Һин миңә мәңге танһыҡҺин һағындың микән мине,
Ә мин бына ныҡ, ныҡ, ныҡ.
Күптән аулаҡ булғаны юҡ,
Күптән яңғыҙ ҡалманыҡ.
Онотоп бөтә донъяны
Икәүҙән-икәү генә
Булырбыҙ, тип ышандыраң,
Мин сабыр ғына күнәм.
Иртән юҡ һин, кис тә юҡһың,
Ә көндөҙ донъя – баҙар.
Ҡасан ғына икәү ҡалып
Аулаҡлау икән яҙыр.
Һин һағындың микән мине,
Ә мин бына ныҡ, ныҡ, ныҡ.
Һинең тыныңа һыуһаным,
Һин миңә мәңге танһыҡ.
Көтәһеңме, һағынаңмы?
Мин өҙөләм ныҡ, ныҡ, ныҡ!
Ҡуйыныңа тартып алсы
Шау-шыуҙан мине, тынлыҡ.
Ниәтемде тағы отамҺеҙ нисектер, мин һаман да
Тоғро ҡалам бер уйыма.
Мин һаман да, мин һаман да
Йәшәй башларға йыйынам.
Иртәгәнән, дүшәмбенән,
Йә булмаһа ай башынан
Башлайым тип уйлайым да,
Эй бошонам, эй бошонам.
Арыған саҡ, ялҡау килгән,
Йыбандырған, йә йонсотҡан –
Ошо хәлдәр яу һалышһа –
Ниәтемде тағы отам.
Йәшәй башлар алдынан тип
План буйынса камил ғына,
Һорап алам тағы бер көн,
Ваҡыт алам мин мул ғына.
Тын алам да башлайым тип,
Инде ысын йәшәүемде,
Тип торғанда эңер төшә,
Тағы мин төн биләүендә
Тоғролоғома ҡыуанам
Уйҙарыма, маҡсаттарға,
Эй һоҡланам ай башында
Эйәрләнәсәк аттарға.
ТарпанымМинең дә бер ат өйрәткем килә,
Ҡороҡ һалғым килә бер тайға.
Белмәүемә ошо шәп һөнәрҙе
Үпкәләргә микән атайға.
Ҡырағай бер тарпаным бар минең,
Аптыратҡан инмәй һарайға.
Инде тоттом ғына икән тиһәм,
Һыпырыла, ҡырын ҡарай ҙа.
Ипкә килеп, эйәрләтә ҡай саҡ,
Тик елдермәй, ҡыу ни, ҡыума ни...
Ҡамсылап та ҡарағандар булды,
Аҙым атлап алға шыуманы.
Ҡайсаҡ саба, өлгөрөрлөк түгел
Тын етмәүҙән күкрәк ҡыҫыла.
Ҡолап ҡалам, эсем бошоп алам,
Баш бирмәгәс саптар аҫылы.
Иркенләйем тиһәм – шәплеге лә,
Ҡабаланда – шул бер яйлығы.
Ҡураларға инмәй ҡасып йөрөй
Булған ғына малым – байлығым.
Тарпанымдың исемкәйе – Ваҡыт,
Ғүмер буйын утлай мулығып.
Сығып ҡасты тағы кәртә ватып,
Теләп кенә ҡалдым юллығын.
Юғалтыу
Ҡыштырлашып кипкән япраҡтарға
Баҫҡан һайын күңел һырҡырай.
Йөрәгемдә бөгөн ҡыуарып та
Урталайға һынды бер ҡурай.
Елде тыңлап ҡурайсыһын көттө,
Йондоҙҙарҙан мең ҡат һораны,
Ҡайҙа йөрөй һаман мине тапмай,
Юлайҡанмы яҙмыш бураны?
Көттө, көттө, тамам кибеп бөттө,
Таждары ла яйлап ҡоланы.
Оноттолар әллә был тарафта
Ҡурай тарта торған йоланы?
Кемдер күрмәй, кемдер ситләп үтте,
Кемдер күреп хатта таныманы.
