Тамашасыға ниндәй спектакль кәрәк?16.08.2016
Тамашасыға ниндәй спектакль кәрәк? Өфө “Нур” татар дәүләт театрында премьера: коллективтың яңы баш режиссеры Байрас Ибраһимов Туфан Миңнуллиндың “Алты ҡыҙға бер кейәү” исемле пьесаһы буйынса спектакль сығарҙы.


Театрҙа утыҙ йәштән иллегә тиклем бик күп актрисалар эшләй. Ошо йәһәттән спектакль бик отошло – унда, ике составты һанағанда, ун ике актриса өсөн роль бар. Был да пьесаны репертуарға алыуға этәргес булғандыр. Икенсе этәргес – бөгөнгө көндөң иң оло бәләләренең береһе – яңғыҙлыҡ темаһы. Хатта яңғыҙлыҡ та түгелдер, әҙәм балаһының йылы һүҙгә мохтажлығы тураһында был әҫәр.
Спектаклдәге берҙән-бер ир-ат – алтмышҡа еткән Рәхмәтулла – үҙенән күпкә йәшерәк ҡатын-ҡыҙҙың һәр береһенә, икәүҙән-икәү ҡалғанда, бер үк һүҙҙәрҙе әйтә: “Һин шундай сибәр!” – һәм тегеләре иреп төшә, уға ғашиҡ була. Ҡатын-ҡыҙ ҡолағы менән ярата, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Рәхмәтулланың ул һүҙҙәре шул тиклем ябай, примитив, ураған һайын ҡабатлап һәр ҡатын-ҡыҙға әйтелгәс, көлкө яңғырай, әммә героинялар был хаҡта уйламай, улар шул һүҙҙе ишеткеләре килә, шул һүҙҙе ишетеү өсөн буяна, биҙәнә, матур күлдәктәр кейә. Шулай булғас, Рәхмәтулланың һүҙҙәрендәге примитивлыҡҡа төкөрөп бирә улар.
Икенсенән, Рәхмәтулла тыңлай белә. Ҡатын-ҡыҙға шул кәрәк тә инде, тыңлаусы булғас, улар рәхәтләнеп иргә күңел серҙәрен сисә. Әлбиттә, актерға уларҙы тыңлағанда оҙаҡ ҡына өндәшмәй ултырыуы ауыр. Ошо ролде башҡарыусы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рушат Мөҙәрисовтың һөйләүсе ҡатын-ҡыҙҙың һүҙҙәренә ҡыҙыҡлы ғына реакциялары етерлек кеүек. Шулай ҙа актер менән режиссерға ошо йәһәттән мизансценаларҙы байытыу хаҡында уйланаһы урындар бар.
Тамашасыға ниндәй спектакль кәрәк?“Иртәнсәк эшеңә ашҡынып бар, кискеһен өйөңә шатланып ҡайт” тигән әйтем бар халыҡта. Шул саҡта ғына кеше бәхетле була, тиҙәр. Әҫәрҙең героинялары ана шул һүҙҙәрҙең “өйгә шатланып ҡайт” тигән өлөшөнән мәхрүм. Өйҙәрендә яҡындары, ирҙәре булған хәлдә лә, Рәхмәтулла кеүек “һин шундай сибәр” тип әйтеүсе, уларҙы онотолоп тыңлаусы юҡ, күрәһең, шуға улар бәхетһеҙ. “Кызыл таң”дағы интервьюһында спектаклдә уйнаусы актриса Ирина Ғәниева: “Бәхет өсөн күп кәрәкмәй, – ти, – бер йылы һүҙ, йылмайыу, өндәшмәй генә тыңлай белеү етә”. Бына ошо күңел йылыһы хаҡында спектакль.
Ысынлап та, беҙ барыбыҙ ҙа өйгә ҡайтҡас, донъя мәшәҡәттәренә сумабыҙ, ҡатын-ҡыҙ бигерәк тә. Улар ашарға бешерә, кер йыуа, өй йыйыштыра, бала ҡарай. Уның һөйләшеп ултырырға, ирен тыңларға ваҡыты юҡ. Ә эштә ҡатын-ҡыҙ үҙен иркенерәк тота, ләстит һатырға ла, шаярып алырға ла, башҡаларҙы тыңларға ла мөмкинлеге табыла. Бына ошо хаҡта ул пьеса. Һүҙ юҡ, әҫәр бик актуаль теманы күтәрә. Кеше күңеле хаҡындағы теманы, кеше күңеленә ни етмәй, етеш тормошта йәшәп тә ни өсөн кеше бәхетһеҙ була? Ул тема бигерәк тә беҙҙең зыялылар, театр белгестәре өсөн ҡыҙыҡлы булды. “Ә ябай тамашасыларға?” – тип һорарһығыҙ. Уларға ла оҡшаны спектакль. Әммә уларҙы, нигеҙҙә, икенсе проблемалар уйландыра, урындағы проблемалар борсолдора. Ярай, был хаҡта артабан туҡталырмын, әлегә режиссер эше тураһында бер-ике һүҙ әйтмәксемен.
