяуи дөйөмләштереүгә йүнәлтә. Нәҡ бына ошондай эскерһеҙлек, ғәҙәти ысынбарлыҡҡа яҡынлыҡ Йомабикәнең шиғриәтендә тормошсанлыҡ һәм халыҡсанлыҡ рухын тәрәнәйтә, күргәҙмәлелекте көсәйтә.

Әҙәби тел ҡаҙнаһын байытыр үҙенсәлекле тос өлөш

Йомабикә Ильясованың һуңғы йылдарҙа баҫылып сыҡҡан шиғыр йыйынтыҡтары менән танышҡан уҡыусылар шундай бер күренешкә мотлаҡ иғтибар иткәндер: шиғырҙар көсөргәнешле фекер-уйланыуҙар менән тулы. Уларҙан тәрәнлек һәм бейеклек бөркөлә. Шиғыр юлдары, һүҙҙәр, строфалар бер-береһенә шул тиклем тығыҙ берләшкән, беше береккән, әйтерһең дә, улар донъяға ошолай яратылған, ошолай булып үҫкән. Һәр һүҙ – үҙ урынында, үҙенә тәғәйен фекерҙе аңлата. Ошо үҙенсәлекте тотоп алған өлкән шағир Муса Ғәли әле ике меңенсе йылда ошондай юлдарҙы яҙған: “…Телдең ул үҙ фекеренә тап килгәнен һайлай, яңы донъя асам, тип яһалма метафоралар менән мауыҡмай. Образдың тап үҙенең иҫәп-самаһына тап килгәнен таба”, тип бик тапҡыр билдәләгәйне. Ә Ғайса Хөсәйенов былай әйткән: “Уның күпселек шиғырҙары фекер тығыҙлығы, хис-тойғолар гаммаһы, тасуири биҙәктәр уйнаҡлауы, төҫ-моңдар төрлөлөгө һәм, нигеҙҙә, асыҡ, тапҡыр әйтелеше менән хайран итә”. Нескә күҙәтеүсәнлек һәм тынғыһыҙ уйланыусанлыҡ хас шағирәгә. Күҙгә төртөлөп торған ысынбарлыҡты теркәп ҡуйыу ғына аҙ уға. Ошо ысынбарлыҡтан сығып, йәшәйеш асылы, мәңгелек хәрәкәт, барҙан юҡ булыу, юҡтан бар булыу, шатлыҡ һәм ҡайғы-хәсрәт, мөхәббәт һәм нәфрәт кеүек мәңгелек төшөнсәләр тураһында тәрәнгә төшөп йәки бейеклеккә бағып уйланыуҙар хас Йомабикәнең шәхси хосусиәте өсөн.
“Муйыл” шиғырындағы тәүге ике строфа – ошоға бик асыҡ миҫал.

Түгә муйыл, һибә сәскәләрен,
Яуа улар талғын, ел тынған,
Әйтерһең дә, күҙҙе арбап ҡына
Таралырға тыуған аҡ томан.

…Ә был ерҙә нимә ғүмерлек һуң,
Хатта кәкүк һанай көндәрҙе,
Һағындырып ҡына килгән яҙ ҙа
Һис һиҫкәнмәй ҡоя гөлдәрҙе.

Күп нәмәләр инде тетрәндермәй,
Юғалтыуға күнгән күңелем,
Мин аңланым күптән бәхеттең дә
Сикһеҙ шатлыҡ ҡына түгелен.

Муйыл сәскәләренең ҡойолоуы… Ғүмерҙең, ваҡыттың сикле икәнлеге… Мәңгелек хәҡиҡәт хаҡындағы юғары уй-фекер тәбиғи ағышына ҡаршылыҡ тыуҙырмайынса барлыҡҡа килә.
Күҙәтеүсәнлек һәм уйланыусанлыҡты үҙ эсенә йомған был ике строфа ни тиклем ҡәҙерле һүҙ-биҙәктәрҙән туҡылған. Талғын ғына һибелгән муйыл сәскәләре, әйтерһең дә, “таралырға торған аҡ томан”.
Бында һәр һүҙ, һәр строфа шағирә әйтергә теләгән фекерҙе бирә, телдең фекергә тап килгәне һайланған. Строфалар ҙа шағирәнең әйтер фекеренә тап килгәнсә ойошторолған. Беренсе строфала ысынбарлыҡтың бер күренеше тасуири һынлана. Икенсе строфала уй-фекер асылы картиналы үрелә.
Йәнә шуныһы бар: күҙәтеүсәнлек тә, уйланыусан­лыҡ та һүҙ-хәбәр рәүешендә түгел, ә нағышлы тасуирлау аша хәл ителгән.
Тормош ысынбарлығы ла, рухи донъя ысынбар­лығы ла ысын шиғриәттәгесә образлаштырылған.
Йомабикә Ильясованың хәҙерге башҡорт поэзияһында үҙенсәлекле, башҡаларға оҡшамаған үҙ урыны бар. Уның шиғыр китаптары – тәрән фәлсәфәүи фекер, поэтик образлылыҡ саралары, афористик тапҡырлыҡ һәм үткерлек йәһәтенән сағыу ижад күренеше. Тормошсанлыҡ, халыҡсан­лыҡ, шиғри камиллыҡ сифаттары буйынса был ижад – хәҙерге башҡорт әҙәбиәтенең етди ҡаҙанышы.

Тимерғәле КИЛМӨХӘМӘТОВ,
филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре.




Вернуться назад