Ә ул көттө ҡырҡып алырҙар ҙа
Уйнап ебәрерҙәр бына-бына...
Үҙәгенә йәшерелгән моңдо
Яңғыратмай һынды ҡыу ҡурай.
Ҡыштырлашып кипкән өмөттәргә
Тәбиғәтем инде ҡар бурай.
Елдәр генә өрөп маташырҙар
Көпшәһенән һынған ҡурайҙың.
Ғәжәп, шундай юғалтыуҙар татып,
Сүкмәй күңел, бары ҙурая.
Тыуған ерҠарап торһаң Ҡыраҡа баштарынан,
Ҡарағайҙар бында уҡ кеүек.
Был ожмахтан өҙөлөп ҡалған мөйөш,
Бер ҡайғы ла бында юҡ кеүек.
Әйтерһең дә, мәңге йәшел булған,
Ҡарағайҙар ҡара янмаған.
Әйтерһең дә, ата-бабаларҙың
Ал ҡандары бында таммаған.
Әйтерһең дә, уҡ-һаҙағын тотоп
Ҡыҙырмаған Бейеш ҡырҙарын.
Әйтерһең дә, алтын йыуыусылар
Әрнеп һуҙмағандар йырҙарын.
Тарих тәрән. Күпте күргән был ер,
Шуғалыр ҙа йомарт, күрәһең.
Эй, тыуған ер, бөгөлөр саҡтарҙа ла
Тауҙай итеп ҡөҙрәт бирәһең!
Тауҙар бында ҡалҡан булып баҫҡан,
Ҡарағайҙар! Тағы ни кәрәк?!
Ҡая-тауҙар һымаҡ күңелдәр ҙә
Бейегерәк бында, текәрәк.
Тауҙарыма ҡарап мин тау булам,
Ҡарағайҙай күккә ынтылам.
Тыуған ерҙә ҙураямын тағы,
Шау бәхеткә бында мин тулам.
Ҡарап торһаң Ҡыраҡа баштарынан –
Уҡ яуындай баҫҡан ҡарағай.
Йөрәкһенеп, һеҙгә ҡайтҡан һайын,
Йәндәремдә уйнай һаҙағай.
Доғаларҙан кирәм
аҡ сатырЕл-дауылдан аяп үҙ донъямды
Ҡанатымды йәйеп кәйеләм.
Иҫән генә булһын, имен булһын
Ғәзиздәрҙән-ғәзиз ғаиләм.
Ҡурсалайым, тиеп, боҙ-ямғырҙан,
Доғаларҙан кирәм аҡ сатыр.
Күпме генә ерҙә йәшәһәм дә,
Тик бер теләк ҡанмай ҡаҡшатыр:
Яҡты булһын, яҡшы ғына булһын
Яҡындарым баҫыр һәр тараф.
Үҙем өсөн, бәлки, һорамам да,
Улар өсөн булмам битараф.
Ҡурсаулыҡта ғына тотор инем,
Хәлдәремдән килһә, ҡәҙерләп.
Эйе, беләм, баҫыр ерҙәренә
Балаҫ һала алмам әҙерләп.
Аҡ балаҫтар йәйә алмаһам да,
Аҡ теләкте һис тә йәлләмәм.
Донъя ҡалай ғына әүрәтһә лә,
Албырғамай тағы әйләнәм,
Ел-дауылдан аяп үҙ донъямды
Ҡабатлайым тағы шул доғамды:
Яҡла, Хоҙай, мине тыуҙырғанды,
Һаҡла, Тәңрем, минән тыуғанды,
Һаҡла, йәме, йәндәш булғандарҙы,
Йәне булғандарҙы һаҡла, йәме!
Тойоп йәшәһендәр мөхәббәтте,
Тойоп йәшәһендәр йәшәү йәмен!
Теүәтәйҙәй булһын доғаларым,
Доғаларым булһын ҡушъяулыҡ!
Донъяларым булһын балҡып торған
Аҡ сатырлы йәшел ҡурсаулыҡ.