Бабич һүҙе – беҙҙең йөрәктәрҙә05.08.2016
Бабич һүҙе –  беҙҙең йөрәктәрҙә Шәйехзада Бабичтың: “Башҡортостан — гөлбостан,
Сөмбөлөстан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт атлы арыҫлан!” – тигән шиғыр юлдары республикабыҙҙың ҡайһы төйәгенә генә аяҡ баҫһаң да, йыр булып ҡолаҡта яңғырап торғандай. Йылдар үҙенең етеҙлеге менән, һыуҙай, аға бирә. Мишкә районының Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл (бюст) асылыуға ла ун йыл булып киткән икән. Ошо ваҡиғаларҙы яңынан иҫкә төшөрөп, Мишкә районының башҡорт әҙәбиәтенә индергән өлөшө хаҡында ла һөйләп киткем килә.



Баш ҡаланан әллә ни алыҫта ла ятмаған Мишкә районы – уйсан убалары, иркен яландары, ҡалын урмандары менән күңелгә инеп ҡалған төбәктәрҙең береһе. Үҙенсәлекле яҡта милләттәштәребеҙ һаны бик күп тә түгел, әммә тап ошо районда шағир Шәйехзада Бабич, прозаик Али Карнай, драматург Флорид Бүләков тыуыуын иҫкә төшөрһәк, ижади потенциалдың ни тиклем ҡеүәтле икәнен тойомларға була. “Шағир Дүртөйлө районының Әсән ауылында тыуған да инде”, – тип әйткәндәр ҙә табылыр. Эйе, рәсми документтарға мәғлүмәт шул рәүешле инеп киткән, әммә Ҡыйғаҙытамаҡҡа ҡунаҡҡа килгән әсә кеше ошо ауылда бала табып, йәшәгән төбәктәре – Әсәнгә юлланған. Был хаҡта ауыл ҡарттары ла йыш телгә алғайны бынан ун биш йыл самаһы элек. (“Йәшлек” гәзитендә яҙғаным булды был турала, ҡайтанан иҫкә төшөрөп китеүем). Дүртөйлө районының Әсән ауылында эшләгән Мөхәмәтзакир мулланың ғаиләһендә донъяға килгән сабыйҙың бала сағы, үҫмер йылдары ошо ике ауыл араһында үткән, тиергә лә була.
“Йәшлек” гәзите менән бергә Мишкә районы хакимиәте башлаған акцияны Ҡыйғаҙытамаҡ ауылы халҡы ла, Бабичевтар, Кәримовтар нәҫелдәре лә дәртләнеп ҡаршы алды. Гәзиттең ул ваҡыттағы баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин райондың мәғлүмәт-аналитика бүлеге, урындағы ҡоролтай етәкселеге менән дә бәйләнешкә ингәндән һуң, оҙон ҡуныслы итектәр кейеп, тәүге тапҡыр Ҡыйғаҙытамаҡты барып күргәйнек.
Бабичевтар тоҡомонан Хаматхан Бабичев, Ҡәҙим Фәрүәев, Нәфирә Иҡсанова- Бабичева, Флорид Бүләковтың бер туған ҡустыһы Рәүеф ағай, мәғлүмәт бүлегенән Салауат Әндерйәнов, урындағы мәктәп етәкселеге белем усағында Бабич мөйөшөн булдырыу, Мөхәмәтзәкир мулланың ҡәбер ташын яңыртыу, ауылға асфальт юл һалыу, һәйкәл асыу эшендә әүҙем ҡатнашты. Уларҙың һәр береһе йөрәк фиҙакәрлеге менән тотондо был ғәмәлдәргә. Шулай булмаһа, бер нисә йыл эсендә үрҙә һанап үтелгән ғәмәлдәрҙең барыһы ла башҡарылып сыға алыр инеме ни? Әлбиттә, эш барышында беҙгә, журналистарға, тарихсы Әнүәр Әсфән­диәров Бабичтың шәжәрәһен төҙөү йәһәтенән (Әҡсән Бабичев та ҡушылды өҫтәлмәләре менән), яҙыусы, ғалим Рәшит Шәкүр ҡәбер ташындағы яҙманы раҫлағанда, шағир Рауил Бикбаев Бабич­тың биографияһын өйрәнеүсе булараҡ бик ныҡ ярҙам итте.
Хәйер, уларһыҙ эштең барышын күҙ алдына килтереүе лә ауыр ине һәм, ниһайәт, 2004 йылда Шәйехзада Бабичтың нәҫеленең шәжәрәһе гәзиттең ике битен тултырып баҫылып сыҡты. Бәбестең улы – Мөхтәр, уныҡы – Ишбулды, унан Ғилуан тыуған, ә был ир-егеттең дауамын Мөхәмәтзакир мулла дауам иткән. Ҡаңны ырыуының аҫаба башҡорто Мөхәмәтзакир Бәбесовтың үҙ ҡулы менән яҙған ғаризаларҙа килеп сығышы, ҡайһы ерҙәрҙә көн итеүенә тиклем күрһәтелгәйне.
Атаҡлы шағир тап ошо зирәк дин әһеленең шәжәрәһен дауам итеп, 1895 йылда донъяға тыуған. Ҡыйғаҙытамаҡта һәйкәл асылыуға ун йыл тулыу уңайынан быларҙы иҫкә алыуым юҡҡа түгел, сөнки 2019 йылға ла күп ҡалмай. Ваҡыт арғымағы елә генә. Бөйөк шағирҙың 100 йыллығын байрам итеүгә беҙ лайыҡлы эштәр, күҙгә күренерлек ғәмәлдәр менән килергә бурыслы. Өфөбөҙҙә Ш. Бабич урамы ла бар, Глумилино яғында. Әммә бының менән генә сикләнергә тейеш түгел беҙҙең эштәр. Китаптар, ғилми-ғәмәли конференциялар, сәхнә ижадынан тыш, мәркәзебеҙҙә һынлы сәнғәт әҫәре лә ҡалҡып сыҡһа, ниндәй шатлыҡ булыр ине!
Архив документтарына күҙ һалһаң, бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың исемен мәңгеләштереү буйынса эш вафатына биш йыл тулған осорҙа уҡ башланған. Башнаркомпростың 1924 йылдың 6 февралендә сығарған ҡарарында Шәйехзада Бабичҡа бронзанан һәйкәл ҡуйыу тураһында әйтелә. Шуныһы ҡыҙыҡ: әгәр бөгөн Башҡортостанда шағирға ҡуйылған бюстар һаны өскә етһә, теге быуат башында уҡ уның тотош буйын кәүҙәләндергән һәйкәл хаҡында һүҙ алып барғандар. Ҡаурый ғына ҡәләм кеүек буй-һынлы, нурлы йөҙлө шағирҙың образын һынландырырлыҡ дәрт тә, илһам да, оҫталыҡ та, кимәл дә, матди ҡеүәт тә бар бит беҙҙә.
Быйыл режиссер Булат Йосопов Ш. Бабич хаҡында фильм төшөрә тигән хәбәр ҙә күренде “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының яңылыҡтар таҫмаһында. Бик һиҫкәнеп көтөлә был ваҡиға. Шағир тураһында һүҙ сыҡҡанда, күҙ йәшһеҙ бер фекер ҙә әйтеп булмаған кеүек, был кино ла беҙҙе халыҡ яҙмышы, азатлығы өсөн йәнен фиҙа ҡылған шәхестең образын тыуҙырып, йәнебеҙҙе сафландырыр, тип өмөт итәйек.








Вернуться назад