“Толпар” еңеүселәрҙе билдәләне16.08.2016
Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында Рәсәй киноһы йылына арналған III “Толпар” республика балалар һәм үҫмерҙәр теле-кинофестивале уҙғарылды. Уның барышында оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо, Башҡортостандағы танылған режиссерҙарҙың фильмдары күрһәтелде.
Конкурста Ейәнсура, Әбйәлил, Баймаҡ райондарынан, Санкт-Петербург, Өфө, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй ҡалаларынан уҡыусылар, студенттар, балаларҙың ижади коллективтары, мәктәп берекмәләре, өҫтәмә белем биреү учреждениеларындағы студиялар ҡатнашты. Фестиваль йомғаҡтарына ярашлы, Алена Козлованың “Үҫмер тормошо” – иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм, Ильмира Илназарованың “Сауаб”ы – иң яҡшы нәфис фильм, Зәриә Моратованың “Рәми Ғарипов”ы – иң яҡшы документаль фильм, Бәләбәйҙәге башҡорт гимназия-интернаты студияһының “Донъяға – тыныслыҡ!” фильмы иң яҡшы анимациялы фильм тип танылды. Диана Ейәнғолова “Айлу” фильмы өсөн иң яҡшы оператор һәм режиссер итеп билдәләнде. “Реаль сценарий” фильмының сценарийы иң яҡшыһы тигән баһа алды. “Үҫмер тормошо”нан Рәфил Әйүпов – иң яҡшы ир-егет роле, “Сауап” фильмынан Айым Илғыуатова иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле тип танылды.
– Фестиваль өсөнсө йыл рәттән уҙғарыла. Һөҙөмтәләр ҡыуанырлыҡ. Беренсе йылда конкурста ни бары һигеҙ фильм ҡатнашты, икенсеһендә – 21. Ә быйыл иһә һайлап алыу турынан 28 фильм үтте. “Толпар” республикала киноны һәм телевидениены үҫтереүгә, профессиональ кадрҙарҙы арттырыуға булышлыҡ итәсәк тип уйлайым, – тине фестивалдең директоры Рәфис Ҡойбағаров. – Сарала ҡатнашҡан балалар һәм үҫмерҙәр киләһе йыл яңы фильмдар менән киләсәк.