Әҙиптәр ҡорға йыйылды17.03.2012
Әҙиптәр ҡорға йыйылдыХөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостан Яҙыусылар союзының ХVI сираттан тыш съезы үтте. Унда республикабыҙҙың Президент Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Марат Мәрҙәнов, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың комитет рәйесе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Камила Дәүләтова, шулай уҡ төрлө министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре ҡатнашты.
— Йәмәғәтселектең аңын булдырыуҙа, халыҡтың донъяһын байытыуҙа әҙиптәрҙең өлөшө ҙур, — тине сәләмләү һүҙендә Камила Йәүҙәт ҡыҙы. — Һеҙҙең һәр һүҙегеҙ кешеләрҙе үткәне һәм бөгөнгөһө тураһында уйланырға, киләсәкте хәстәрләргә, йәшәүҙең мәғәнәһенә төшөнөргә ярҙам итә. Мәғлүмәт технологиялары үҫешкән осорҙа ла күп милләтле республикабыҙ халҡына һеҙҙең китаптарығыҙ иң әхлаҡи ҡиммәттәрҙән һанала.
2011 йылдың 15 апрелендә ойошманың ХV съезы үткәйне. Унда Азамат Юлдашбаев Союздың рәйесе итеп һайланғайны. Әммә бер ни тиклем ваҡыт уҙғас, Әҙиптәр ҡорға йыйылдырәйесте һайлау процедураһында юридик хилафлыҡҡа юл ҡуйылыуы асыҡланды. Шул сәбәпле Азамат Юлдашбаев был вазифанан баш тартты.
Ҡағиҙә буйынса, Союз ағзалары биш йылға бер йыйылып, мөһим мәсьәләләрҙе ҡарай, шулай уҡ ойошманың яңы рәйесен һайлайҙар.
Ике йыл рәттән әҙиптәрҙең ҡорға саҡырылыуы — ойошма тарихында булмаған хәл. Яҙыусылар союзының рәйесен һайлау төп мәсьәләләрҙең береһе ине. Шулай уҡ Уставҡа үҙгәртеүҙәр индереү ҙә көн тәртибендә булды.
Әҙиптәр ҡорға йыйылдыЙыйылыш үтә йәнле барҙы. Идара тәҡдим иткәндәрҙе кире ҡағып, үҙ фекерен белдереүселәр ҙә аҙ булманы. Был йәһәттән Башҡортостан Яҙыусылар союзын демократик ойошма тип әйтергә булалыр.
Мәҫәлән, яҙыусы Йыһат Солтанов көн тәртибенә Союздың идара ағзаларын тулыһынса ҡабаттан һайлауҙы тәҡдим итте. Быны ул элекке ҡорҙоң ашығыс үтеүе менән аңлатты. Риф Мифтахов та үҙ фекерен әйтмәй ҡалманы.
Съезд барышында резолюция ҡабул ителде. Унда әҙиптәргә йәмғиәттә тейешенсә иғтибар булмауы, матди торошо һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.
Идара рәйесе итеп күпселек тауыш менән Риф Тойғон һайланды.
А. БАЙМӨХӘМӘТОВ.


Вернуться назад