Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә яңы китаптар донъя күрҙе.В. Марушиндың “Ағиҙел йылғаһы буйлап Урал ынйыһы — Шүлгәнташ мәмерйәһенә” (“По реке Белой к жемчужине Урала — пещере Шулган-Таш”) китабы — авторҙың “Саҡырып торған Урал батыр һуҡмаҡтары” шәлкемендә тәүгеһе. Ул бөтә донъяға билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһе, тарихи ваҡиғалар, төбәктәге арҙаҡлы шәхестәр хаҡында һөйләй, Ағиҙел йылғаһы буйлап йөҙөп төшөү маршрутын ентекле һүрәтләй. “Урал батыр” эпосы геройҙары — ошо маршруттың “ҡатнашыусылары”. Китапта ике төрлө юл, туристик карта, ошо ерҙә Ағиҙел йылғаһы үҙенсәлектәре, тәжрибәле турист кәңәштәре бирелә. Киләсәктә республикабыҙҙағы бүтән маршруттар буйынса ла юл күрһәткестәр сығарыу күҙаллана.
С.К. Карамовтың “Ерҙәге һуңғы Таң йондоҙо” (“Земная Денница”) повесы — ауыл эшсәндәре хаҡында. Повестағы ваҡиғалар крәҫтиәндәрҙең иҫке тормошо юҡҡа сығып, өр-яңы тәртип, ҡанундар тыуған осорҙа бара. Колхоз, совхоздар, заман талаптарына яуап бирмәй тип, йәмғиәттең аҙыҡ-түлеккә ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү һәләтен дә иҫәпкә алмайынса, уйланылмаған рәүештә тарҡатыла. Әммә повестың геройҙары — ысын крәҫтиәндәр һәм уларҙың идеялы етәкселәре Рәсәйҙең аграр ил булыуын, крәҫтиән эшен тергеҙеү кәрәклеген ныҡлы аңлай. Бының өсөн яңы эш алымы, крәҫтиән милкенең бүтән формаһы кәрәк. Повестағы геройҙар өр-яңы аграр предприятиелар төҙөүгә тотона, крәҫтиәндәрҙә эшкә ҡыҙыҡһыныу уята.