Еңеү көнөЕңеү көнө – иң ҙур байрам бит ул,
Дүрт күҙ менән зарығып көткән көн –
Күпме ҡайғы, юғалтыуҙар аша
Илгә шатлыҡ алып килгән көн.
Еңеү көнө ергә килгән һайын,
Япраҡ ярған һайын бөрөләр,
Яу ҡырында ҡалған ир-егеттәр
Күңелдәрҙә ҡабат терелә.
Байрамдарҙа гөл-сәскәләр һалына
Изге һәйкәлдәргә илемдә,
Батырҙарҙың данлы исемдәре
Мәңге йәшәр беҙҙең күңелдә!
...Бөгөн байрам, күҙҙән йәштәр
тамһа ла,
Беҙ бәхетле – аяҙ күгебеҙ.
Һаҡлай алһаҡ ошо именлекте,
Яҡты булыр килер көнөбөҙ!
Данлы ғүмерГерой-шағир Муса Йәлилгә бағышлайым.
Таш зинданға һине бикләгәндәр
Ауыр бығау һалып ҡулдарға,
“Ҡоллоҡ” тигән уҫал мөһөр тағып,
Ирек бирмәҫ өсөн йырҙарға.
Үлем күҙҙәренә тура ҡарап,
Һин үлемһеҙ йырҙар яҙа(а)лдың,
Йәлләд ҡулы быуған саҡта ла бит
Көрәшкә көс, ғәйрәт таба(а)лдың.
Шағир йөрәгенең саялығы
Зиндан тарлығына күнмәне –
Әжәлдәрҙе еңеп, йырың ҡайтты,
Данлы ғүмер, тимәк, һүнмәне!
Рәхмәт һиңә, ҡояш!Эй, ҡөҙрәтле, мәрхәмәтле ҡояш!
Бар тереклек һиңә тартыла,
Һинең көсөң, сикһеҙ ҡеүәтеңдән
Бөтә ғаләм, донъя яҡтыра.
Һин бит йәшәтәһең, йәшәртәһең
Бар йыһанды, бөтә Ер шарын.
Саф нурҙарың менән таратаһың
Кешеләрҙең һағыш, аһ-зарын.
Һинең яҡтылығың, ҡайнарлығың
Һалҡын күңелдәрҙе йылыта.
Был тормоштоң ауырлығын еңеп,
Йәшәйеште матур йыр итә.
Рәхмәт һиңә барыһы өсөн, ҡояш!
Нурҙарыңа, һирпкән сафлыҡҡа.
Киләсәктә насип булһын, дуҫтар,
Йәшәргә тик бәхет-шатлыҡта!
...Ана, күктә ҡояш яҡтырта!
Яҡты киләсәккә ышанам
Һәр кем ерҙә үҙ нигеҙен ҡора,
Теймәһен тип дауыл, ҡар-буран,
Үҙ илемдә минең өйөм, ғаиләм,
Ватаным һин – нурлы Башҡортостан.
Үҙ еремдә мин килмешәк түгел,
Ғорурланырға ла хаҡым бар,
Тиңдәргә тиң булып йәшәйем илдә –
Тыуған республикам, халҡым бар!
Мин ышанам яҡты киләсәккә,
Халҡым, илем алға барыр ул,
Йылдар аша хаҡ юлдарҙы кисеп,
Бәхет шишмәһен табыр ул!
Нурланы Ер-йыһандыХалыҡ шағиры Мостай Кәримдең яҡты иҫтәлегенә.
Имәндәрҙәй ныҡлы булды,
Тауҙай олпат, аҡыллы.
Рухы шундай көслө ине,
Ә йөрәге – ялҡынлы!
Алтын тауҙарынан ҡиммәт
Уның ижад емеше,
Шағирҙарҙың да шағиры
Булды ул халҡы өсөн!
“Прометей” булып яҡтыртты,
Нурланы Ер-йыһанды,
Кешеләргә бүләк итте
Алтынға тиң йырҙарын!
Уның ҡайнар йөрәгенән
Йыр-моңо ярһып ташты,
Күпме йәндәрҙе наҙланы,
Иретте хатта ташты!
Мостай – даны, ғорурлығы
Бөйөк Рәсәй иленең,
Шиғриәттә солтан ине,
Аҫыл заты еремдең!
Ундай шағирҙар бик һирәк
Тыуалыр ул донъяға,
Шуға күрә әҫәрҙәре
Мәңгелеккә юл яра!
Мәңгелеккә юл яра!
ШағирБашҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосоповҡа бағышлана.
Ғүмер буйы ҡыл өҫтөнән бара
Хәҡиҡәткә, нурға, яҡтыға:
Шағир яҙмыштары ауыр, ҡыйын,
Йәндә гөлдө сәскә аттыра.
Көслө рухы, йөрәк уты менән
Был тормошто биҙәй, нурлай ул,
Донъяларҙың йәмен, матурлығын,
Ғашиҡтарҙай һөй(ө)нөп йырлай ул.
Һыҙланыуҙар, тетрәнеүҙәр аша,
Юлдар ярып бара гел алдан,
Кешеләргә күрһәтә ул һәр саҡ
Ҡайҙа хаҡлыҡ, ҡайҙа ул ялған!
Шағир йәне һис тынғылыҡ белмәй,
Янып, йәшнәп үтә ғүмере,
Илен, халҡын ҡайғырта ул һаман,
Һүнгәндә лә һуңғы күмере!