“Әҙәби тәнҡит яҙыусыны үҫтерергә тейеш”09.08.2016
И, шағирым, һин үләндән түбән.
И, шағирым, тауҙан олоһоң.
Заманыңдың зирәк хакимы һин,
Заманыңдың һуҡыр ҡоло һин.

Мостай КӘРИМ.

***
Ауылдарҙа тыуған шағирҙар
Ауылдарға ҡайта ахырҙа,
Үтеп киткәс алтын ғүмерҙәр.

Рәшит ШӘКҮР.

***
Һәр йән эйәһе үҙенсә:
Эт өсөн өрөү – төп эш.
Эт өрөргә, шағир иһә
Шиғыр яҙырға тейеш.

Назар НӘЖМИ.

***
Һәр бер ысын шағир, рәссам үҙ һүҙен әйтер өсөн үҙ ғүмерендә кешелектең бөтә үткән юлын, фажиғәһен кисереп сыға, үҙенсә яңылыша, эҙләй, таба һәм үҙ һүҙен әйтә.

Рәми ҒАРИПОВ.
***
Ялҡынлы йыр тыуа, йыр әйҙәй халыҡты,
Тормоштоң ағышын тиҙләтә шағирҙар.
Йырҙарын дуҫ менән, ят менән бүлешә –
Хоҙайҙың хатаһын төҙәтә шағирҙар.

Марат КӘРИМОВ.

***
Иң гүзәл шиғыры шағирҙың –
Ижад итмәгән шиғыр.
Иң рәхәт ғүмере кешенең –
Әле үтмәгән ғүмер.
Сәйфи ҠУДАШ.

***
Йәнһеҙҙәргә ул йән бирә ала,
Таштары ла уның һөйләшә.
Йондоҙҙарҙы, тауҙар менән тауҙы
Ҡауыштыра шағир теләһә.
Назар НӘЖМИ.
***
Халыҡ үрсеһә, уның аҡыл эйәләре лә, дәүләт эшмәкәрҙәре лә, шағирҙары ла, ғалимдары ла, яугир ирҙәре лә тыуыр!

Рәшит СОЛТАНГӘРӘЕВ.

***
Шағир, тормошто үҙ халҡының күҙлегенән ҡарап, халыҡ йөрәге менән ҡабул итә алһа ғына ысын шағир була ала.

Мостай КӘРИМ.
***
Тәнҡитсе, яҙыусы кеүек үк, ижад итергә тейеш. Ижади тәнҡит кенә яҙыусыға үҙ-үҙен табырға, уның үҫеүенә булышлыҡ итә ала һәм уҡыусы алдына яҙыусының тотҡан урынын аңларға ярҙам итә. Тәнҡитсе яҙыусының үҙенсәлеген һәм уның шул үҙенсәлеккә нисек ирешеүен күрә белергә, башҡаларға асып бирергә тейеш.

Рәми ҒАРИПОВ.

***
Әгәр тәнҡит маҡтау ғына булһа,
Кире ҡаҡмаҫ ине кешеләр.
Тыңлар ине һәр кем, бал эскәндәй,
Сиркәнеү сығармай төҫөнә.

Сәйфи ҠУДАШ.

***
Тәнҡитләргә ҡыймаған тәнҡитсе маҡтай.

Ғәбит САДИҠОВ.

***
Әҙәбиәт ғилеме төпкө ат икән, тәнҡит осҡо ат, мисәү.

Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ.

***
Шиғырҙарында һыу күп, тип
Тәнҡитләнеләр уны.
Һыуһыҙ нимә бешкәне бар, –
Аңлап етмәйҙәр шуны.

Рамаҙан ШӘҒӘЛИЕВ.

***
Әҙәби тәнҡит яҙыусыны үҫтерергә тейеш, ә үлтерергә түгел.

Рафаэль АҘНАҒОЛОВ.

***

Китап уҡымаған әҙәм – сәскә атмаған үлән.

Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ.

***
Ап-асыҡ тор һәр ваҡытта, эй, китап,
баҡһам һиңә,
Ысын, асыл нигеҙле ерҙән күп белемдәр
бир миңә!

Шәйехзада БАБИЧ.

***
Донъяла ғилемдән ләззәтле шир (арыҫлан) юҡ, ғилемдең икмәге китаптыр.

Мөхәммәтсәлим ӨМӨТБАЕВ.

Рубриканы Факил МЫРҘАҠАЕВ алып бара.


Вернуться назад