Байрас Ибраһимовтың спектаклгә күңел һалып эшләүе күренеп тора. Ул эпизодтарҙы байытыусы бик күп өҫтәмә деталдәр (мәҫәлән, һәр героиняның холҡона бәйле үҙ сәскәһе булыуы һ.б.), бейеүҙәр, йырҙар индергән. Сценография менән хореографияларҙың зауыҡ менән эшләүе лә режиссер тырышлығы арҡаһында тыуғанлығы һиҙелеп тора. Һәм был компоненттар спектаклде бермә-бер байыта, биҙәй. Тамашаны сәхнәгә сығарыу өсөн Ибраһимов үҙенең яратҡан командаһын йыйған (әйткәндәй, һәр режиссер күңеленә яҡын ижадташтары менән эшләргә тырыша). Спектаклдең рәссамы – Альберт Нестеров, композиторы – Ришат Сәғитов, хореографы – Рәмизә Мөхәмәтшина. Был да тамашаның кимәлен күтәреүгә ныҡ ярҙам иткән. Бигерәк тә композиторҙың эше оҡшаны. Шағир Илдус Фазлетдинов шиғырҙарына яҙылған көйҙәр урынлы (спектаклдең идеяһын асыуға ярҙам итә), күңелгә үтеп инә, халыҡҡа аңлайышлы.
Спектаклдәге күп кенә бейеүҙәр, йырҙар бик отошло килеп сыҡҡан, һәр хәлдә, шул урындарҙы тамашасы ҡыҙыҡһынып, хатта ҡул сабып ҡарай, һүҙ юҡ, режиссер үҙенең эше менән дә, командаһының хеҙмәте менән дә ғорурлана ала.
Актерҙарҙың эше хаҡында күп һөйләп тормайым. Улар автор биргән материалды – маҡсатты, характерҙы, идеяны асыр өсөн бар көсөн һалған һәм ҡыҙыҡлы ғына образдар тыуҙырған. Әгәр кемеһендер айырып алып һөйләргә йыйынмайым икән, бында уларҙың ғәйебе юҡ, тимәк, күңелгә һеңерлек образдар кәрәкле кимәлдә автор тарафынан тыуҙырылып етмәгәндер. Ғөмүмән, был пьеса Туфан Миңнуллиндың ижадына хас түгел.
Туфан ағай иң алда нимәһе менән алдыра ине? Көслө, аныҡ характерҙары менән отошло ине уның пьесалары. Миңнуллиндың әҫәрҙәрендә геройҙарҙы сюжет алып йөрөмәй, характерҙар үҙҙәренә кәрәкле сюжетты үҙҙәре тыуҙыра. Уның Әлмәндәр (“Әлдермештән Әлмәндәр”), Солтан (”Йырҙарым-туғайҙарым”), Нурғәли (”Шулай булды шул”) образдарын хәтерләү ҙә етә. Ул геройҙар аныҡ маҡсаты, баҙыҡ характеры менән хәтерҙә ҡалған. Был әҫәрендә Туфан Миңнуллин алдан ҡоролған сюжетҡа характерҙарҙы һыйҙырырға тырышҡан. Әлбиттә, күп драматургтар, шул иҫәптән мин дә, шулай эшләйбеҙ. Әммә үрҙә әйткәнемсә, Миңнуллиндың эшләү ысулы икенсе.
Әҫәрҙә талғын ғына сюжет булғанға ваҡиғаларҙың ваҡлығы, тышҡы конфликттың сибеклеге (эске конфликт бар ул) тамашаны йотлоғоп ҡарарға бирмәй, актерҙарға сәхнә тултырып уйнау мөмкинлеге тыуҙырмай (талғын сюжет үҙе характерҙарҙы ҡыҫа). Әммә режиссер тырышҡан, матур мизансценалар тапҡан, шуға ла геройҙарҙың күп кенә ҡыланыштары мәҙәк. Әммә арттырып ебәреүҙәр ҙә юҡ түгел. Етмәһә, сәхнәлә тамашасы, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ көткән, уларҙың күңелен иреткән аныҡ мөхәббәт юҡ. Рүзиләнең телефон аша һөйөклөһө менән һөйләшеүе, Рәхмәтуллаға булған платоник мөхәббәттәр тамашасыға ҡыҙыҡ түгел. Улар сәхнәлә ысын мөхәббәтте күргеһе килә.
Шуны оноторға ярамай: әҫәрҙең темаһы, идеяһы шәп булыуы мөмкин, әммә драматургияның инҡар итмәҫлек, кәрәкле элементтары эшләнеп етмәһә (көслө башланғыс ваҡиға, сюжеттың тиҙ үҫеүе, ҡеүәтле конфликт, баҙыҡ ваҡиғалар, үҙенсәлекле характерҙар, һағышлы мөхәббәт), режиссер һәм актерҙар күпме генә тырышмаһын, тамашасы яратып ҡарарлыҡ спектакль тыуҙырыуы шикле. Туфан ағайҙың был пьесаһында шул талаптар тулыһынса үтәлмәгән тип әйтә алмайым, әммә режиссер менән актерға ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар тыуҙырған. Шул сәбәпле спектакль оҙонораҡ кеүек тойола, ҡайһы бер урындарҙа иғтибар кәмей, сюжет туҡталып ҡалғандай.
