Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, алты китап авторы Лира Яҡшыбаеваны “Мөжәүир хәҙрәт”, “Ғабдулла Сәйеди” исемле китаптары аша беләм.
Күмертау ҡалаһында үткән осрашыуға шатланып килдем.
“Һылыубикә”, “Бөтәбеҙгә бер Ер шары”, “Ылыҫлытау ыласыны”, “Бәхетең үҙең менән”, “Урман әбейе”, “Ҡатындар”, “Вәрәҙекүл аҡсарлағы”, “Исемем Салауат булһын”, “Һынауҙарҙан туҡылған яҙмыш” кеүек әҫәрҙәрендә Лира Яҡшыбаева төрлө характерлы геройҙар аша кешеләрҙе сыҙамлы, ныҡыш һәм тырыш булырға саҡыра. Балалар өсөн яҙған хикәйәләрендә йәш геройҙар ата-әсәләренең хаталарын ҡабатламай, киреһенсә, ҡыйынлыҡтарҙы еңә-еңә тайғаҡ юлға баҫҡан иң ғәзиз кешеләренә ярҙам ҡулы һуҙып, еңеп сыға. Ошо яғы менән Лира Яҡшыбаева ижадының тәрбиәүи әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Тыңлаусыларҙа яҙыусының ҡулдан төшөрмәй яратып уҡыған, киң таралыу тапҡан Мөжәүир хәҙрәт, Ғабдулла Сәйеди тураһында яҙған китаптары тәрән ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Бөтөн булмышы менән үтә лә ябай, нескә күңелле, тәбиғәте шундай ихлас, ғүмерен кешеләргә яҡтылыҡ өләшеүгә арнаған Лира Яҡшыбаеваның һөйләгәнен тыңлағандан һуң бөтөн илаһилыҡтың, китаптарының бер-бер артлы сығып тороуы һәм тиҙ арала таралып бөтөүенең хикмәтен уның Аллаһы Тәғәләгә табыныуынан, тыуған ергә мөхәббәтенән, тормош юлында уға яҡшылыҡ эшләгән кешеләргә рәхмәтле булыуынандыр тигән фекергә килдем.
Әҙиптәр беҙгә, башҡорт теле уҡытыусыларына, тәрбиә мәсьәләһендә ҙур терәк. Өгөт-нәсихәтте, кәңәште туранан-тура түгел, ә художестволы образ аша еткерергә өйрәтәләр.
Әлеге осрашыуҙа “Мәләүез таңдары” әҙәби ойошмаһының етәксеһе, дүрт китап авторы, шағирә Мәрйәм Күсмәеваның да ҡатнашыуы сараны йәмләндереп ебәрҙе. Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы, Булат Рафиҡов исемендәге премия лауреаты, ялҡынлы шағирә, публицист Мәрйәм Күсмәеваның тыуған ер, тәбиғәт, бөгөнгө тормош һәм мөхәббәт тураһындағы шиғырҙарын да әҙәбиәт һөйөүселәр һоҡланып тыңланы, оло рәхмәтен белдерҙе.
Нурия ХӘЛИЛОВА.
Күмертау ҡалаһы.