Бер ғаиләнән ике киномеханик16.08.2016
Йылайыр районының бәләкәй генә Сәләх ауылында йәшәгән Таһировтар ғаиләһендә бер түгел, ике киномеханик. Яҙмыш шулай ҡушҡандыр, Шәмсетдин ауылы егете Ҡорманғәле Сәләх ауылы һылыуы Fәлиә менән ҡауышҡас, ҡыҙҙың ауылында йәшәргә хәл итәләр. Яңы ғына өйләнешкән йәштәрҙең тормошо кинонан башлана, тиһәк тә хата булмаҫ.

“Башҡорт” совхозының Ҡыпсаҡ бүлек­сәһендә тракторсы булып эшләп йөрөгән сағында ғаилә башлығына уйламаған ерҙән киномеханик һөнәрен үҙләштерергә тура килә. Йәш саҡ – дәртле саҡ. Шулай итеп, әзмәүерҙәй егет көндөҙ тракторҙа бесән сапһа, кистәрен ауыл халҡына кино күрһәтергә ашыға.
– Мин килгәндә Сәләхтә Рәмов Хөснулхаҡ ағай киномеханик булып эшләй ине. Олоғайғанғамы, ул был шөғөлөн ташланы. 1969 йылдың майында Йылайыр кино-видео селтәренә барып эшкә урынлаштым. Ул ваҡытта унда Василий Михайлович Варворкин директор ине. Йылайырҙа бер айлыҡ курс үткәндән һуң, Өфөнән килгән белгес алдында һынау тоттоҡ. Имтиханды уңышлы биргәс, миңә 3-сө разрядлы киномеханик танытмаһы биреп, күсмә киноаппаратура тапшырҙылар. Шулай итеп, тар таҫмалы “Украина” аппараты менән Сәләх, Бараҡал, Һаҡтау ауылдарына һәм Һыҙғы, Ялан йылғаһы, Стан туғайы йәйләүҙәренә йөрөп кинофильмдар күрһәтә башланым. Аппаратура һәм кино таҫмалары һалынған һауыттарҙы ике сумаҙанға һалып алам да тракторға, мотоциклға йәки ат арбаһына ултырып кино ҡуйырға юлланам. Fәлиә менән Һаҡтауға велосипедта барып, кино ҡуйған саҡтар ҙа булды.
…Эх, ул ваҡыттарҙа бигерәк күңелле йәшәнек шул. Ҡара таңдан кискә тиклем совхоз баҫыуҙарында тир түгеп ҡайтаһың. Киске сәғәт 10-да кино күрһәтергә бараһың. Афишаны ла үҙем яҙҙым. Барыһына ла өлгөрөргә кәрәк. Мәҫәлән, Йылайырҙан “Угрюм река” фильмын барып алып ҡайттым. Дүрт сериялы киноны ике көндә ҡуйып бөтөргә, тип бирҙеләр. Шулай итеп, төнө буйына халыҡҡа кино күрһәтеп, өйгә төнгө сәғәт 3-4-тә генә ҡайтып ятҡан ваҡыттар ҙа булды. Иртәгәһенә таң һарыһынан тракторға ултырып, баҫыуға юлланырға кәрәк, – тип хәтер йомғағын һүтә әңгәмәсем.
Ысынлап та, бер юлы совхозда эшләп, кино ҡуйып йөрөү өсөн күпме дәрт, көс кәрәк. Ҡорманғәле Әбделғәләм улының сыҙам­лылығына, эшһөйәрлегенә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Ул кинофильмдарҙы Йылайыр киновидеоселтәренән йәки Йомағужа клубынан ташып күрһәткән. Ай һайын эше буйынса отчет биреп барған.
– Элек кешелә телевизор булманы. Оҙаҡламай Сәләх клубына стационар киноаппаратура ҡуйҙылар. Күптәр кино ҡарарға клубҡа йөрөнө. Билет хаҡы ололарға – 20, балаларға 5 тин ине. Халыҡ бигерәк тә һинд киноларын яратып ҡараны. Клубта хатта баҫып торорлоҡ та урын ҡалмай торғайны, – ти Ҡорманғәле Әбделғәләм улы.
