Ғәскәровсылар – иң-иңдәр араһында03.08.2016
Санкт-Петербургтағы “Ленфильм” киностудияһында “Бейеү күңеле” өр-яңы документаль-уйын сериалының премьераһы булды. Проект Рәсәй халыҡтарының һәм күрше илдәрҙең бейеү мәҙәниәтенә арнала. Биш серияның береһендә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары төп герой булды.
Фильмда тамашасыларға коллективтың “Алтын фонды”на ингән легендар бейеүҙәр тәҡдим ителде. Улар – Фәйзи Ғәскәров ҡуйған “Гөлнәзирә” һәм “Заһиҙә”, Хашим Мостаевтың “Бөрйән ҡыҙҙары” һәм Риф Ғәбитовтың “Еҙ үксә”һе. Фильм Өфө һәм Учалы райондарында төшөрөлгән. Әйткәндәй, премьералар Өфөлә, Магаста һәм Ереванда ойошторола. 1 августан биш серияның барыһын да Интернет селтәрендә ҡарарға була. 20 минутлыҡ фильмдар Санкт-Петербургтағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм миграция сәйәсәтен тормошҡа ашырыу комитеты заказы буйынса төшөрөлгән.
Сериялар Ҡырғыҙстанда, Әрмәнстанда, Ингушетияла, Башҡортостанда, шулай уҡ Рәсәйҙең үҙәк өлөшөндә төшөрөлгән. Һәр серия айырым халыҡҡа һәм уның бейеүҙәренә арнала, традицион мәҙәниәттең үҙенсәлектәре менән таныштыра.