Һүҙ ҙә юҡ, был спектаклде театр белгестәре, ижади зыялылар маҡтаясаҡ. Ә ябай тамашасылар? Ошо ерҙә шуны әйтмәксемен: йәшерәк саҡта беҙ Байрас Надим улы менән был темаға йыш ҡына бәхәсләшә торғайныҡ. Ул юғары идеялар менән һуғарылған, актерҙар өсөн икенсе пландағы, күҙгә күренмәгән көслө һәм ҡыҙыҡлы конфликтҡа таянған спектаклдәр ҡуйырға тырыша ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ябай тамашасы ана шул йәшерелгән эске конфликтты аңлап етмәйме, һиҙмәйме, ундай тамашаларға барырға ашҡынып тормай.
Ябай тамашасы юғары идея йәки күңел һыҙлауы тураһындағы әҫәргә ҡарағанда, тышҡы конфликты ярылып ятҡан спектаклдәр ҡарарға ярата. Улайһа, нимә? Тәрән мәғәнәле, ҙур идеялы, көслө подтексҡа (режиссер менән актерҙарҙың иң яратҡан нәмәһе) ҡоролған спектаклдәр ҡуймаҫҡамы? Унан башҡа һәр театр эксперименталь, модерн әҫәрҙәр сығарырға ла теләй бит әле. Булһын ундай спектаклдәр ҙә. Әммә улар репертуарҙың 5-10 процентын ғына тәшкил итергә тейештер. Ә ҡалған 90-95 процент әҫәрҙәр ябай тамашасы өсөн ҡуйылырға бурыслы, сөнки беҙҙең театрҙарға йөрөүселәрҙең төп өлөшөн улар тәшкил итә бит.
Ошо ерҙә тамашасыны “ҡайһы проблема борсой, ул ниндәй спектаклдәрҙе яратып ҡарай?” тигән һорау тыуа. Тамашасы төрлө була, тиер берәү. Дөрөҫ, ә бөтә театрҙарға, шул иҫәптән “Нур” театрына ла тамашасының, нигеҙҙә, ике төрлөһө йөрөй: ижади, милли зыялылар һәм ябай һөнәр кешеләре (эшселәр, инженерҙар, һатыусылар, уҡытыусылар, врачтар һ.б.). Театрҙың төп тамашасыһын ана шул икенсе төрлөһө тәшкил итә лә инде – улар дөйөм һандың 90-95 процентын алып тора. Ә тәүгеләренә барлығы 5-10 процент эләгә – был Өфө масштабында барлығы 200–250 кеше. Әгәр театр улар өсөн ҡуйһа тамашаһын, спектаклде ике-өс тапҡыр уйнағандан һуң (теге 250 тамашасы ҡарап бөткәс), залда кеше ныҡ һирәгәйәсәк.
Ә инде икенсе ҡатлам тамашасы өсөн эшләнгән спектаклдә халыҡ оҙаҡ йылдар буйы өҙөлмәйәсәк. Бында йүкә телефондың әүҙем эшләүен дә оноторға ярамай. Бынан сығып һәр театр ошо ике типтағы тамашасыны ниндәй темалар, ниндәй проблемалар борсоған­лығын, ҡыҙыҡһындырғанлығын аныҡ белергә тейеш. Икенсе типтағы тамашасылар, нигеҙҙә, ябай, аңлайышлы, ерле проблемалар хаҡындағы етеҙ сюжетлы, ваҡиғаларға бай, көслө конфликтлы спектаклдәр ҡарарға ярата. Күп һөйләшеүҙәрҙе, уйланыуҙарҙы, күңел әрнеүҙәре арҡаһында үрһәлә­неүҙәрҙе үҙ итмәй улар. Ә нимә керә һуң ябай, аңлайышлы, ерле проблемаларға? Ғөмүмән, барса әҙәм балаһын өс төрлө һорау борсой: ул – йәшәү урыны, финанс мәсьәләләре (бында белем алыу, эш хаҡы һәм урыны, карьера керә) һәм мөхәббәт (быға ҡатын-ҡыҙ менән ир-ат мөхәббәте лә, балаларыңды, атай-әсәйеңде, тыуған яҡты яратыу ҙа инә). Ошоно беҙ һәр ваҡыт иҫтә тоторға тейешбеҙ.
Дөйөм алғанда, театр етәкселеген һәм актерҙарҙы тәрән мәғәнәле, юғары идеялы спектакль менән ҡотлайбыҙ һәм яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ.


Вернуться назад