“Осҡон”дан ҡабынһын ялҡын16.08.2016
Йәй. Сағыу ҡояшлы, шифалы ямғырлы, хуш еҫле сәскәле йәмле йәйҙең иң сағыу, иң эҫе мәле. Бейек тау буйҙары, киң яландар күптән аллы-гөллө сәскәләргә күмелгән. Туғайҙарҙа, болондарҙа бал еҫе аңҡый, күпереп йәшел үлән үҫә. Иртәнән кискә тиклем шат ҡоштар һайрай. Көн оҙон, йылы, хатта эҫе. Шул айҡанлы йәштәр һәм бала-саға көндәр буйы йылға буйында юғала. Ә кисен йәйге ҡояш байып та өлгөрмәй, көнсығыш алһыулана башлай.

Эйе, йәйен тәбиғәт шул тиклем матур. Рәхәтләнеп ял итергә, бесән сабырға, еләккә йөрөргә, һыу инергә, дуҫтар менән таңға тиклем усаҡ янында ултырырға һәм башҡа һыуыҡ ҡышҡы кистәрҙә һа­ғынып-һағынып иҫкә алырлыҡ эштәр башҡарырға иң уңайлы ваҡыт. Уҡыу тураһында иҫлә­мәйһең дә. Атай-әсәйгә йорт ихатаһында булышһаң, баҡ­сала түтәлдәрҙе ҡарашты­рырға, бесән сабышырға ярҙам итһәң, ҡалған ваҡыт тулы­һынса һинеке. Шуға ла был мәл кино төшөрөргә иң отошлоһо, тип уйлайым. Мәҫәлән, берәй камера тотоп, ауылда көн буйы йөрөһәң, бынамын тигән видеофильм әҙерләп була.
Ә ни өсөн ауылмы, сөнки унда ғәжәйеп ҡабатланмаҫ локация­ларҙың күплеге хайран ҡалдыра. Ауыл булмаһа, урман-тауҙарҙы гиҙергә була.
Ни өсөн видео тураһында иҫкә төшөрәмме, сөнки Силәбе өлкә­һенең Башҡорт йәштәре иттифағы ойошмаһы үткәргән “ОСҠОН” башҡорт видеоһы конкурсына ғаризалар ҡабул итеү хаҡында иғлан ителде.
Быйыл бүләкләү фондының күләме дүрт тапҡырға арттырылды һәм 200 000 һум тәшкил итә. Ойоштороусылар белде­реүенсә, был әле сик түгел. Унан тыш, номинациялар ҙа үҙгәреш кисерҙе. Анимация­ландырылған һәм документаль фильмдарға, видео сәнғәтенең яңы төрө – оҙайлығы 30 секунд булған микрокино өҫтәлде. Бер йыл элек үткән конкурстан нәфис фильм һәм социаль видеоролик номинациялары ғына үҙгәрешһеҙ ҡалды.
Ғаризалар 2016 йылдың 30 ноябренә тиклем ҡабул ителә. Тимәк, һәр кемдең үҙ видеофильмын төшөрөп өлгөрөргә мөмкин­леге бар. Конкурста 2015–2016 йылдарҙа төшө­рөлгән башҡортса фильмдар һәм видеороликтар ҡатнаша.
Былтыр конкурсҡа төрлө номинацияла алтмышлап эш тапшырылды, ә йомғаҡлау ҡыш Силәбе ҡалаһында фес­тивалдә үткәрелде. “ОСҠОН-2015” конкурсында еңгән 12 кешегә аҡсалата бүләк тапшырылды.
Минеңсә, оҙон юл бәләкәй генә аҙымдарҙан башлана. Башҡорт кинематографияһы киләсәктә тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә күтәрелһен өсөн беҙ бөгөн үк эш алып барырға тейешбеҙ. Илебеҙҙә Рәсәй киноһы йылы тип иғлан ителгән 2016 йылда осҡондан ялҡын ҡабынһын.






Вернуться назад