“Ватан өсөн дуҫлыҡ күперҙәрен таштан, уйҙан төҙөр инем…”03.08.2016
“Ватан өсөн дуҫлыҡ күперҙәрен таштан, уйҙан төҙөр инем…” Иҫерткес мәл

Иҫерткес мәл, Хоҙай тапҡан әмәл,
Йөрәктәрҙән өҙә өндәрҙе.
Меңенсе ҡат яңы донъя асам –
Тәү күргәндәй яҡты көндәрҙе.

Аҡ ҡайындар һый күлдәген кейгән,
Ап-аҡ алъяпҡыслы муйылдар.
Ә сирендәр зәңгәр күҙен асҡан –
Күҙ теймәһен ниндәй һылыуҙар!

Аһ, илаһи көткән һылыу ҡунаҡ –
Һандуғасҡай ҡунды тирәккә.
Шул һандуғас һөйөү теле булып,
Мәңгелеккә күсте йөрәккә.


Апай
монологы


Ерҙә күпме генә йәшәһәм дә,
Үткән юлым бары аҙ һымаҡ.
Алышына ғүмер миҙгелдәрем
Күкрәп кенә килгән яҙ һымаҡ.

Йәйҙәремдә күпме йәйләһәм дә,
Наҙҙарынан ғына туйманым.
Һайрар һандуғасын оҙатһа ла,
Күңел генәм йырын ҡуйманы.

Ҡыр ҡаҙҙары күккә һауаланы
Ҡанаттарын елпеп яй ғына...
Сәстәремдә ҡырау, йөрәгемдә –
Яҡты яҙҙар уйған уй ғына.


Ҡарағайҙар

Ҡарағайҙар төҫ ташламай
Ҡыштарын тын торалар.
Гүйә, улар хаҡ мосолман,
Сабыр кәңәш ҡоралар.

Бурандарҙа башҡайҙарын,
Йөҙҙәрен йәшермәйҙәр.
Йәйге селләлә һығылмай,
Ҡояштан йәшенмәйҙәр.

Яҙмыштары – ҡаяларҙа,
Һығыла ҡайырҙары...
Урал ташына ереккән
Ҡарағай тамырҙары.

Башҡортостан

Башҡортостан! Күпме йыр бар икән
Ғорур һынлы һинең исемгә?!
Һинең данлы юлың, көс-ғәйрәтең,
Үлгәндә лә сыҡмаҫ иҫемдән.

Ирәмәлем, мәғрур Янғантауым
Олпатланған күпте күреүҙән.
Армыт-армыт ята һыртлауҙарың,
Затлы мәрйен кеүек теҙелгән.

Ҡояш нурҙарында гәлсәр кеүек
Урғып аға шишмә һыуҙарың.
Шул һыуҙарҙы эсеп үҫкәнгә бит
Батыр улдар, матур ҡыҙҙарың.

Арыш баҫыуҙарың йәшел бәрхәт,
Ҡот-бәрәкәт бында һибелгән.
Бал ҡорттары кеүек башҡорттарым
“Икмәк!” – тиеп ергә эйелгән.

Эй, Уралым, һинең күкрәгеңдә
Сал быуаттар һалған эҙҙәр бар.
Һине данлап, халҡым йөрәгендә
Бөтмәй генә торған йырҙар бар.

Уйҙарым

Уйың әгәр миңә ҡайтһа, Рәми,
Кешелек тип яныр инем,
Илһөйәргә аҫыл йырҙарымдан
Тере һәйкәл ҡойор инем.

Аҡмуллабыҙ рухы ҡайтһа әгәр,
Ерҙә илсе булыр инем,
Диңгеҙ кеүек шаулы илкәйемдә
Иман нурын сәсер инем.

Мостай йәне ҡайтһа әгәр миңә,
Утты, һыуҙы кисер инем,
Ватан өсөн дуҫлыҡ күперҙәрен
Таштан, уйҙан төҙөр инем.

Тик ҡайтмаһын инде еребеҙгә
Ел-дауылдың ҡотһоҙ туйҙары.
Ташламаһын, әйҙәп торһон ине
Ирәмәлгә мине уйҙарым.

Уралтау

Күпме тапҡыр ҡар ҡаплаған
Олпат башын Уралдың?!
Күпме тапҡыр түбәһендә
Ҡара һөрөм уралды?!

Теҙ сүкмәгән баһадирҙай
Башын терәп күктәргә,
Урал тора дауылдарҙа
Терәк булып күптәргә.

Ер шарының уртаһында,
Ҡупмаһын тип ҡабат яу,
Донъяларҙың именлеген
Һаҡлап тора Уралтау.

Хат

Был юлы ла ҡайта алманым шул,
Зинһар, ғәйепләмә, Әсәйем!
Ҡоштай осоп илгә ҡайтыр инем,
Тәҡдир инде, алыҫ йәшәйем.

Йөрәгемдә – Ерем, йәнем тере,
Доға менән көнөм башлана.
Сит илдәрҙә ситән үрмәйем мин,
Фатихаңдан, Әсәй, ташлама!

Күл буйында үҫкән һылыу талдар
Елдәр иҫте ниһә, бөгөлә.
Таш түгел дә йөрәк, Илгенәйем,
Иҫтәремә төшһә, өҙөлә.

Һиңә генә...

Күңелемдә һиңә әйтелгәндән
Әйтелмәгән һүҙҙәр күберәк.
Янартауҙың ялҡындары тимә,
Йөрәк түрҙәрендә, төптәрәк.

Дауҙа һаҡла һуңғы һүҙең, тиҙәр,
Яуҙа һаҡла һуңғы уғыңды.
Әйтерһең дә, тоғро яугир булып
Дауам итәм ғүмер юлымды.

Әйтелмәгән серле һүҙҙәремде
Һуңғы уҡтай итеп йөрөтһәм,
Ғәйепләмә, ҡайнар хистәремде
Йөрәгемдә генә йөрөтәм.


Үҙемә һүҙ

Гел әҙерҙе көтөп йәшәмәсе,
Күңел,
Ваҡланыуҙан төңөл, бойоғоу
Төҫ түгел.

Уттарға ин, диңгеҙҙәр кис,
Күктәргә аш,
Кәрәк икән ямғыр булып
Ергә түгел.








Вернуться назад