Өйләнешкән ваҡытта магазинда һатыусы булып эшләгән Fәлиә Кинйәғәле ҡыҙын 1975 йылда Сәләх клубына мөдир итеп ҡуялар. Шулай итеп, улар бергәләшеп урындағы халыҡты мәҙәниәткә ылыҡтырыу эшен алып бара. Ҡорманғәле олатай ауылдар буйлап кино ҡуйғанда Fәлиә инәй ҙә уның менән бергә йөрөй. Иренә ярҙамлаша торғас, үҙе лә кино ҡуйырға оҫтарып ала. 1976 йылда Ҡорманғәле олатай киномеханик эшен ҡатынына тапшыра. Үҙе башкөллө совхоз эшенә сума. Ул оҙаҡ йылдар Ҡыпсаҡ һәм Бараҡал бүлексәләренең идарасыһы була. Артабан “Һабыр” совхозы директоры, Ҡәнзәфәр ауыл хакимиәте башлығы вазифаларында эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Ә Fәлиә Кинйәғәле ҡыҙы Сәләх һәм Бараҡал ауылдарында кино ҡуя, мәҙәни саралар ойоштора. Fәлиә инәйҙең балалары менән клубҡа барып, кинозалда йәки аппараттар торған бүлмәнең тәҙрә уйымынан кинофильмдар ҡарағаныбыҙ әле лә хәтеремдә. Ҡунаҡ ҡыҙы булараҡ, миңә киноны бушлай күрһәттеләр. Иҫләүемсә, Fәлиә инәй 1992 йылға тиклем кино ҡуйҙы. Һуңынан бөтә район буйынса кино селтәрҙәре эше туҡта­тылды, сөнки киң таҫмалы кинофильмдарға алмашҡа сит ил видеофильмдары килде. Хәллерәк йәшәүсе ауыл кешеләре видеомагнитофон, видеокассеталар һатып алып, клубта кино күрһәтер ине. Аҙаҡ бындай видеоаппаратуралар һәр өйҙә тиерлек булды. Кешеләр бөтөнләй кинотеатрҙарҙы онотто. Был – бик үкенесле хәл, сөнки элегерәк, бигерәк тә Советтар Союзы осоронда сыҡҡан кинофильмдарҙың тәрбиәүи яҡтан роле ҙур булды. Күпме быуын А. Гайдайҙың, В. Шукшиндың, Э. Рязановтың, С. Бондар­чуктың, Н. Михалковтың фильмдарын ҡарап үҫте.
Киномеханик һөнәренең бар үҙенсә­лектәрен яҡшы белгән, кино сәнғәтен үҙ иткән Fәлиә һәм Ҡорманғәле Таһировтар ҙа йыш ҡына шул йылдарҙы һағынып иҫкә ала. “Беҙ бар ғаиләбеҙ менән кино сәнғәтен яраттыҡ. Ике ҡыҙыбыҙ һәм ике улыбыҙ ҙа матур совет киноларын ҡарап үҫте. Ауыл клубтарында кинофильмдар күрһәтеүҙе яңынан тергеҙһәләр, яҡшы булыр ине. Йәштәр, уҡыусы балалар патриотик рухтағы фильмдарҙы ҡарап фәһем алыр ине”, – ти Fәлиә Кинйәғәле ҡыҙы.
Эйе, бик хаҡ һүҙҙәр. Үҙебеҙҙә төшөрөлгән матур сюжетлы йәнһүрәттәр һәм кинофильмдар күп бит. Киләсәктә кинотеатрҙарҙы ҡалаларҙа ғына түгел, ә ауылдарҙа ла тергеҙергә ине. Юҡһа, бар халыҡ өйҙәренә йомолоп, телевизорҙан йәки Интернет аша еңел-елпе тапшырыуҙар ҡарап тик ултыра.
Бар ғүмерен мәҙәниәт һәм кино сәнғәтенә бағышлаған Fәлиә Кинйәғәле ҡыҙы Таһированың тормошо үҙе үк матур киноға торошло. Уның намыҫлы хеҙмәте район етәкселегенең бихисап Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Йәмәғәт эшендә ҙур әүҙемлек күрһәтеүсе ханым биш тапҡыр Ҡәнзәфәр ауыл Советына һәм ике тапҡыр район Советына депутат итеп һайлана. Оҙаҡ йылдар ауыл Советында һәм Сәләх ауылында Ҡатын-ҡыҙҙар советына етәкселек итә. Ихтирамлы, кешелекле һәм кеселекле инәйемде ауылдың Ағинәйҙәр клубы рәйесе итеп һайлап ҡуйғандар. Сәләх ауылы тормошона йәм биреүсе Таһировтар кесе улдары Рәмистең ғаиләһе менән бергә татыу ғүмер кисерә. Бәхетле ата-әсә балаларының, килен-кейәүҙәренең һәм ете ейән-ейәнсәренең уңыштарына ҡыуанып йәшәй.









Вернуться назад