Йондоҙ булып күктә гиҙмәм, риза сәскәң булып йәшәргә20.03.2012
Йондоҙ булып күктә гиҙмәм, риза сәскәң булып йәшәргәФәниә Таштүрә ҡыҙы Сатучина (Һөйәрембәтова) 1953 йылда Стәрлебаш районының Ҡабыҡҡыуыш ауылында тыуып үҫкән. Салауат ҡалаһында медицина училищеһын тамамлап, хаҡлы ялға сыҡҡансы ҡаланың 1-се дауаханаһының реанимация бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләгән. Тормош иптәше менән ике ҡыҙ үҫтергәндәр, ике ейәнсәрҙәре бар. Шиғриәткә ҡыҙыҡһыныуы бала саҡтан килә. Әле ул Салауат ҡалаһындағы «Сатҡылар» әҙәби берекмәһендә ихлас шөғөлләнә.

Үкенмәйем

Үтте йәшлек, әммә үкенмәйем,
Бәхетлемен гүзәл тормошта;
Осраштыҡ беҙ йәшлек иртәһендә,
Мөхәббәтле булды яҙмыш та.

Ҡартлыҡ-аҡыл әкрен генә килә
Йыйырсыҡтар уйып биттәргә.
Ул килгәнгә тик шатланам ғына,
Килеп етмәй ҡартлыҡ күптәргә.

Ҡарлы ҡатыш яуыр ямғыры ла,
Боҙлауыҡлы тайғаҡ юлдарға.
Һуңғы миҙгел – ҡышҡа ҡулым һонам,
Рәхмәт уҡып үткән йылдарға.

Байлыҡ

Күршеләргә керһәм, күҙем ҡыҙҙы:
Тауыҡтары беҙҙең ҡаҙ кеүек!
Келәтемдә байлыҡ, әммә ул да
Күршебеҙҙекенән аҙ кеүек!

Ут күршемдең йыуан ҡатыны ла
«Һылыуҡайҙан” килгән ҡыҙ кеүек!
Төштә күрәм: имеш, “Мин үлгәнмен,
Ҡәбер тәрән, һалҡын боҙ кеүек!?”

Шул төш мине гүйә тетрәндерҙе,
Сәскә атты күңел баҡсаһы.
Мин иҫәнмен – ошо минең байлыҡ,
Эҙләмәйем артыҡ аҡсаһын.

Күршеләргә хәҙер теләгем ҙур:
Тауыҡтары үҫһен ҡаҙ кеүек,
Ҡатыны ла булһын иң-иң сибәр,
Яҙҙан тороп ҡалған наҙ кеүек!

Бөгөнгөләр әрәм

Түгелеп тә китте күҙ йәштәрем,
Устарыма һыймай, тамсылай.
Бәғеремде өтә заман еле,
Йөрәгемде һүҙһеҙ ҡамсылай.

Йәш егеттәр йәш ағастар кеүек,
Заман елдәрендә ҡалдылар.
Гүзәл йәшлектәрен, аҡылдарын
Шешә төптәренә һалдылар.

Ниндәй ҡөҙрәт кәрәк илаһынан
Ҡороторға хәмер шишмәһен?
Бөгөнгөләр әрәм, килә быуын —
Һаҡла, Хоҙай, улар эсмәһен.

Үлсәү

Сәғәтме ул һанай ваҡыттарҙы
Ашыҡтырып беҙҙе мәңгегә?
Донъялыҡта ҡылған эштәрең күп,
Ҡайһылары етер тәңрегә?

Үткәндәрең уттай өткәндәме
Яҙмыш-дауыл йәнде өшөтә,
Йөрәгеңде өйкәп илата ла,
Ҡабат-ҡабат иҫкә төшөртә?

Гонаһ менән изгелектәр йыйып,
Берәм-берәм һалып бизмәнгә
Үлсәгәндә, Хоҙай, сабырлыҡ бир,
Гонаһтары артып киткәнгә.

Уйлай китһәң әгәр ҡылғандарҙы,
Яҡшыһы бар, барҙыр яманы;
Мәңгелекме шуға баһа бирер
Һәр кемгә лә ғәҙел, таманын.

Тормош дауам итә. Сабый тыуа
Ғәмәл-дәфтәр алып ҡулына,
Һул иңенә гонаһ алмай ғына
Изгелектәр йыйһын ҡулына.

Сәскә

“Һине һөйәм, сәскәм, — тинең һин миңә, —
Һинһеҙ үләм, әйҙә кәләш бул миңә!”
Шул саҡ күңел осоп китте,
Йондоҙҙарға барып етте,
“Йондоҙ булам, сәскә тиҙ шиңә”.

Остом, уттан ҡанаттарым өтөлдө,
Һинең дә бит күңелдәрең кителде.
Тыныс түгел хәҙер йәнем,
Онотмайым, һөйгән йәрем,
Көтәм, бәғерем, килеп ет инде.

Һағынам мин, һинһеҙ нисек йәшәргә,
Эҙләп-эҙләп табалмаһам нишләргә?
Анттар бирәм: һис тә шиңмәм,
Йондоҙ булып күктә гиҙмәм,
Риза сәскәң булып йәшәргә.

Асҡыстарын үҙем яһайым

Ҡараштарың ниҙер һөйләр төҫлө,
Сихри наҙға тулған күҙҙәрең;
Әллә серле наҙың һирпелергә
Керпектәрҙән эҙләй һүҙҙәрен.

Йөрәк ҡылдарыңды тирбәлтерлек
Сихри көстәр ҡайҙан алайым?
Күңел ишектәрең бикле кеүек,
Асҡыстарын үҙем яһайым.

Нескә нурҙай үтеп керер инем,
Йөрәк серҙәреңде белергә.
Һинең серең әгәр үҙем икән,
Йәнем әҙер һиңә бирергә.


Вернуться назад