ТӨШ03.08.2016
 ТӨШ Иҫке Хәлил яңы бәшмәк йыя,
Бәшмәк йыя көн дә бар ауыл.
Ҡунаҡ ҡаршыларға, оҙатырға,
Күстәнәскә лә бит бара ул.
Ирек Кинйәбулатов.

Мин төш күрҙем бөгөн. Нимәгә лә
Юрай белмәй уны хәл бөттө.
Иҫке Хәлил – тыуған ауылымды
Сихырлаған кейәү егете.

Имеш, хәҙер минең ауылдаштар
Башҡасараҡ донъя көтәләр:
Шиғыр менән улар уяналар,
Шиғыр уҡып йоҡлап китәләр.

Шау шиғырҙан, имеш, барса мөхит,
Шау шиғырҙан, имеш, уй-ниәт,
Кемдер берәү ҡапыл сирләп китһә,
Диагнозы уның – шиғриәт.

Иген урынына шиғыр үҫә,
Тик шиғырҙан тора аш-һыйҙар.
Һылыу йәш килендәр һыу ташымай,
Көйәнтәләп илһам ташыйҙар.

Мин дә шиғыр яҙам икән тигән
Тәңгәленә еткәс хыялдың,
Баш осонда сәғәт шылтыраны!
Ни үкенес: килеп уяндым...

Бөтә Иҫке Хәлил бәшмәк йыя,
Бәшмәк йыуа һыуҙа ҡыҙ-ҡырҡын.
Төштә түгел, өндә илһамланып
Ирек ағай уҡый шиғырын.

Күстәнәскә бер аҙ бәшмәк алыр,
Ҡайтып китер шунан йыр тейәп.
Ғүмер буйы сирле булды еҙнәй,
Диагнозы уның – шиғриәт!



Вернуться назад