Был юлы ярҙам кемдәргә?03.08.2016
Башҡортостанда өс кинотеатр федераль ярҙам аласаҡ. Илебеҙ кинематографияһына социаль һәм иҡтисади ярҙам фонды Рәсәйҙең 100 мең кешенән кәм булған тораҡ пункттарындағы кинотеатрҙарға ярҙам күрһәтеү буйынса конкурс йомғаҡтарын баҫтырып сығарҙы.

Башҡортостан федераль ҡаҙнанан өс районда кинотеатрҙарҙы яңыртыу өсөн аҡса аласаҡ. Улар иҫәбендә Үрге Тәтешле ауылындағы киновидеоселтәр, Мәләүез ҡала мәҙәниәт һарайындағы һәм Дыуан районының Мәсәғүт ауылы Йәштәр мәҙәниәт һарайындағы кино залдары бар.
Конкурс йомғаҡтары буйынса, 1 471,7 миллион һумға 273 ҡала һәм ауылда 298 зал яңыртыла. Программаға ярашлы кино залдарында 45 меңдән ашыу яңы урын булдырыу ҡарала.
Башҡортостан әлеге конкурста икенсе тапҡыр еңеү яуланы. Бынан алдағы бәйгелә Дүртөйлөләге – өс, Күмертауҙағы – ике, шулай уҡ Благовещен, Учалы һәм Белорет ҡалаларындағы кино залдары дәүләт ярҙамын алғайны.
Быйылғы конкурстың йомғаҡтары Кино фонды сайтында баҫылған.



Вернуться назад