Заман талабы17.03.2012
Заман талабыБашҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында электрон уҡыу залының асылыу тантанаһына йәштәрҙең эркелеп килеүе бер кемде лә ғәжәпләндермәне. Кем әйтмешләй, йәш быуын заман менән бергә түгел, ә унан ярты аҙым алда атларға тейеш.
Электрон уҡыу залының ишеген асып инеүселәргә тотош донъя менән бәйләнешкә инеү өсөн һәр яҡлап ыңғай шарттар тыуҙырылған. Беренсенән, зал ҙур ғына – 20 урынлыҡ. Икенсенән, ноутбук менән килеүселәр Wi-Fi режимында Интернет менән бушлай файҙалана аласаҡ. Өҫтәүенә бында саң йотоп, китап битләп ултырырға кәрәкмәй, сөнки китапхана фондында һаҡланған, һандарға күсерелгән әйберҙәрҙе тиҙ генә табыуы еңел, һәр кем теләгән текстың күсермәһен бушлай ала, дискка яҙҙырырға ла була.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев белдереүенсә, был эштәрҙең барыһы ла китапханаларҙы үҫтереү программаһы нигеҙендә бойомға ашырыла. Киләсәктә, Өфөнән тыш, Сибай һәм Белорет ҡалаларының китапханаларында ла электрон залдар асыу күҙҙә тотола.
— Тормош елдәй алға елә, бер урында тапаныу үҫешкә килтермәй, – тине Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы директоры Азат Ибраһимов. – Идея башта күптән тыуғайны, быны ҡулланыусыларҙың талабы тип әйтеү ысынбарлыҡҡа тура килә.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Лилиә Фәррәхованың һүҙҙәренә ҡарағанда, электрон уҡыу залы уның өсөн һис кенә лә яңылыҡ түгел, сит илгә сәфәргә сыҡҡанда цивилизация емешенән "ауыҙ иткән", шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡыуанысы сикһеҙ. Ә бына уның әхирәте Миләүшә Әбсәләмова бындай мөмкинлектән беренсе тапҡыр файҙалана, ул шунда уҡ өҫтәлдән урын алып, "ил гиҙергә сығып” та китте.
И. АҠЪЮЛОВ.


Вернуться назад